Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы
Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1901 |
Тыуған урыны | Иҫке Сибай ауылы |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Ҡалҡаманов Мөхлис Сәләхетдин улы (1901 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы яугиры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхлис (исеменең башҡа яҙылышы Мөхлин[1]) Сәләхетдин улы Ҡалҡаманов 1901 йылда Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға БАССР-ҙың Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла, һуғышҡа Иҫке Сибай ауылынан китә, ҡатыны — Фатима Ҡалҡаманова[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы тирәһендәге тиңһеҙ алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[1][3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйынса ойошторолған автоуҙыш сиктәрендә хәбәрһеҙ юғалған 31 яугирҙың исемдәре асыҡлана, улар араһында Ҡалҡаманов Мөхлин(с) Сәләхетдин улы исеме[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Калкаманов Мухлин(с) Салахутдинович. Шаймуратовцы
- ↑ Список погибших
- ↑ Калкаманов Мухли Салахутдинович
- ↑ 4,0 4,1 В Липецкой области открыли памятник воинам 112-й Башкавдивизии
- ↑ Первые результаты автопробега по местам боевой славы 112-й Башкирской (16-й гвардейской) кавалерийской дивизии
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список погибших
- Калкаманов Мухлин(с) Салахутдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Калкаманов Мухли Салахутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)