Ҡарай (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ҡарай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°37′42″ с. ш. 55°28′13″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 865 012

ОКТМО коды

80 639 465 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарай (Рәсәй)
Ҡарай
Ҡарай
Ҡарай (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарай

Ҡарай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 102 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805002 (2002 й).


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Бәләкәй Көйөргәҙе йылғаһы аға.

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Топонимик легендалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ташлыкүл туғайы. Абдул менән Ҡарайҙан 2-3 км алыҫлыҡта Көйөргәҙе буйында Ташлы күл туғайы бар. Унда күл берәү генә түгел, ә бер нисәү. Тик уларҙың береһен дә ташлы күл, йәғни ташы булған күл, тип әйтеп булмай: ғәҙәттә, күлдәр һаҙлыҡлы -батҡыл була. Исемде кем ҡушҡандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Ташлыкүл туғайынан Көйөргәҙе аша Арүлгән туғайы бар. Ар удмурт милләтле кеше була. Ул ошо туғайҙа үлеп ҡала, туғай исеме шунан ҡалған. Быны миңә йөҙйәшәр Гәрәй Рәжәпов ағай һөйләгәйне. Һөлөклөкүл. Ул Абдул ауылы янында булған. Хәҙер ҡороған. Ә Ҡарай ауылы янындағы күл Оҙонгүл тип атала. Буйы сама менән 200—300 м, киңлеге - 15-20 м. Был күлгә Зайхан шишмәһе ағып төшә. Унда томбойоҡтар үҫә. Мул һыулы матур тәбиғи күл булғас, һөлөгө лә, балығы ла бар. [2]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980—1990 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында Ә.З.Әсфәндиәровтың «Тыуған ауылың тарихын беләһеңме?» тигән яҙмалары баҫылғайны. Көйөргәҙе районы ауылдарына ҡағылышлы мәҡәләһендә ул былай тип яҙа: « Ҡарай (Аҡбулат) ауылы XVIII быуаттың 60-сы йылдарында ойошҡан. Етенсе ревизия (1816) бында 19 йорт барлығын әйтә. Ә XIX быуат уртаһында 40 йортта 260 кеше йәшәгән. Ҡарай артабан да әллә ни үҫмәй. 1920 йылда ла 39 ғына өй була. Ҡарай Бөрйән волосының Мунаш түбәһенә ҡараған, ә 1864 йылдан Таймаҫ ауыл йәмғиәтенә кергән. Етенсе ревизия ваҡытында Ҡарайҙың улы Байғужаға 71 йәш була. Ауылдың беренсе исеме Пугачев восстаниеһында әүҙем ҡатнашҡан Аҡбулат Раҡаев исеме менән киткән. Аҡбулат 1774 йылда бер мең кешелек ғәскәргә етәкселек иткән»[3]. Быларҙың барыһын да арҙаҡлы тарихсыбыҙ Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров архив материалдарына таянып яҙған. Шулай булғас, Ҡарай ауылына 300 йыл тигән һүҙ. Ҡарай хәҙерге Абдулдан 1 саҡрым өҫтәрәк, Ҡыҙыл тау буйында була. Бер аҙҙан һуң улар Көйөргәҙе аша Зайхан тигән ергә күсеп сыға. Көмөштәй таҙа һыулы Зайхан шишмәһе әле лә ағып ята, уны Зайхан бабай ҡаҙған. Улар бынан да күсә:бер өлөшө — 1-се Кинйәабыҙға (Туғай Кинйәһенә), бер өлөшө — Түкәнгә. Уларҙы зайхандар тип йөрөтәләр.Ә бер өлөшө әлеге урыныда ҡала. Ул Ҡарай тип атап йөрөтөлә. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: Ҡарай халҡы Абдул халҡы менән талашып йәшәмәгән. Ә, киреһенсә, дуҫтар булып, үҙ-ара ҡунаҡҡа саҡырышып, аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән. Әле лә шулай йәшәйбеҙ. Ҡарай ауылының күсеп сығыуын малсылыҡ менән шөғөлләнеүгә бәйле иркен ер кәрәклегенән тип аңлау зарур. [4]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Списки населенных пункт Российской империи по сведениям 1870 года. Том 45. Оренбургская губерния. — СПб., 1877.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
  2. "Юшатыр" гәзите, 2008 йыл, 5 ғинуар
  3. «Ағиҙел», 1990 йыл, 10-сы һан, 113 бит
  4. "Юшатыр" гәзите, 2008 йыл, 5 ғинуар