Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/21

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Манатов Шәриф (Шәрифйән) Әхмәтйән улы (20 октябрь 1892 йыл1936 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шәриф Әхмәт улы Манатов 1892 (икенсе сығанаҡтар буйынса 1893) йылдың 20 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы) Манат ауылында мулла ғәиләһендә тыуған.

Шәриф 5 йәшендә әсәнән етем ҡала. 1905 йылда 13 йәшлек был зирәк малай алыҫ юлға сыға: Өфөгә килеп, башҡорттар араһынан уҡымышлы кешеләргә юлыға һәм уларҙың ярҙамы менән «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша. Артабан, мәҙрәсәне тамамлау менән, Семипалатинскиға барып, уҡытыусылар семинарияһына имтихан тота һәм уны 1910 йылда тамамлай.

1910 йылда Санкт-Петербургка юл тота, бында ул 1911 йылдың сентябрендә Бехтерев институтының тарих-филология факультетына ҡабул ителә. Шәриф Манатовтың сәйәси эшмәкәрлеге нәҡ ошо осорҙа башланып китә. Ул, аҙмы-күпме аҡса табыу өсөн, шәхси дәрестәр бирә, Петербургта һәм Өфөлә сыҡҡан мосолман гәзиттәрендә, батша Рәсәй империяһының милли сәйәсәтен фашлап, мәҡәләләр баҫтыра, студенттар хәрәкәтендә ҡатнаша, халыҡты бөлгөнлөккә төшөрөүсе Беренсе донъя һуғышына ҡаршы сығыш яһай.

1914 йылдың октяберендә, охранканың эҙәрлекләүенән ҡасып, III курста уҡыуын тамамламайынса, эмиграцияға сығып китә. Тәүҙә Истанбулда уҡый, һуңынан Швейцарияның Цюрих, Берн ҡалаларында йәшәй, аҙаҡ Женевала урынлашып, шоколад фабрикаһында үлсәүсе булып эшләй. Бында ул үҙ алдына белем алыуын дауам итә, эмиграциялағы рус революционерҙары менән таныша, В. И. Ленин осраша. Эмиграцияла үткәргән өс йыл ваҡыт эсендә Шәриф Манатов йәнә инглиз, немец, француз, ғәрәп телдәрен өйрәнә, сәйәси әҙәбиәт менән ныҡлап мауығып китә. Һөҙөмтәлә, 1917 йылдың ғинуарында РСДРП (меньшевик-интернационалистар) сафына ағза булып керә.

↪ дауамы…