Эстәлеккә күсергә

Ҡарасурин Азат Динар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарасурин Азат Динар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 ноябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Шишмә районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө саңғы уҙышсыһы, биатлонист
Спорт төрө саңғы уҙыштары[d] һәм Биатлон
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

Ҡарасурин Азат Динар улы (8 ноябрь 1995 йыл, Башкортостандың, Шишмә районы, Ҡалмыш ауылы, Рәсәй) — Рәсәй саңғысыһы һәм биатлонсыһы. 2014 ҡышҡы паралимпия уйындары чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014)[1]. Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалеры (2014).

[2][3]. 2008 йылда Бәләбәй ҡалаһында спорт гимназия-интернатында спорт менән шөғөлләнә башлай (Азатты унда саңғы буйынса йыйылма команданың тренеры Әмир Ғүмәрәв тәҡдиме буйынса уҡырға индерәләр, ул ваҡытта Азат урта мәктәптең 6-сы синыфында уҡып йөрөгән була).[2][3].

Гимназия-интернатта 9-cе синыфта уҡығанда, 2011 йылдың мартында саңғы ярышы буйынса Рәсәй чемпионатында бронза призеры була һәм чемпион исеме ала [[персьют буйынса LW 2-9 ир-егеттәр араһында эҙәрлекләү уҙышында (биатлон) (Сыктывкар)[4], спорт мастеры нормаһын үтәне. Бер ай үткәндән һуң, апрель айында, Донъя чемпионатында биатлон буйынса һәм саңғы ярыштарында (Ханты-Мансийск, 2011 йылда) көмөш миҙал яулай[5], шуның менән ул Халык-ара класлы Рәсәй спорт мастеры нормотивын үтәй (2012 ноябрендә, 1,5 үткәс бирелгән)[4].

Саңғы ярышы һәм биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында (Вуокатти (Финляндия), 2012 йылдың 11-18 декабрендә) ике этаптта ла еңеү яулай[6].

2014 йылда 2010 XI Ҡышҡы паралимпия уйындарында Сочиҙа биатлон буйынса алтын һәм бронза миҙал яулап ала[2].

Тренерҙары — Әмир һәм Надежда Ғүмәрәвтар, Ирина Громова[2].

Бәләбәй ҡалаһының МБОУ «Башҡорт гимназия-интернатын» тамамлаусыһы.

МАҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дүҫлыҡ ордены (Рәсәй)]] ([[2014 йыл) — Физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2014 йылда Сочи ҡалаһында XI ҡышҡы паралимпия уйындарында[7][8]
  1. 2014 йылдың 11 мартында Рәсәй федерацияһы Спорт министрлығы приказы менән «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» тигән почетлы спорт исеме бирелә 2021 йыл 2 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Karachurin Azat. Athlete Bio. // Website of the International Paralympic Committee. Дата обращения: 2 июнь 2016. 2016 йыл 1 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Азаткины фантазии // Аргументы и факты. — 2014. — № 12 (1741) за 19 марта. — С. 35.  (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2016)
  4. 4,0 4,1 Азат Карасурин паралимпия спортсмены. — 2011 йылдың 3 майында —Башкорт гимназия-интернатының сайты Бәләбәй ҡалаһы
  5. Сусанин / Паралимпийсы Удмуртиянан саңғы ярыштары буйынса Донъя кубоғы этапынд «алтын» һәм «көмөш» миҙалдар менән ҡайта
  6. Архангель паралимпийсылары Рәсәй йыйылма командаһына еңеү килтерҙе. — МК в Архангельда МК
  7. 2014 йылының 17 мартында Рәсәй Федерацияһының президент указы буйынса № 144 «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләүе тураһында.» // Рәсәй презеденты рәсми сайты.. Дата обращения: 2 июнь 2016.
  8. Чемпионы и призёры XI ҡышҡы паралимпия уйындарының чемпионы һәм призеры,Рәсәй федерациһының дәүләт наградаларына лайыҡ. // Рәсәй президентының рәсми сайты (17 март 2014). Дата обращения: 2 июнь 2016.