Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/4

Әхмәтзәки Вәлиди Туған (10 декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған. 1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидиҙең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға.
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.