Эстәлеккә күсергә

Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары
1924 — 1926
Алдан килеүсе: Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы
Дауамсы: Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы
 
Тыуған: 1891({{padleft:1891|4|0}})
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Бикташ ауылы
Үлгән: 19 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Татар АССР-ы, Ҡазан ҡалаһы
Партия: һул эсерҙар (1917 йылдан)
ВКП(б) (1919 йылдан)
Белеме: Ҡазан университеты

Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы (189119 август 1937 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре. Башҡортостан АССР-ының мәғариф һәм юстиция халыҡ комиссары.

Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы 1891 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бикташ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Яңы Бикташ ауылы) тыуған. Милләте — татар.

1917 йылда Ҡазан университетын тамамлай. 1917 йылда һул эсерҙар партияһы сафына инә. 1917 йылдан Бәләбәй ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй[1].

1918 йылдан Бәләбәй революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта «Ярлы тауышы» гәзитенең мөхәррире була.

1919 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 1919 йылдан Үҙәк мосолман комиссариатының бүлек мөдире һәм «Чулпан» («Сулпан») гәзите мөхәррире, Бәләбәй өйәҙ башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе вазифаларын башҡара. «Татар-Башҡорт Совет Республикаһы проекты» өсөн пропаганда эше менән шөғөлләнә.

1920 йылдан Өфө губерна революцион трибуналында эшләй. 1921 йылдан Өфө губерна асығыусыларға ярҙам комитеты рәйесе була, учреждение Башҡортостанда аслыҡ менән көрәшеү өсөн ойошторола.

1922 йылдың ғинуарынан РКП(б)‑ның Өфө губерна комитеты ҡарамағындағы татар‑башҡорт секцияһының «Урал» гәзите мөхәррире була. Артабан Башҡортостан революцион трибуналы, 1923 йылдан Башҡортостан АССР-ының Баш суды рәйесе вазифаларын үтәй[1].

1924—1926 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары була.

1926—1928 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының юстиция халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта Башҡортостан АССР-ының прокуроры вазифаларын башҡара[1].

1928 йылда Ҡазан ҡалаһына күсә. 1929 йылдан ВКП(б)‑ның Татарстан өлкә комитеты хеҙмәткәре була.

1931—1933 һәм 1935—1936 йылдарҙа — Ҡазан дәүләт педагогия институты ректоры[1].

1933 йыдан Татар АССР‑ының игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, ә 1934—1935 йылдарҙа Татар АССР‑ының коммуналь хужалыҡ халыҡ комиссары вазифаларын үтәй.

1936 йылдың 30 декабрендә репрессияға тарттырылып ҡулға алына. «Милли троцкист ойошмаһында ҡатнашыуҙа» ғәйепләнә. 1937 йылдың 19 авгусында атыла. 1958 йылдың 14 ғинуарында аҡлана[2].

  • Касимов Г. К. Татарско-Башкирская Советская Республика (Первая книга) / Центральный мусульманский комиссариат . – Москва : Типография «Восточная печать» , 1918 . – XVI , 60 с.  (тат.)
  • Касимов Г. Поэтическому творчеству рабоче-крестьянского поэта М. Гафури — 20 лет // Башкортостан. 5 апреля 1923.  (баш.)