Эстәлеккә күсергә

Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимйән Ҡарамышев
Исеме:

Ҡарамышев Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы

Тыуған ваҡыты:

4 декабрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы

Вафат ваҡыты:

20 ғинуар 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны:

БАССР Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1944
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1955 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1949||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Ҡарамышев Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы (4 декабрь 1903 йыл — 20 ғинуар 1977 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Ғәлимйән Ҡарамышев, Ғәлимйән (Ғәлим, Әлим) Харис улы Ҡарамышев 1903 йылдың 4 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Маҡар ауылында тыуған.

1926—1927 йылдарҙа Мәскәүҙәге Дәүләт кинематография институтында уҡый.

1919—1970 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.

Ҡарамышев сәнғәте көслө һәм сағыу комизм, тәьҫирлелек, характерҙы теүәл асып биреү менән айырылып тора. Төп репертуары сатирик йүнәлештәге киҫкен характерлы ролдәрҙән тора:

  • классик рус драматургияһында — Бобчинский («Тикшереүсе»), Кочкарёв («Өйләнеү», икеһе лә — Н. В. Гоголь), Шмага («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», А. Н. Островский), Серебряков («Ваня ағай», А. П. Чехов); хәҙерге заман — Незеласов («Бронепоезд 14—69», Вс. Иванов), Кокорышкин («Ябырылыу», Л. М. Леонов);
  • башҡорт — Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Күсәрбай («Таңсулпан», Ҡ. Даян). Байтаҡ трагик образдар ижад итә: Фәхри («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафуриҙың шулай уҡ исемле повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимов инсценировкаһы), Кинйәбай («Зимагорҙар», С. М. Мифтахов), Пугачёв («Салауат батыр», Ф. М. Сөләймәнова). «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») фильм-балетында төшә (Свердловск к/ст, 1959).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1955)
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1949)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940)
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1935)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1944).
  • Өфөлә Ҡарамышев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1]  (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 165 с. ISBN 5-295-02294-3. Ленина улица, 65 А