Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/24

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбур башҡорттары. 1870-се йылдар. К. Фишер фотоһы

Карл Андреевич Фишер (1859 — 1923 йылдан һуң, Мәскәү) — билдәле фотограф, Пруссия подданныйы; Мәскәүҙәге «К.Фишер, бывшая Дьяговченко» тип аталған иң эре фотография төшөрөү оҫтаханалары хужаһы. Мәскәү сәнғәт яратыусылар йәмғиәте ағзаһы (1893), Рәсәй фотографик йәмғиәтен ойоштороусыларының береһе һәм уның ағзаһы (1894), Рус нәшер эше эшмәкәрҙәре йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе советы ағзаһы (19051908).

Һөнәри нигеҙҙә фотограф эшмәкәрлеген Карл Фишер 1878 йылда Ырымбурҙа башлай. 1889 «И. Дьяговченко Һарай фотографияһы дауамсыһы» булып китә. Был эш уға мәрхүм булған Дьяговченконың ҡатыны Матрёна Яковлевнанан күсә. Күпмелер ваҡыттан оҫтахана «Фотография К. А. Фишера, бывшая И. Дьяговченко» тип атала башлай, күрһәң К. Фишер ательены бөтөнләй һатып алғандыр.

1892 йылдан «император театрҙары фотографы» булып китә, ижад оҫталығы артабанғы үҫеш алыуы ике тиҫтә йыл дауам итә.

1894 йылда Мәскәүҙә Рәсәй фотографик йәмғиәтенә (РФЙ) нигеҙ һалына. К. Фишер ойоштороусыларҙың береһе була, ә һуңғараҡ рәйесе (18981907) итеп һайлана, РФЙ-нең почетлы ағзаһы исеменә лайыҡ була (1907).

Октябрь революцияһынан һуң К.А. Фишер эшләүен дауам итә, тик ателье ябыла. Һуңғы тапҡыр Карл Андреевич тураһында 1923 йылда телгә алынған, шул йылы ул бөйөк драматургтың һәйкәл проекты өсөн Рәсәй скульпторы Голубкина Анна Семеновнаға А. Н. Островскийҙың үҙендә һаҡланған фотоларын биргән.

К. Фишерҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

↪ дауамы…