Эстәлеккә күсергә

Ҡарағалпаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡараҡалпаҡтар битенән йүнәлтелде)

Ҡарағалпаҡтар (ҡарағалп. Qaraqalpaqlar) — ҡаҙаҡтар һәм нуғайҙарға яҡын төрки халыҡ. Теле — ҡарағалпаҡ теле, төрки телдәрҙән ҡыпсаҡ төркөмөнә инә. Ҡарағалпаҡса яҙыу өсөн латин әлифбаһы ҡулланыла. Ҡарағалпаҡ халҡының күпселеге Үзбәкстандағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһында йәшәй. Ҡарағалпаҡтар һаны − 600 мең тирәһе.