Ҡарағош яуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ҡарағош яуы» («Һәнәк һуғышы»)
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

1920 йылдың 7 февралемарт уртаһы

Урыны

Бөрө, Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәре, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Ҡазан һәм Һамар губерналарының Өфө губернаһына сиктәш өйәҙҙәре

Сәбәбе

Аҙыҡ развёрсткаһы

Нәтижә

Большевиктарҙың ееңеүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Darker green and Black flag.svg Баш күтәргән «йәшелдәр»

Командирҙар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы ГубЧК-ның 1-се уҡсы батальоны командиры Кротовский

Darker green and Black flag.svg К. Крапивин
Darker green and Black flag.svg А. Милованов
Darker green and Black flag.svg М. Никонов
Darker green and Black flag.svg Ильин-Шаховский

Ҡаршы тороусы көстәр

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РККА:

  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 6372 штык
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 816 ҡылыс
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 79 пулемёт
  • Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 6 орудие

Darker green and Black flag.svg 50 000 кешегә яҡын:

Юғалтыуҙар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы 800 кеше үлтерелә

Darker green and Black flag.svg 3000-дән күберәк кеше үлтерелә
Darker green and Black flag.svg 1000-дән күберәк кеше ҡулға алына
Darker green and Black flag.svg 100-ҙән артыҡ ауыл яндырыла

«Ҡарағош яуы» («Һәнәк һуғышы») — Бөрө, Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәре, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Ҡазан һәм Һамар губерналарының Өфө губернаһына сиктәш өйәҙҙәре крәҫтиәндәренең большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше.

Ихтилал сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби коммунизм сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә башланып китә. 1920 йылдың 7 февралендә Минзәлә өйәҙенең Троицк улусы Яңы Йылан ауылы иген йыйырға (продразверсткаға ярашлы, 5,5 мең бот) килгән аҙыҡ-түлек отрядының көс ҡулланып эш итеүе сәбәпле башлана[1] .

Хәрби көрәш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ихтилалсыларҙың штабы Бәләбәй өйәҙенең Баҡалы ауылында урынлаша. Ихтилал башлыҡтарының күпселеге урындағы һул эсерҙар була. Баш күтәреүселәрҙең төп көсө булған крәҫтиәндәр РКП (б)-ның Өфө губерна комитеты мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 26 мең иҫәпләнә. Ихтилалсылар күпселек осраҡта һәнәк, балта, һөңгө менән ҡоралланғандар. Уларҙың яҡынса 1200-гә яҡын винтовка, бер нисә пулемёты булған. Баш күтәреүселәр продразверстканы бөтөрөүҙе, советтарҙан коммунистарҙы ҡыуыуҙы, сауҙа һәм дин азатлығы һәм башҡаны талап итәләр. Февраль аҙағында Өфө губернаһында хәрби хәл иғлан ителә. 1 мартта ихтилалсылар Бәләбәй ҡалаһын ҡамай. Ихтилалды баҫтырыу өсөн ваҡытлы Өфө губерна ХРК ойошторола, уның етәксеһе итеп Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһынан АСБР буйынса вәкиле Ф. А. Сергеев тәғәйенләнә. «Ҡарағош яуы»н туҡтатыу өсөн Төркөстан фронтының 2-се дивизияһы Эске һаҡ ғәскәрҙәренең Урал буйы секторы частары, Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы һәм Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы батальондары (7 меңдән ашыу кеше, 48 пулемёт һәм 4 артиллерия орудиеһы) шөғөлләнә. 15 мартҡа — Бөрө һәм Өфө, 18 мартҡа Бәләбәй һәм Миңзәлә өйәҙҙәрендә ихтилал үҙәктәре баҫтырыла. Ихтилалсыларҙың 1078-е үлтерелә, 2400-ө яралана, ҡыҙылармеецтарҙың иһә 15-е үлтерелә, 44-е яралана.

Ихтилал һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдең башҡа төбәктәрендә крәҫтиәндәр сығыштары менән бергә «Ҡарағош яуы» продразверстканы бөтөрөп, яңы иҡтисади сәйәсәткә күсеүгә этәргес көс була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]