Ҡарғалы (Саҡмағош районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ҡарғалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°15′42″ с. ш. 54°47′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 860 007

ОКТМО коды

80 656 460 111

ГКГН номеры

0520888

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарғалы (Рәсәй)
Ҡарғалы
Ҡарғалы
Ҡарғалы (Саҡмағош районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарғалы

Ҡарғалы (рус. Каргалы) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 161 кеше[1]. Почта индексы — 452213, ОКАТО коды — 80256860007.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарғалы ауылы — райондағы иң боронғо ауылдарҙың береһе. 1712 йылдың ғинуарында ошо ауылда йәшәгән башҡорт Сөйәрембәт Йосоповтың үҙенең ауылдашы Рәжәп Мәмбәтовтан үтескә 140 һум аҡса алып тороуы тураһындағы яҙма документ теркәлә. Сөйәрембәттең атаһы Йосоп Дасаев был документҡа ышаныслы кешеһе булараҡ үҙ тамғаһын ҡуя. Икенсе бер документ буйынса Рәжәп Мәмбәтов үҙе, улдары Мөғмин, Максим һәм Мөғәйем менән бергә, тәржемәсенән үтескә 240 һум аҡса ала. Ауыл Ҡаҙан даруғаһында урынлашҡан, әммә документтарҙа ниндәй улусҡа ҡарауы күрһәтелмәгән. Ауылға типтәрҙәрҙең (ерһеҙ башҡорттар) ҡасан индерелеүе тураһында документ юҡ. Яҙма документтарҙа "Йәлдәк улусының аҫаба башҡорттары тарафынан типтәрҙәр бик борон замандарҙа документтарһыҙ, телдән килешеү буйынса индерелгәндәр" тип билдәләнә. Был ауыл - хәҙерге Саҡмағош районындағы Ҡарғалы ауылы[2].

1795 йылғы V рәүиз документтарында ауылда 9 башҡорттоң һәм 77 типтәрҙәрҙең йәшәүе теркәлә. 1816 йылда башҡорттар 16, ә типтәрҙәр 72 кеше була. 1859 йылғы рәүиздә 33 аҫаба башҡорт һәм 140 типтәр теркәлә. 1834 йылда 20 башҡортҡа 240 бот ужым игене, 408 бот яҙғы иген сәселә[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 161 75 86 46,6 53,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]