Ҡариҙел аша күпер (Пугачёв урамы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡариҙел аша күпер
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Ҡариҙел
 Ҡариҙел аша күпер Викимилектә

Ҡариҙел йылғаһы аша күпер, Таш кисеү (Ҡариҙел аша күпер) — Өфө ҡалаһында Өфө йылғаһы (Ҡариҙел) аша автомобилдәр һәм йәйәүлеләр өсөн һалынған М5 трассаһы йүнәлешендә күпер. Күпер Өфө (Ҡариҙел) йылғаһының Ағиҙел йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан. Ҡаҙан ханлығында, Волга (Иҙел) йылғаһы тап ошо урында башлана тип һаналған.

Конструкцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер ҡаланан Нуғай, Жилин райондарына, М5 федераль трассаһына сығыу проблемаларын бөтөрҙө, «Өфө-Аэропорт» юлында көсөргәнешлекте кәметте.

Һәр йүнәлештә һәр береһенең киңлеге 4 метр самаһы булған ике һыҙат эшләй. Өфөлә тәүге тапҡыр яңы күпергә махсус ҡаплау — полимербитумлы асфальтобетон түшәлә. Был — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефть-химия эшкәртеү институты һәм «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының бергәләп эшләгән асышы[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың 9 октябрендә күпер асыла. Күперҙе Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенең төҙөлөш ойошмалары («Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (Силәбе ҡалаһы)[2]) төҙөгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]