Ҡарға күҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡарға күҙе
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Лилиә сәскәлеләр
Ғаилә: Ләлә һымаҡтар
Ырыу: Ҡарға күҙе
Латинса исеме
Paris L.

Ҡарға күҙе — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дүрт япраҡлы ҡарға күҙе үҫә. Башлыса күләгәле һәм дымлы урмандарҙа үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә таралған. Донъяла размеры буйынса оҙаҡ йылдар рекорд тотоп килә [1].

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҙон һырылыусы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары (һаны — 4) киң эллипс формаһында, өҫкө өлөшөндә ҡыҫҡа итеп осланған, ултырма тиерлек, сәскә аҫтында, таҡыяла урынлашҡандар. Сәскәһе яңғыҙ, һабаҡ осонда урынлашҡан. Сәскә эргәлеге 2 әйләнәлә урынлашҡан 8 япраҡсанан тора: тышҡылары — йәшел, эскеләре — һарғылт‑йәшел. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡарағусҡыл төҫтәге күп орлоҡло еләк, июлдә өлгөрә. Ағыулы үҫемлек.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кнорринг, О. Э. Род 294. Вороний глаз — Paris L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — Б. 469—473. — 760 + XXX б. — 5175 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Paris