Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/18

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Э́рих Эрнст Па́уль Хо́неккер (1912 йыл, 25 август, Нойнкирхен — 1994 йыл, 29 май, Сантьяго-де-Чили) — һул яҡ Германия дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре . 18 йыл буйы Германия Демократик Республикаһының иң юғары дәүләт һәм партия вазифаларында эшләй. 1971 йылдың 3 майынан 1989 йылдың 18 октябренә тиклем Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитетының ( СЕПГ) беренсе (һуңыраҡ Генераль) секретары. Ике тапҡыр ГДР Геройы (1982, 1987), ГДР-ҙың Хеҙмәт Геройы (1962), Советтар Союзы Геройы (1982).

Икенсе донъя һуғышына тиклем Эрих Хонеккер Германия коммунистар партияһының яуаплы хеҙмәткәре була һәм национал-социалистар суды тарафынан ун йылға иркенән мәхрүм ителә . Хонеккер Азат немец йәштәре союзына (FDJ) нигеҙ һала һәм 1946—1955 йылдарҙа был ойошманың рәйесе була.Ул- Германия социалистик берҙәм партияһының хәүфһеҙлек буйынса секретары вазифаһында Берлин стенаһын төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе һәм был стенаны- Германияның ике өлөшкә бүлеп торған сикте законһыҙ аша сығыусыларға ҡаршы ҡорал ҡулланған өсөн яуаплылыҡ уның иңенә төшә. Бик оҙаҡ ваҡыт Германия социалистик берҙәм партия Үҙәк Комитетының Генераль секретары , ГДР Дәүләт Советы рәйесе һәм ГДР оборонаһының милли советы рәйесе вазифаларында эшләй. Эрих Хонеккерҙың эшмәкәрлегендә иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — ГДР-ҙың халыҡ-ара кимәлдә танылыуы һәм 1973 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алыныуы.

1980 йылдар аҙағында иҡтисади хәл һәм Советтар Союзы етәкселеге менән мөнәсәбәттәр насарая, ГДР-ҙағы эске сәйәси хәл ҡырҡыулаша башлай . Хонеккер Михаил Горбачёвтың СССР-ҙа һәм башҡа Варшава Килешеүе Ойошмаһына ингән илдәрҙә үткәргән « үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәте менән ризалашмай. 1987 йылдың сентябрь айында Хонеккер Германия Федератив Республикаһында эшлекле сәфәрҙә була, уны шул саҡтағы ГФР-ҙың баш ҡалаһы Боннда федераль канцлер Гельмут Коль рәсми шарттарҙа

↪ дауамы…