Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/5

Ғосман империяһы (ғосм. دولت عالیه عثمانیه — Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки По́рта — 1299 йылда Ғосман I етәкселегендә төрки ҡәбиләләр тарафынан төньяҡ-көнбайыш Анатолияла ойошторолған дәүләт. 1453 йылда Константинополь ҡолатылғандан һуң Ғосман дәүләте империя тип йөрөтөлә башлай. Константинополдең ҡолауы төрөк дәүләтселеген үҫтереүҙә мөһим ваҡиға була, сөнки 1453 йылғы еңеүҙән һуң Ғосман империяһы Европала нығына. Ғосман династияһының хакимлығы 623 йыл, 1299 йылдың 27 июленән 1922 йылдың 1 ноябренә тиклем, монархия юҡҡа сығарылғансы дауам итә.
XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы айырыуса Күркәм Сөләймән дәүерендә ҡеүәтлегә әйләнә. Ул осорҙа Ғосман империяһы Изге Рим империяһының көньяҡ сигенән төньяҡта Речь Посполитағаса, көньяҡта Йәмәнгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирға, көнсығышта Каспий диңгеҙенә тиклем йәйрәп ятҡан күп милләтле, күп телле көслө дәүләт була. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында була. XVII быуат башында империя 32 провинциянан һәм күп һанлы вассал дәүләттәрҙән тора, уларҙың ҡайһылары һуңынан буйһондорола, ҡайһыларына автономия бирелә.
Империяның баш ҡалаһы Истанбул була. Империя Урта диңгеҙ бассейнын үҙ ҡарамағында тота. Ғосман империяһы 6 быуат буйы Европа менән Шәреҡ илдәрен бәйләүсе булып тора.
Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесе халыҡ-ара танылыу алғас, 1923 йылдың 29 октябрендә Лозанна солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Ғосман империяһының вариҫы булған Төркиә Республикаһы иғлан ителә. 1924 йылдың 3 мартында Ғосман хәлифәлеге тулыһынса юҡ ителә. Уның вәкәләттәре һәм бурыстары Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесенә тапшырыла.