Эстәлеккә күсергә

Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/29

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Немецтар, ниместәр, шулай уҡ алмандар  — Германияның төп халҡы. Дөйөм һаны — 140 миллион. Милли теле — герман төркөмөнөң немец теле.

Немецтарҙың яртыһы тиерлек Германиянан ситтә йәшәй. Немец теле үҙ милли варианты булараҡ киң таралған Австрия, Швейцария, Лихтенштейн һәм Люксембург халҡының күбеһе һуңғы ваҡытта үҙҙәрен немец тип түгел, ә австриялылар, швейцарҙар һәм лихтенштейнлылар тип һанай.

Ниместәр, (үҙатамаһы дойче)  — Германияның төп халҡы. Нимес этносының нигеҙен беҙҙең эраның беренсе быуатында романлаштырылған кельт һәм Альптағы рәт халҡы менән аралашып бөткән боронғо герман ырыуҙары — франктар, сакстар, баварҙар, алемандар тәшкил итә.

Франк империяһының айырылғандан һуң (843) Көнсығыш Франк короллегенән герман телле халыҡ бүленеп сыға. Х быуат башында ул Тевтон тип атала башлай (был атама боронғо герман этнонимының тевтон ырыуынан килп сыҡҡан); нимессә үҙатамаһы диутистар (һуңыраҡ дойч) Х быуат уртаһынан билдәле булараҡ ниместарҙәң дөйөмләшеүен раҫлай. X—XIV быуаттарҙа ниместәр төп халыҡты өлөшләтә ассимиляцияһы итеп, Эльбаның көнсығыш ерҙәрендә урынлаша.

Ҡайһы бер нимес төркөмдәренең хәҙерге Чехия, Польша, Венгрия, Румыния һәм Европаның башҡа илдәре территорияларына күсенеү процесы ошо быуатта бара. Артабан да күп быуаттар дауамында Германияның сәйәси бүлгеләнеүҙәре ниместәрҙең берҙәм халыҡ булып үҫеүенә ҡамасаулыҡ итә.

Бер нисә быуат буйы ниместәрҙең этник тарихы ике яҡлы үҫә: Урта быуаттарҙың тәүге осоронда барлыҡҡа килгән айырым халыҡтарҙың — баварҙарҙың, саксондарҙың, швабтарҙың, франктарҙың һәм башҡаларҙың үсеше дауам итә, шул уҡ ваҡытта бөтә ниместәр өсөн дөйөм мәҙәниәт һыҙаттары һалына.

↪ дауамы…