Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 июнь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө етәксе, уҡытыусы

Ҡасҡынбаев Мөхәррәм Абдразаҡ улы (5 июнь 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт эшмәкәре

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәррәм Абдразаҡ улы Ҡасҡынбаев 1963 йылдың 5 июнендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған.

1980 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Бөтә Союз бүленеше буйынса Чита өлкәһенең Приоргун районы Зоргол ауылында (ҠХР менән сиктәш) физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй.

1991 йылда Бөрйән районына физика һәм математика уҡытыусыһы булып ҡайта. 1994 йылда Яңы Мөсәт мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. 2000 йылда уның етәкселегендә мәктәптең яңы бинаһы һалына.

2005 йылда Бөрйән районы хакимиәтендә физкультура һәм спорт буйынса баш белгес, 2008 йылдың сентябренән 2008 йылдың ноябренә тиклем эштәр менән идара итеүсе, 2008 йылдың ноябренән социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2009 йылдың сентябрендә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы итеп күсерелә.

2011 йылдың 1 сентябренән Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яңы Мөсәт филиалы етәксеһе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәррәм Абдразаҡ улы Ҡаскынбаев уҡытыусы һәм мәктәп етәксеһе булыуҙан тыш киң йәмәғәтселек эшмәкәрлеге алып бара:

  • 2007, 2011, 2017, 2019 йылдарҙа шахмат буйынса район чемпионы[1][2]
  • 2013, 2014 йылдарҙа Бөрйән районы йыйылма командаһы составында ике тапҡыр шашка буйынса Урал аръяғы кубогын яулаусы
  • өҫтәл теннисы, гер спорты, пуля менән атыу һәм еңел атлетика буйынса район, зона ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе
  • 2013 йылда Күмертау, 2014 йыл Ишембай ҡалаһында ветерандар араһында республика фестивале еңеүсеһе
  • Чита ҡалаһында Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурсы лауреаты (1989 йылдың сентябре)
  • 2012 йылда Магнитогорск ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурсында 1-се дәрәжә диплом[3]
  • Футбол буйынса район, зона ярыштары еңеүсеһе һәм призеры булған Яңы Мөсәт ауылы футбол командаһына нигеҙ һалыусы

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы (2015 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (1995 йыл)
  • Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы (2008 йыл)
  • Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына 85 йыл миҙалы (2008 йыл)
  • Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына 90 йыл миҙалы (2013 йыл, 21 ноябрь)
  • Район советының, админстрация башлығының Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары
  • «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсы еңеүсеһе (1996 йыл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каскинбаев Мухаррам Абдразакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 265. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Шулай уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]