Ҡалып:Баш бит/Һайланған мәҡәлә/9

Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе — башлыса Рим империяһының периферияһынан б. э. т. IV быуат урталарында көнсығыштан һундарҙың баҫҡынсылығы арҡаһында башланған IV—VII быуаттарҙағы Европала этник күсенеүҙең дөйөмләштерелгән шартлы атамаһы.
Күп миграцияларҙың катализаторына әйләнгән климатик пессимум иртә урта быуаттарҙа төп ваҡиғаларҙың береһе булған. Бөйөк күсенеүҙе ете-һигеҙ быуатты солғаған глобаль миграцион процестарҙың ҡушма өлөшө булараҡ ҡарарға мөмкин. Күсенеүҙең характерлы үҙенсәлеге булып шул факт, ахыр сиктә, Көнбайыш Рим империяһына (тәүге сиратта Италия, Галлия, Испания һәм Дакияны индереп) бик күп герман күсенеүселәре ынтылған үҙәгендә яңы эраның V быуат башына римлеләр һәм романлашҡан кельт халыҡтары байтаҡ күп йәшәгән. Шунлыҡтан халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе герман ҡәбиләләре һәм романлашҡан ултыраҡ халыҡ араһында мәҙәни, тел, артабан дини низағҡа килтергән. Бөйөк күсенеүҙәр Урта быуаттар осоронда Европа континентында яңы дәүләттәр барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һалған.
Тикшеренеүселәрҙең күбеһе бөйөк күсенеүҙең сәбәптәре сифатында ярлыланған һәм уңайһыҙ төбәктәрҙән йәшәү өсөн уңайлыраҡ булған ерҙәргә күсенеү тора ти. Иң төп сәбәптәрҙең береһе булып һауа торошоноң климат дөйөм һалҡынлана барыуы, шуға бәйле континенталь климатлы территорияларҙа йәшәгән халыҡ йомшағыраҡ климатлы райондарға ынтылған. Күсенеүҙең иң бейек нөктәһе киҫкен һыуытҡан 535—536 йй. тура килгән тип иҫәпләнә. Уңыш булмауы, сирҙәр артыуы, балалар һәм ҡарттарҙың үлем осраҡтары йыш күҙәтелгән. Һыу баҫыуҙар һәм дауылдар Төньяҡ диңгеҙ яр буйҙарында һәм Көньяҡ Англияла ҡоро ерҙең юғалыуына килтергән. Б. э. VI быуатында Италияла ла һыу баҫыуҙар йыш күҙәтелгән.
Епископ Григорий Турский 580-се йылдарҙа Францияла көслө ҡойма ямғырҙар, насар һауа торошо, һыу баҫыуҙар, күмәк кешенең асығыуы, ашлыҡ уңмауы, һуңлаған ҡырауҙар ҡорбаны булған ҡоштар хаҡында хәбәр иткән. Б. э. VI быуатында Норвегияла крәҫтиән хужалыҡтарының 40 % ташландыҡ хәлдә булған.
Француз тарихсыһы Пьер Рише 793 йылдан 880 йылға саҡлы тормош, 13 йыл дауамында, аслыҡ һәм һыу баҫыуҙарға, ә тотош 9 йыл — сиктән тыш һыуыҡ ҡыштар һәм эпидемиялар менән бәйле булған, тип күрһәткән. Был ваҡытта Үҙәк Европала ала тән йәғни махау сире таралған.