Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы
Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 23 август 1953 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Кантюковка, Наумовка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы), Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Эш урыны | Газпром трансгаз Казань[d] |
Уҡыу йорто |
Салаватский индустриальный колледж[d] Өфө дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы (23 август 1953 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан «Газпром трансгаз Ҡазан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 2019 йылдың 1 июленән — генераль директорҙың кәңәшсеһе. 1999 йылдан Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты, 2008 йылдан Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы, 2004 йылдан «Зенит-Ҡаҙан» волейбол клубы президенты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011), «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) һәм Татарстандың «Дуҫлыҡ» (2019) ордендары кавалеры. Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы (2013).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәфҡәт Ғәбделхәй улы Ҡантүков 1953 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауыл советына ҡараған Ҡантүк ауылында тыуған[1][2].
1979 йылда Салауат индустриаль техникумын «автомобилдәр ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү» һөнәре буйынса тамамлай. 1986 йылда — Өфө нефть институтын «химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау» һөнәре буйынса тамамлай[3].
2001 йылда Санкт-Петербург халыҡ-ара менеджмент институтын «Мастер делового администрирования» («Менеджмент» йүнәлешендә) программаһы буйынса тамамлай.
Хеҙмәт биографияһын Рәфҡәт Ғәбделхәй улы токарь өйрәнсеге булып 1971 йылда башлай. Алыҫ Төньяҡта газ сығарыу предприятиеһында эшләй. Ямбург, Поляр түңәрәге аръяғы нефтегазоконденсат ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә туранан-тура ҡатнаша.

1998 йылдың апрелендә «Таттрансгаз» ЯСЙ-енең — хәҙер «Газпром трансгаз Ҡаҙан» ЯСЙ-енең генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә Татарстан Республикаһын газификациялау программаһы тулыһынса тормошҡа ашырыла[4][5]. Предприятиела газды төрлө өлкәләрҙә ҡулланыу өсөн яңы технологиялар индереү буйынса әүҙем эш алып барыла[6].
1999 йылдан Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты[7], 2008 йылда Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы итеп һайлана[8].
2004 йылдан — «Динамо-Таттрансгаз»[9] — хәҙер «Зенит-Ҡаҙан» волейбол клубы президенты[10].
Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы аҡсаһына Ҡантүк ауылында Суфия мәсете[11] төҙөлә. Мәсет яһалма һыу ятҡылығы ярында урынлашҡан һәм Башҡортостан Республикаһында иң матур мәсеттәрҙең береһе һанала. Ул мәрмәр, мозаика һәм алтын менән көпләнгән[12][13][14].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре — 2003 й.;
- Рәсәй Федерацияһы почётлы яғыулыҡ-энергетика комплексы хеҙмәткәре − 2003 йыл;
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре[15] — 2006 й;
- Ҡазан ҡалаһының Почётлы гражданы[16]— 2013 й.;
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй)[17] — 2011 й.;
- «Хеҙмәт батырлығы» ордены (Рәсәй)[18] — 2013 й.;
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[19] — 2013 й.;
- «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы — 2005 йыл;
- Татарстан Республикаһының «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы — 2005 йыл;
- «В ознаменование добычи трехмиллиардной тонны нефти Татарстана» миҙалы[20] — 2010 й.;
- 2002 й. Татарстан Республикаһының Почёт грамотаһы;
- Татарстан Республикаһы Президентының рәхмәт хаттары — 2001, 2002, 2003, 2006, 2008, 2011 йылдарҙа;
- «Алтын Меркурий» халыҡ-ара наградаһы[21] — 2005 й.;
- Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты[22] — 2012 й.;
- Татарстан Республикаһының «Дуҫлыҡ» ордены (2019)[23]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Кантюков Рафкат Абдулхаевич — биография на сайте ОАО «Газпром» 2015 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Рафкат Кантюков — биография 2017 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Выпускники Уфимского нефтяного технического университета
- ↑ Алексей Миллер: Высокий процент газификации в Татарстане — не только отраслевой показатель, но и показатель высокой социальной ответственности(недоступная ссылка)
- ↑ Минтимер Шаймиев: «Для нашей республики газификация — мечта всех поколений»(недоступная ссылка)
- ↑ «Дочка» «Газпрома», отвечавшая за огонь Универсиады, рассказала про свои ноу-хау
- ↑ Депутатский корпус Государственного совета Республики Татарстан 2017 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Президиум Государственного Совета Республики Татарстан 2015 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ SPORTBOX:"Динамо-ТТГ" стало «Зенитом»
- ↑ Официальный сайт ВК «Зенит-Казань»
- ↑ Мечеть в Кантюковке 2017 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Открытие мечети в деревне Кантюковка 2017 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Мечеть в деревне Кантюковка, Республика Башкортостан 2017 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ В столетнем селе Стерлитамакского района начала действовать мечеть
- ↑ Указ Президента РФ от 11.03.2006 N 199 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Решение Казанской городской Думы от 29 мая 2013 г. N 2-23 "О присвоении звания «Почётный гражданин Казани»
- ↑ Указ Президента РФ от 13.10.2011 N 1346 «О НАГРАЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫМИ НАГРАДАМИ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ «Общероссийского комитета Общественных, военных и Трудовых наград»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента РТ О награждении орденом «За заслуги перед Республикой Татарстан» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента РТ О награждении медалью «В ознаменование добычи трехмиллиардной тонны нефти Татарстана» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Лауреаты международной награды «Золотой Меркурий» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Лауреаты Государственной премии Республики Татарстан в области науки и техники 2012 г.(недоступная ссылка)
- ↑ Новый руководитель представлен коллективу «Газпром трансгаз Казань» в присутствии Минниханова. Рафкат Кантюков продолжит работу в должности советника генерального директора. ИА «Татар-информ», 1 июля 2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рафкат Кантюков на Яндекс. Пресс-портретах
- Российское газовое общество 2016 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- Госсовет Республики Татарстан 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- Федеральный деловой журнал. Выпуск № 07 (78) (июль) от 15.07.2013 г.