Ҡасҡын (Татарстан)
Ауыл | |
Ҡасҡын татар. Качкын | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
265 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423739 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Ҡасҡын — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уҫы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡазан—Өфө (М5) автомобиль юлында, Бәжән йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасҡын — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1728 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
1870 йылда ауылда 80 ихата була. Элекке йылдарҙағы кеүек, халыҡтың төп өлөшөн башҡорттар (471 кеше) тәшкил итә. 1902 йылда халыҡ араһында Земство иҫәбен үткәреү 160 ихата булыуын һәм уларҙа, нигеҙҙә, аҫаба башҡорттар йәшәүен теркәй (435 кеше)[2].
ХХ быуат башында ауылда мәсет (тәүге тапҡыр 1831 йылда алына), ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мәктәптәр, 2 ел тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[3][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда ир енесле 134 башҡорт, 48 типтәр; 1859 йылда — 458 башҡорт; 1870 йылда — 471 башҡорт; 1902 йылда — 435 башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр (типтәрҙәр) йәшәй. Керҙәштәр сығышы менән байлар ырыуы башҡорттарынан (Алабуға өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһе)[3].
1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
471 | 755 | 892 | 880 | 649 | 477 | 253 | 282 | 326 | 298 | 237 | 265 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, клуб бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия. Т. 3. — С. 270.
- ↑ Рафиль Асылгужин, Юлдаш Юсупов. История башкирских сел и деревень Актанышского района Республики Татарстан. (баш.). — Институт гуманитарных исследований Республики Башҡортостан, "Центр шежере": Уфа: Идель Пресс., 2011. с. 80, илл. 500 экз..
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 356—358. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.