Ҡар һыуына барыу йолаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡар һыуы

Ҡар һыуына барыу йолаһыбашҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты км тирәһе алыҫлыҡта булған.

Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.

Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә.

Халыҡ йолаһы - фәнни тәжрибәлә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡар һыуының юғары биологик активлы һыу икәне билдәле.Томск ҡалаһы ғалимдәре 1958-1961 йылдарҙа кешеләр, хайуандар, үҫемлектәр күҙәнәктәрендә уйландырырлыҡ тәжрибәләр үткәреп, был иҫбатлауҙы нығытты. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәлә, енси үрсемгә ныҡ тәьҫир итеүе билдәләнде. Ә ирегән ҡар һыуы эскән тауыҡтар, ябай һыу эскән тауыҡтарға ҡарағандә ике тапҡыр күберәк йомортҡа һалғандәр. Бойҙайҙың уңышы 56 % ҡа, ҡыярҙыҡы 250% ҡа күтәрелгән. Төрлө йәштәге биш ауырыуҙы дауалағанда лә ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Ҡандағы холестерин кәмегән, матдәләр алмашыныуы көсәйгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]