Ҡасимова Фидан Әкрәм ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасимова Фидан Әкрәм ҡыҙы
әзерб. Fidan Əkrəm qızı Qasımova
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Тыуған көнө 17 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы, актёр
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Бакинская музыкальная академия[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера һәм романс[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың халыҡ артисы орден «Независимость» орден «Слава» орден «Честь» Государственная премия Азербайджанской ССР народный артист Азербайджанской ССР заслуженный артист Азербайджанской ССР
Commons-logo.svg Ҡасимова Фидан Әкрәм ҡыҙы Викимилектә

Фидан Әкрәм ҡыҙы Ҡасимова (әзерб. Fidan Əkrəm qızı Qasımova; 17 июнь 1947, Баҡы, Әзербайжан ССР-ы) — совет, әзербайжан опера йырсыһы (сопрано), уҡытыусы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фидан Ҡасимова Баҡыла тыуған.

Бюль-Бюль исемендәге махсуслаштырылған музыка мәктәбен тамамлағандан һуң 1966 йылда Ғ. Һажибәков исемендәге Баҡы консерваторияһына уҡырға инә, уны 1971 йылда ике факультет — ҡыллы (Скрипка, С..Ғәниев класы) һәм вокал (И. А. Львович класы) буйынса тамамлай. 1974 йылда Мәскәү консерваторияһы аспирантураһын тамамлай.

Диплом яҡлағандан һуң Баҡыға кире ҡайта һәм М. Ф. Ахундов исемендәге Әзербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры солисы була.

Күп кенә халыҡ ара вокалистар конкурстарында ҡатнаша (Женева, II премия, 1973 йыл; Верчелли, I премия, 1977 йыл; Тбилиси, I премия, 1977 йыл; Ташкент, III премия, 1977 йыл; Афина, I премия һәм Гран-при, 1981 йыл; Мәскәү, II премия, 1982 йыл).

Концерттарҙа сығыш яһай. Көнбайыш Европа, рус һәм әзербайжан музыка классиктарының вокаль әҫәрҙәрен башҡара.

Ҙур һәм Мария театрҙарында, Толедо Опера (АҠШ), Б. Сметана исемендәге театрҙа (Чехия), Бухарест дәүләт театрында (Румыния), Гавана опера театрында (Куба), Афина Парфенонда (Греция), Анкара опера театрында (Төркиә), Детройт опера театрында (АҠШ), Мәскәүҙә «Мәскәү виртуоздары» камера оркестры менән сығыш яһай.

Донъя буйлап күп гастролдәрҙә йөрөй (АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Швеция, Норвегия, Швейцария, Австрия, Мексика, Франция, Дания, Куба, Төркиә һәм башҡалар), оҫталыҡ дәрестәре алып бара.

1982 йылдан педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1993 йылдан Баҡы консерваторияһының вокал кафедраһы мөдире (1990 йылдан профессор). 1992 йылдан 1998 йылға тиклем Истанбул консерваторияһының вокал кафедраһында уҡыта.

Йырсы һәм уның һеңлеһе Хураман инициативаһы менән Баҡыла 1997 йылда йәш опера йырсыларының Республика конкурсы үткәрелә.

1999 йылда директор А. Меликов менән аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында М. Ф. Ахундов исемендәге Әзербайжан опера һәм балет театрынан эштән бушатыла.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ата — әсәһе Әкрәм Ҡасимов һәм Туҡезбан Ҡасимова
  • Һеңлеһе — Хураман Ҡасимова (1951 йылда тыуған), опера йырсыһы, Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1986). Әзербайжанда ла, донъяның төрлө илдәрендә лә бер нисә тапҡыр бергә сығыш яһайҙар.
  • Улы Фәрит Ахунд-Ҡасимов (1980 йылда тыуған), музыкант һәм композитор, бизнес менән шөғөлләнә.

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Baki Musiqi Academiyasi 2009 йылдың 20 май көнөндә архивланған.
  2. Фидан Касимова удостоена ордена "Шараф". ru.sputnik.az. Дата обращения: 14 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года. 2015 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Holding, APA Information Agency, APA. Президент Ильхам Алиев вручил народной артистке Фидан Гасымовой орден «İstiqlal» - ОБНОВЛЕНО  (рус.). 19 июль 2017 тикшерелгән. 2017 йылдың 18 июнь көнөндә архивланған.
  4. Фидан и Хураман Гасымовы вошли в энциклопедию Кембриджа как самые известные исполнительницы (билдәһеҙ). АМИ Trend. Дата обращения: 14 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.