Эстәлеккә күсергә

Ҡалыу (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡалыу
Характеристики
Оҙонлоғо26 км
Киңлеге4 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге771 м
Урынлашыуы
55°23′ с. ш. 55°30′ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]_type:landmark H]GЯO
Ил
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Ҡалыу
Ишембай районы
Красная точка
Ҡалыу

Ҡалыу — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Ҡалыу һырты армыты. Ишембай районы Кәбәс ауылы киңлегенән алып Нөгөш йылғаһының уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән райондары аша Яланайры йылғаһы тамағы киңлегенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км, абсалют бейеклеге 771 м. 700 м тиклем бейеклектәге бер нисә түбәһе бар.

Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң рельефы тигеҙ; көньяҡ өлөшө йырғыланған, үҙәндәр, биләндәр, ваҡытлыса һыу ағымы йырҙалары менән ҡатмарланған.

Көнсығыш битләүҙәре текә, төньяғы һөҙәк. Елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан һәм һәүерташтарынан тора. Һырттан Нөгөш йылғаһының күп ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтары һоро урман тупрағынындағы, кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡатнаш урмандарҙан тора. Һырттың көньяҡ өлөшө «Алтын Солоҡ» заказнигында урынлашҡан.