Ҡарағайкүл (күл, Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡарағай күле
54°40′23″ с. ш. 59°36′06″ в. д.HGЯO
ОзероВ.jpg
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Оҙонлоғо1,5 км
Киңлеге1 км
Майҙаны2 км²
Иң ҙур тәрәнлек5-6 м
Ҡарағайкүл (күл, Учалы районы) (Рәсәй)
Blue pog.svg
Ҡарағай күле
Ҡарағайкүл (күл, Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
Ҡарағай күле
Commons-logo.svg Ҡарағай күле Викимилектә

Ҡарағай күле, Ҡарағайлы, Ҡарағайкүл, Ворожеич — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы күл.[1]) Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан[2]). Һаҡлана торған биләмә — 80,0 га.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдән 2 км алыҫлыҡта Аҙнаш, Ҡужай һәм Вознесенка ауылдары урынлашҡан. Эргәһендә генә Тубылдың ҡушылдығы булған Уй йылғаһы аға.

Күл өҫтө майҙаны- 0,8 кв.км; оҙонлоғо — 1 км; киңлеге — 0,7 км; уртаса тәрәнлеге — 4,5 м.

Тектоник күл. Соҡоро ассиметриялы, урта девон (базальт, риолит, дацит, андезибазальт, уларҙың туфтары) һәм аҫҡы карбон (эзбизташ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.

Төбө ләмле, ҡомло, ташлы. Тымыҡ күл. Туйыныуы - ҡатнаш, һыуы сөсө. Күл эвтрофлы; яртылаш ҡороған. Көнбайыш һәм көньяҡ өлөштәре һаҙға әйләнгән.

Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары һөҙәк, көнсығыш төньяҡ өлөшөндә һәм көньяҡ-көнсығышында — текә. Урыны менән йәшмә, мәрмәр сығанаҡтары осрай.

Көньяҡ-көнбайыш ярында оҙонлоғо 0,2 км булған утрау бар. Ул утрауҙың уртаһында палеолит осорона тура килгән тораҡ ҡалдыҡтары табылған.

Үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирә-яғындағы ландшафты ҡарағас ҡатыш ҡайын урманлы тәпәш кенә убаларҙан һәм ташлы далаларҙан тора.

Яр буйын көньяҡ ҡамышы, тамырсалы суҡҡыяҡ һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтарға әйләнеп барған төрлө үләнле-ҡыяҡлы болондар биләй.

Ебәк ҡаҙ үләне, Крашенинников минуарцияһы, ҡаурый ҡылған, ҡылсыҡлы аҡтамыр, ҡырҡйепсә туманаҡ, төклө ҡылған, энәле ҡәнәфер үҫә.

Күп урындарҙа күл эргәһенә яҡын килеүе ҡыйын. Эргәһен һаҙлыҡ һәм һыу үҫемлектәре (күл ҡамышы, күрән, мамыҡбаш күрән, тар япраҡлы екән, һары һәм аҡ томбойоҡ, мөгөҙъяпраҡ) баҫҡан. Шуғамылыр, ситтән килеп ултырған урыҫтар күлгә Ворожеич тигән тағын бер исем биргән.

Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, алабуға, суртан, бәшкәләй, сабаҡ, тирә-яғында өйрәктәр, өлкән сыпҡай һәм башҡалар йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  2. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Газета «Выбор» № 118-119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».
  • Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа"Тау" 2004, 297 с.
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. — Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с.

Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]