Ҡан баҫымы
| Ҡан баҫымы | |
| Асыусы йәки уйлап табыусы | Николай Сергеевич Коротков[d] |
|---|---|
| Тасуирлау биттәре | menshealth.com/uk/health… |
Ҡан баҫымы — ҡандың ҡан тамырҙары стенаһына яһаған баҫымы, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, ҡан әйләнеше системаһындағы шыйыҡсаның атмосфера баҫымынан артыҡ баҫымы. Был йәшәү өсөн мөһим функцияларҙың һәм биомаркер күрһәткестәренең береһе.
Ҡан баҫымы тип йыш ҡына артериаль баҫымды күҙ уңында тоталар. Бынан тыш, ҡан баҫымының түбәндәге төрҙәре бар: йөрәк эсендәге, капилляр, һәм веноз баҫым. Һәр йөрәк тибеше менән ҡан баҫымы иң түбән, диастолик (бор. юнан. διαστολή «һирәкләнеш») һәм иң ҙуры, систолик (бор. юнан. συστολή «ҡыҫыу») араһында тирбәлә[1].

Ҡан баҫымы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымының үлсәү параметрҙары физиологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымы ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлеген характерлаусы иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Ҡан баҫымы берәмек ваҡыт эсендә йөрәк ҡыуҙырған ҡан күләменә һәм ҡан тамырҙарының ҡаршылығына бәйле. Ҡан тамырҙарҙа йөрәк барлыҡҡа килтергән баҫым градиенты йоғонтоһонда хәрәкәт иткәнгә күрә, иң юғары ҡан баҫымы йөрәктән ҡан сыҡҡан урында (һул ҡорһаҡта) буласаҡ; бер аҙ түбәнерәк баҫым артерияларҙа буласаҡ, хатта түбәнерәк капиллярҙарҙа, һәм иң түбәне веналарҙа һәм йөрәк инеү урынында (уң ҡорһаҡ ҡыуышлығында). Йөрәктән сыҡҡанда, аортала һәм эре артерияларҙа баҫым бер аҙ айырыла (5—10 мм рт. ст.), сөнки был тамырҙар диаметры ҙур булыу сәбәпле, уларҙы гидродинамик ҡаршылыҡ түбән. Шуның кеүек үк ҙур тамырҙарҙа һәм уң ҡорһаҡ ҡыуышлығында баҫым бер аҙ үҙгәрә. Ҡан баҫымының иң ҙур төшөүе бәләкәй тамырҙарҙа була: артериолаларҙа, капиллярҙарҙа һәм венулалаҙар.
Юғары һан систолик ҡан баҫымы, йөрәк ҡыҫылып, ҡанды артерияға этәргән мәлдә артерияларҙағы баҫымды күрһәтә, ул йөрәктең ҡыҫҡартыу көсөнә, ҡан тамырҙары стеналары күрһәткән ҡаршылыҡҡа һәм ваҡыт берәмегендә ҡыҫҡартыуҙар һанына бәйле.
Аҫҡы һан — диастолик ҡан баҫымы — йөрәк мускулы ял иткәндә артерияларҙағы баҫымды аңлата. Был артерияларҙағы минималь баҫым һәм периферик тамырҙар ҡаршылығын сағылдыра. Ҡан ҡан тамырҙары аша хәрәкәт иткәндә ҡан баҫымы тирбәлеүҙәренең амплитудаһы кәмей, веноз һәм капилляр баҫымға йөрәк циклы фазаһы һирәк йоғонто яһай.
Һау кешенең типик артериаль ҡан баҫымы (систолик/диастолик) 120 һәм 80 мм т.б; эре веналарҙа баҫым нулдән бер нисә мм т. б. түбәнерәк (атмосфера баҫымынан түбәнерәк). Систолик һәм диастолик ҡан баҫымы араһындағы айырма пульс баҫымы тип атала һәм ғәҙәттә 30—50 мм т.б. тәшкил итә[2][3][4].
Үлсәү тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ҡан баҫымын үлсәү ҡағиҙәләре
- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Коротков ысулы

Артериаль ҡан баҫымын үлсәү иң еңеле. Уны сфигмоманометр (тонометр) ярҙамында үлсәргә мөмкин. Ғәҙәттә, ҡан баҫымы тип тап ошоно аңлайҙар. Ҡан баҫымын үлсәү өсөн стандарт ысул булып Коротков ысулы тора, ул ҡул менән сфигмоманометр һәм стетоскоп ҡулланып башҡарыла.
Хәҙерге заман цифрлы ярым автомат тонометрҙары баҫым йыйылмаһы менән генә сикләнергә мөмкинлек бирә (манжетаға груша ярҙамында һауа тултырыу), артабанғы баҫымды төшөрөү, систолик һәм диастолик баҫымды, ҡайһы берҙә пульс һәм аритмияны теркәүҙе, прибор үҙе башҡара.
Автоматик тонометрҙар манжетҡа һауаны үҙҙәре насос менән һурҙыра; ҡайһы берҙә улар компьютерға йәки башҡа ҡоролмаларға тапшырыу өсөн мәғлүмәттәрҙе һанлы формала сығара ала.
Ғалимдарҙың һуңғы уйлап табыуы — ҡан баҫымын реаль ваҡытта үлсәү өсөн тәғәйенләнгән күбәләк формаһындағы имплант. Ҡоролманың ҙурлығы яҡынса 1,5 см. Тикшеренеүҙең авторҙары был ҡоролма дауаханаға эләгеү йышлығын 40 процентҡа кәметәсәк, тип иҫәпләй. Имплант ҡан баҫымын өҙлөкһөҙ үлсәй һәм махсус ҡабул итеүсегә сигнал тапшыра. Ҡабул итеүсе тарафынан теркәлгән мәғлүмәттәр автоматик рәүештә пациенттың табибы өсөн мөмкин булған сайтҡа ебәрелә[5]. Ҡоролманы имплантациялау өсөн пациенттың ҡаҫығында бәләкәй генә ярсыҡ эшләнә, ә артерияға ҡоролма һалынған катетер һалына. Ҡоролма ҡан тамырҙары системаһы аша үтә, үпкә артерияһына барып етә, һәм ике металл иллюминатор менән нығытылған. Процедура урындағы наркоз аҫтында башҡарыла һәм 20 минут дауам итә[5].
Төрлө факторҙарҙың йоғонтоһо .
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымы күп факторҙарға бәйле: тәүлек ваҡытына, кешенең психологик хәленә (баҫым стресс аҫтында арта), төрлө стимуляторҙар ҡулланыуға (кофе, сәй, амфетаминдар) йәки ҡан баҫымын арттырыусы йәки кәметеүсе дарыуҙарға.
Ғәҙәти һәм патологик шарттарҙа күрһәткестәрҙең үҙгәреүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымының даими артыуы 140/90 мм т.б. (артериаль гипертония) йәки 90/60-тан түбән ҡан баҫымының даими кәмеүе (артериаль гипотензия) төрлө ауырыуҙар билдәләре булыуы мөмкин (иң ябай осраҡта, ярашлы рәүештә гипертония һәм гипотензия).
Ҡан баҫымының йәшкә физиологик бәйлелеге 17 йәштән 79 йәшкә тиклемге «СССР шарттарында ғәмәлдә һау кешеләр өсөн» формула рәүешендә түбәндәгесә билдәләнгән:
- систолик баҫым = 109 + (0,5 × йәш) + (0,1 × ауырлыҡ);
- диастолик баҫым = 63 + (0,1 × йәш) + (0,15 × ауырлыҡ).
Был мәғлүмәттәр элек йәшкә бәйле ауырыуҙар йөкләмәһен иҫәпкә алып, «идеаль баҫым» тип характерланған[6]. Әммә хәҙерге төшөнсәләр буйынса, 17 йәштән өлкән бөтә йәш төркөмдәрендә лә идеаль баҫым 120/80-дән түбән (оптималь), ә артериаль гипертония һәм гипертония алды теләһә ниндәй йәштә лә идеаль түгел.
14-16 йәшлек, физик үҫеше нормаль булған үҫмерҙәр өсөн норманың сиге итеп систолик баҫым 129 мм т.б., диастолик баҫым 69 мм т.б иҫәпләргә кәрәк[6]
50 йәштән өлкәндәрҙә систолик ҡан баҫымы 140 мм т.б.-тан юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары өсөн мөһим хәүеф факторы булып тора.
Систолик артериаль баҫым 120—139 мм т.б йәки диастолик артериаль баҫым 80-89 мм т.б булған кешеләрҙе «гипертония алдынан» тип иҫәпләргә кәрәк.
Ҡан баҫымы 115/75 мм т.б.-тән башлап, ҡан баҫымы 20/10 мм т.б.-ға күтәрелгән һайын йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе арта.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн уларға йәшәү рәүешен һаулыҡтарын яҡшыртыу яғына үҙгәртергә кәрәк. Элек диастолик баҫымдың күтәрелеүе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫеше өсөн иң ҡурҡынысы тип иҫәпләнгән, әммә был хәүеф бөйөрҙәрҙең зарарланыуы менән бәйле булыуы асыҡланған, ә айырымланған систолик гипертония йыш ҡына нормаль вариант, «идеаль баҫым» тип иҫәпләнгән. Был ҡараштан хәҙер баш тарттылар.
Тиҙ, тәүлеклек һәм оҙайлы үҙгәрештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымы даими ҡиммәт түгел. Төрлө халыҡ-ара гипертония йәмғиәттәренең эшсе төркөмдәренең хәҙерге позицияһына ярашлы, ҡыҫҡа ваҡытлы (һуғыуҙан һуғыуға, минуттан минутҡа, сәғәттән сәғәткә), уртаса ваҡытлы (төрлө көндәрҙәге үлсәүҙәр араһында) һәм оҙайлы ваҡытлы (аҙналар, айҙар йәки йылдар дауамында клиникаға йөрөүҙәр араһында) үҙгәреүсәнлек айырыла[7]. Оҙайлы үҙгәреүсәнлеккә миҙгел үҙгәреүсәнлеге лә инә. Теләһә ниндәй үҙгәреүсәнлек гомеостазды һаҡлау өсөн адаптив механизмдар менән бәйле. Әммә баҫым үҙгәреүсәнлегенең даими артыуы шулай уҡ прогностик әһәмиәткә эйә булған көйләү үҙгәрештәрен сағылдырырға мөмкин; атап әйткәндә, ул уртаса ҡан баҫымы кимәленән тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары ҡатмарлыҡтары хәүефен күҙаллай ала[8].
Ҡан баҫымы үҙгәреүсәнлегенең килеп сығышы тураһында гипотезаларҙан береһе Майер тулҡындары менән бәйле, уларҙы 1876 йылда немец физиологы Зигмунд Майер асҡан[9]. Кешелә Майер тулҡындарының йышлығы яҡынса 0,1 Гц, йәғни минутына яҡынса алты тапҡыр. Эттәрҙә һәм бесәйҙәрҙә Майер тулҡындарының йышлығы ла яҡынса 0,1 Гц, ҡуяндарҙа — 0,3 Гц, сысҡандарҙа — 0,4 Гц тәшкил итә. Был йышлыҡтың кеше йәки билдәле бер төр хайуан өсөн даими булыуы асыҡланған. Ул йәшкә, енескә, кәүҙә торошона бәйле түгел. Эксперименталь тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Майер тулҡындарының амплитудаһы симпатик нервы системаһы әүҙемләшеү менән арта. Майер тулҡындарының сәбәбе әлегә асыҡланмаған[10].
Ҡан баҫымында тәүлек ритмы ла билдәле. Ғәҙәти тормош алып барған кешеләрҙә (көндөҙ уяу һәм төндә йоҡлап) иң түбән ҡан баҫымы 2:00 һәм 4:00 араһында күҙәтелә, сағыштырмаса юғары ҡан баҫымы уянғандан һуң тәүге 2-4 сәғәттә күҙәтелә, ә иң юғары ҡан баҫымы иң йыш киске сәғәттәрҙә күҙәтелә[11].
Аҡ халатлы гипертензия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡан баҫымын үлсәүҙең теүәллеген «аҡ халат гипертонияһы» йәки «аҡ халат синдромы» тип аталған психологик күренеш кәметергә мөмкин. Был үлсәү ваҡытында ҡан баҫымы күтәрелеүе сәбәпсеһе табипҡа мөрәжәғәт иткәндә йәки шәфҡәт туташы килгәндә кисергән стресс. Һөҙөмтәлә, был кешеләрҙең ҡан баҫымы, автоматик рәүештә 24 сәғәт дауамында күҙәтелгәндә, медицина хеҙмәткәрҙәре булғанға ҡарағанда һиҙелерлек түбәнерәк[12]
Вена баҫымы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена баҫымы — веналар буйлап хәрәкәт иткән ҡан баҫымы[13]. Вена баҫымы ҙурлығы. вена системаһына ингән ҡандың күләменә, уң ҡорһаҡта баҫымдың тирбәлеүенә, капиллярҙарҙан үлсәү нөктәһенә тиклем ҡандың еңгән ҡаршылығына һәм бер нисә ҡан тамырынан тыш факторҙар тәьҫиренә бәйле (ҡара: Ҡан тамырынан тыш ҡыҫылыу). Вена тамырҙарының тонус торошо ҙур әһәмиәткә эйә. Гидродинамик һәм гидростатик вена баҫымын айыралар. Вена баҫымы. тамырҙарҙы уратып алған туҡымалар баҫымы менән тиң булғанлыҡтан, «веноз трансмураль баҫым» термины индерелә — веноз тамырҙар эсендәге һәм тышындағы баҫым айырмаһы. Вена баҫымы тын алыу экскурсиялары ваҡытында йөрәк кимәленән өҫтәрәк тамырҙарҙа атмосфера баҫымынан түбәнерәк булыуы һәм ортостаз ваҡытында кешенең аҫҡы ослоҡтарындағы максималь ҡиммәттәргә етеүе мөмкин. Үҙәк вена баҫымы. — ҡыуыш веналар ауыҙындағы баҫым.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тамырҙарҙы ҡыҫыу
- Баҫымды үлсәү
- Артериаль гипотензия
- Гипертония
- Коротков ысулы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Normal Blood Pressure Range Adults». «Health and Life». Архивировано 4 февраль 2012 года.
- ↑ Пульсовое давление крови: роль в гемодинамике и прикладные возможности в функциональной диагностике. Дата обращения: 21 март 2021. Архивировано 3 апрель 2022 года.
- ↑ Heart Health and Pulse Pressure. Дата обращения: 21 март 2021. Архивировано 16 апрель 2021 года.
- ↑ Pulse Pressure Important Risk Factor for the Development of New-Onset AF
- 1 2 Разработан имплантат для постоянного контроля кровяного давления — МедНовости — MedPortal.ru. Дата обращения: 30 апрель 2020. Архивировано 14 июнь 2018 года.
- 1 2 Нормативы артериального давления и пограничная артериальная гипертензия. Дата обращения: 27 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 13 март 2012 года.
- ↑ Stergiou GS, Parati G, Vlachopoulos C, et all. Methodology and technology for peripheral and central blood pressure and blood pressure variability measurement: current status and future directions - Position statement of the European Society of Hypertension Working Group on blood pressure monitoring and cardiovascular variability // J Hypertens.. — 2016. — В. 34. — № 9. — С. 1665—1677. — PMID 27214089.
- ↑ Вариабельность артериального давления (2019). Дата обращения: 22 ғинуар 2019.
- ↑ С.А. Котельников, А.Д. Ноздрачев, М.М. Одинак, Е.Б. Шустов, И.Ю. Коваленко, В.Ю. Давыденко. Вариабельность ритма сердца: представления о механизмах (2002). Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Claude Julien. The enigma of Mayer waves: Facts and models (2005). Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
- ↑ Цфасман А. З., Алпаев Д. В. Циркардная ритмика артериального давления при изменённом суточном ритме жизни — Издание 2-е — М., Издательство «Репроцентр М», 2011. — 144 с. — С. 26, 28—30. — ISBN 978-5-94939-059-7. Дата обращения: 29 сентябрь 2018. Архивировано 29 сентябрь 2018 года.
- ↑ Hypertension: Overview - eMedicine. Архивировано 27 март 2013 года.
- ↑ Венозное давление // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Артериальное давление : [арх. 15 июня 2022] / В. Б. Кошелев // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Дьяконова И. Н., Россельс А. Н. Венозное давление // Большая медицинская энциклопедия : в 30 т. / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1977. — Т. 4 : Валин — Гамбия. — 576 с. : ил.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Правила измерения артериального давления Викикитапханала | |
| Ҡан баҫымы Викимилектә | |
| Ҡан баҫымы Викияңылыҡтарҙа |