Ҡанбулат Юлдашев
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡанбулат Юлдашев — 1773—1775 йылдарҙағы Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы старшинаһы. Поход старшинаһы.
- Ҡанбулат Юлдашев ихтилалға 1773 йылдың ноябрендә Ырымбур ҡалаһы янында ҡушыла.
- Ҡаранай Моратов һәм Ҡасҡын Һамаров менән берлектә Өфө провинцияһына ебрелә.
- Ноябрь—декабрҙә Стәрлетамаҡ пристанен, Богоявленск заводын, Табын ҡәлғәһен һ. б. баҫып алыуҙа ҡатнаша.
- Ҡасҡвн Һамаров һәм Турай Ишәлин менән Өфөнө ҡамауға, һуңыраҡ Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгенә етәкселек итә.
- 1774 йылдың йәйендә А. Я. Якубович етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Өфө тирәһендәге һуғыштарҙа, Стәрлетамаҡ пристанен ҡамауҙа ҡатнаша.
- Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |