Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/17
Василий Константинович Блюхер (1 декабрь 1890 йыл— 9 ноябрь 1938 йыл) — совет хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре. Советтар Союзы Маршалы (1935), 1-се һанлы Ҡыҙыл Байраҡ (1918) һәм 1-се һанлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары (1930) кавалеры. 1938 йылдың 22 октябрендә РККА-лағы массауи репрессиялар барышында ҡулға алына һәм 1938 йылдың 9 ноябрендә Лубянка майҙанындағы НКВД төрмәһендә вафат була; үлгәндән һуң КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы Президиумының 1956 йылдың 6 мартындағы ҡарары буйынса аҡлана.
Ғаилә легендаһы буйынса, Василий Константиновичтың фамилияһы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы, крепостной крәҫтиән Феклистың ҡушаматынан алынған. Һуғыштан ауылға ҡайтҡан Феклист был ҡушаматты алпауыт Кожиндан ала, уның наградаларын күреп ҡалған отставкалағы полковник, йәнәһе, был «ҡойоп ҡуйған фельдмаршал Блюхер» тип әйткән.
Блюхер Василий Ярославль губернаһы Рыбинск өйәҙенең Барщинка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа (хәҙерге Рыбинск районы. Урыҫ. Атаһы — Константин Павлович Блюхер. Әсәһе — Анна Васильевна Медведева. Василий ғаиләлә беренсе бала була. Барыһы ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә.
1904 йылда, сиркәү-мәхәллә мәктәбендә бер йыл уҡығандан һуң, атаһы улын Петербургҡа эшкә алып китә. Ул «малай» булып магазинда эшләй, һуңынан Француз-Урыҫ машиналар төҙөү заводында ҡара эшсе булып хеҙмәт итә, унан эшселәр митингыларында ҡатнашҡан өсөн эштән ҡыуыла. Эш эҙләп, ул Мәскәүгә юллана. 1909 йылда Метровагонмашҡа слесарь булып эшкә төшә. 1910 йылда баш күтәреүгә өндәгән өсөн ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1913—1914 йылдарҙа Мәскәү-Ҡаҙан тимер юлындағы оҫтаханаларҙа эшләй. Василий Блюхерҙың ҡустыһының ҡатыны Лидия Богуцкая һөйләүе буйынса: Бер ваҡыт Павел миңә әйткәйне: «… ул [Василий] был осорҙа Мәскәүҙә сауҙагәр ҡатыны Белоусовала приказчик булып эшләй, уның һөйәркәһе була һәм бер ниндәй ҙә заводтарҙа булмай һәм революцион эшмәкәрлектә ҡатнашмай» … Василий үҙе тормошоноң был осоро тураһында теләр-теләмәҫ кенә һөйләй ине.