Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/30

Толстой Лев Николаевич (28 август (9 сентябрь) 1828, Ясная Поляна, — 7 (20) ноябрь 1910, Астапов станцияһы, Рязань губернаһы, Рәсәй империяһы), граф — рус әҙәбиәтендә һәм рус фәлсәфәһендә киң билдәле, бар донъяға танылған яҙыусы. Севастополь оборонаһында ҡатнашыусы (1854—1855). Мәғрифәтсе, публицист, дини — фәлсәфәүи фекерләүсе. Ул яңы ағым толстовсылыҡты барлыҡҡа килтереүсе. 1873 йылдан Петербург Фәнни академияһының ағза-корреспонденты, һүҙ сәнғәтендә маҡтаулы академик (1900).
Лев Никола́евич Толсто́й 1828 йылдың 9 сентябрендә Рәсәй империяһы Тула губернаһының Ясная Поляна усадьбаһында тыуған, Толстойҙарҙың дворян нәҫеленән, Петр Беренсе көрәштәше П. А. Толстой нигеҙ һалған графтар затынан. Яҙыусының юғары аристократия ҡатламдарында ҡәрҙәшлек бәйләнештәре күп. Ағалы-ҡустылы һәм апалы-һеңлеле ике туғандары араһында — авантюрист һәм бретер Ф. И. Толстой, рәссам Ф. П. Толстой, сибәркәй М. И. Лопухина, билдәле аҡ һөйәк ҡатын А. Ф. Закревская, камер-фрейлина А. А. Толстая. ↪ дауамы…