Ҡаршылыҡ хәрәкәте (Чехословакия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаршылыҡ хәрәкәте
Дәүләт  Чехословакия
 Ҡаршылыҡ хәрәкәте Викимилектә
Прага янындағы Кобылицала 1942 йылдың май-июнендә нацистар атып үлтергән 500 чех иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ

1939—1941 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оккупацияһындағы илдәр ҡаршылыҡ Нацистик Германияһы оккупацияһына ҡаршылыҡ илдә Чехословакияла оккупацияла башланған мәлдән барлыҡҡа килә. Тәүге оккупация йылдарында (1939—1941) ҡаршылыҡ башлыса произдводстволағы саботажға, шулай уҡ тыныс протест демонстрацияларына, бигерәк тә йәштәр һәм студенттар ҡатнашлығында, ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, 1939 йылдың 28 октябрендә Прага уҡытыусылары һәм студенттары, Чехословакияның йыллығын билдәләү өсөн, демонстрацияға сыға. Оккупанттар ғәскәрҙәре демонстрация ҡыуып атрата, шул ваҡытта медицина факультеты студент Ян Оплетат һәләк була, уның ерләү церемонияһы протест акцияһына әүерелә. 17 ноябрҙә немецтар студент ятаҡтарын уратып алала, яҡынса ҡулға алына һәм концлагерҙарға ебәрелә, улар араһынан 9 кеше үлтерелә. Ошо ваҡиғалар иҫтәлегенә Халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә[1].

Ҡаршылыҡ төркөмдәренең берләшеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чех Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә Лондонда урынлашҡан эмиграциялағы чех хөкүмәте етәкселек итә (хөкүмәт башлығы — Эвард Бенеш). Йәшерен ойошмалар менән бәйләнеш тотоуҙы ә һәм уларҙың эшмәкәрлеген берләштереүҙе хәрби разведка етәксеһе Франтишек Моравец тормошҡа ашыра.

Оккупацияланған Чехословакия территорияһында өс төп Ҡаршылыҡ төркөмө барлыҡҡа килә: Үҙәк тыуған яҡта ҡаршылыҡ менән етәкселек итеү (чех Ústřední vedení odboje domácího, ÚVOD), «Беҙ тоғро ҡалабыҙ» комитеты (чех Petiční výbor Verni zůstaneme, PVVZ) һәм «Халыҡ оборонаһы» (чех Obrana národa, ON), шулай уҡ СССР менән бәйле Чехословакия коммунистар партияһының йәшерен төркөмдәре. Ҡаршылыҡ ойошмаларына башлыса элекке чехословак армияһы офицерҙары инә. 1941 йылда ÚVOD «Азатлыҡ өсөн: Яңы чехословак Республикаһына» исеме аҫтындағы Pvvz сәйәси программаһын хуплай. Был программа элекке президент Томаш Масариктың демократик идеалдарына тоғробулыуын күрһәтә һәм социалистик йүнлешле республика төҙөүә саҡыра. ÚVOD Бенештың сәйәси курсын өлөшләтә хуплай. Атап әйткәндә, т1941 йылдың йәйендә ул бенештың һуғыш тамамланған һуң судет немецтарын өлөшләтә илдән сығарыу тәҡдимен кире ҡаға, киреһенсә, уларҙы тулыһынса сығарырға кәрәклеген талап итә, һөҙөмтәлә Бенеш ÚVOD позицияһы ризалаша.

Ҡайһы бер баһалар буйынса, 1941 йылдың мартында Бенеш нацистик Германияның СССР-ға ябырылыуы тураһында мәғлүмәтле булған, һәм. уның хәтирәләренә ярашлы, бының хаҡта американдарға, инглиздарға һәм Советтар Союзы вәкилдәренә хәбәр итә. 1941 йылдың июнендә Германияның Советтар Советына һөжүм итеүе совет-чехословак мөнәсәбәттәре үҫешеүендә боролошло пункт була, шул иҫәптән Лондондағы хөкүмәттән һәм мәскәүҙән ярҙам алған чехословак Ҡаршылығы өсөн. 1941 йылдың 24 июнендәге үҙенең радио аша сығышында Бенеш, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр элекке кимәлгә (Мюнхен килешеүенә тиклемге) ҡайттылар, тип белдерә.

Компартия ÚVOD составына инмәй, үҙаллылығын һаҡлап оҡала, Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң уның еткселеге бөтә фашистарға ҡаршы төркөмдәрҙе берләшергә саҡыра. 1941 йылдан Чехословакия территорияһына авиация ярҙамында агентураны даими рәүәштә төшөрөү башлана, агентура, разведка, саботаж һәм диверсиялар үткәреү өсөн, Бөйөк Британияла әҙерләнә. Тәүге десант операцияһы «Бенджамин» операцияһы була. 1941 йылдың 16 апрелендә әлеге операция уңышһыҙлыҡҡа тарый. Артабанғы операциялар — «Процент», «Сильвер А», «Сильвер В», «Антропоид», «Цинк», «Тин» һәм башҡалар.

1944 йылда Словак милли ихтилалы әһәмиәтле роль уйнай, ул ике ай дауаында бара — август-октябрҙә. Еңелеүгә дусар булыуға ҡарамаҫтан, баш күтәреселәр әсирлеккә ике министрҙы ала — Ф. Чатлош һәм Й. Туранец, шулай уҡ вермахҡа байтаҡ зыян килтереүгә өлгәшә — 10 350 хәрби хеҙмәткәр үлтерелә, 100 орудие һәм миномет, 2 бронепоезд, 30 броневик һәм бронемашина, 1000-дән ашыу автомашина тартып алына[2]. Ихтилалға Совет армияһы командованиеһы һәм совет партизандары ҙур ярҙам күрһәтә[3]: дөйөм алғанда 1944 йылдың сентябрь-октябрендә СССР баш күтәреүселәргә самолеттарҙа 796 мең ҡоарл, боеприпастар һәм башҡа хәрби мөлкәт ебәрә, бынан тыш 2-се Чехословак айырым парашют-десант бригадаһын тулыһынса тәьмин итә[4];

  • 1944 йылдың 17 сентябрендә баш күтәреүселәр Словакиятерриторияһын азат итә һәм унда 1-се айырым чехословак истребителдәр авиаполкы (20 Ла-5 истребителе) ебәрелә[3];
  • 6-9 октябрҙә «Өс имән» аэродромына 2-се чехословак айырым һауа-десант бригадаһы төшөрөлә һәм башҡалар.

Чехословак Ҡыршылығының һуңғы акты — 1945 йылғы Прага ихтилалы, уны «Бартоша» исемле Прага йәшерен комендатураһы ойоштора, уға Рус азатлыҡ армияһының 1-се пехота дивизияһы ярҙам итә[5].

Гейдрихты юҡ итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прагала Печек һарайында чех Ҡаршылығыиҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ

Чехословак аршылығының иң билдәле эше — 1942 йылдың 27 майында Богемия һәм Моравия рейхспротекторы Рейнхард Гейдрикты юҡ итеү, был аҡтты Бөйөк британияла әҙерлек үткән чехословак диверсанттары Ян Кубиш һәм Йозеф Габчик башҡаралар.

Яуап итеп, Гиммлер каратель саралар үткәреү тураһында бойороҡ бирә[6], атап әйткәндә, Лидице ауыл ын юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[7]. 9 июндә кисен немецтар ауылды уратып ала. 16 йәштән өлкән барлыҡ ир-аттар (172 кеше) фермаларҙың береһендә бикләп ҡуйыла һәм иртәнсәк атып үлтерелә. 195 ҡатын-ҡыҙ Равенсбрюк концентрацион лагерына оҙатыла, балалар Лицманштадт (нем. Umwandererzentralstelle Litzmannstadt) ҡалаһындағы Күскенселәр эштәре буйынса үҙәк бюроға килетерә һәм артабан немец ғаиләләргә бүленә, күбеһенең эҙҙәре юғалған[8], ауыл тулыһынса тиерлек яндырыла. 1942 йылдың октябрь айында протектораттарҙағы немец судтары тарафынан үлем язаһына 1331 кеше үлем язаһына хөкөм ителә, шул иҫәптән 201 ҡатын-ҡыҙ[9]. Ҡулға алынғандар араһында иректә ҡалған аҙаҡҡы UVOD ағзалары ла була.

2009 йылдың 27 майында Прагала «Антропоид» оперцияһы ҡатнашыусыларына һәйкәл асыла[10].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Прага ихтилалы (1945)
  • Словак милли ихтилалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «The 17th of November: Remembering Jan Opletal, martyr of an occupied nation». Radio Prague.
  2. История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 9. М., Воениздат, 1978. стр.162
  3. 3,0 3,1 История Второй Мировой войны 1939—1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. том 9. М., Воениздат, 1978. стр.159-160
  4. И. И. Поп. Чехословакия — Советский Союз, 1941—1947 гг. М., «Наука», 1990. стр.123
  5. Пражское восстание: последние жертвы великой войны
  6. Burian, Michal et al. Assassination. Operation Arthropoid, 1941—1942. P. 65.
  7. Burian, Michal et al. Assassination. Operation Arthropoid, 1941—1942. P. 71.
  8. Ширер, У. Смерть Гейдриха и уничтожение Лидице // Взлёт и падение Третьего рейха = The Rise and Fall of the Third Reich. — М.: Захаров, 2009. — Т. 2. — С. 490—491. — 704 с. — ISBN 978-5-8159-0922-9.
  9. Ширер, У. Смерть Гейдриха и уничтожение Лидице // Взлёт и падение Третьего рейха = The Rise and Fall of the Third Reich. — М.: Захаров, 2009. — Т. 2. — С. 489. — 704 с. — ISBN 978-5-8159-0922-9.
  10. Чеканова, А. Памятник операции "Антропоид": лучше поздно, чем никогда. Radio Praha (27 май 2009). Дата обращения: 26 июнь 2010. Архивировано 18 август 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ян Чиерны. Словацкое национальное восстание и международные отношения. Братислава, 1974
  • В. И. Клоков. Партизаны Словацких гор (о Словацком национальном восстании). Киев, Политиздат Украины, 1986. — 271 стр., илл.
  • Так зарождалось братство: воспоминания участников Словацкого национального восстания / сост. В. А. Квитинский, А. П. Святогоров. Киев, Политиздат Украины, 1990. — 412 стр., илл.

Инглиз телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Beneš, Eduard. Memoirs of Dr. Eduard Benes: From Munich to New War and New Victory. Trans. By Godfrey Lias. Connecticut: Greenwood Press, 1954.
  • Crampton, R.J. Eastern Europe in the Twentieth Century—and After. London and New York: Routledge, 1997. ISBN 0-415-16423-0
  • Vojtěch Mastný, The Czechs Under Nazi Rule: The Failure of National Resistance, 1939—1942. New York: Columbia University Press, 1971. ISBN 0-231-03303-6
  • W.V. Wallace, «The Czechs Under Nazi Rule: The Failure of National Resistance, 1939—1942.» The English Historical Review, Vol. 88, No. 348., July 1973.

Чех телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Luža, Radomír. V objetí Hitlerově : z českého Kapitoly odboje. Překlad Vrba Tomáš. 1.. vyd. Praha : Torst, 2006. 536 ' s. ISBN 80-7215-286-6.
  • Kol. 1938—1941 odboje počátků Z. Praha : vojsko Naše, 1969. 517 ' s.
  • KŘEN, Jan. V emigraci. 1939—1940 Západní zahraniční odboj. Praha : vojsko Naše, 1969. 612 ' s.