Ҡатнашыусы:Альфия Анваровна
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Яңауыл районы муниципаль районы Яңауыл ҡалаһы лицейы МБДББУ
Эҙләнеү эшенең темаһы:
Тарихы булмаған илдең киләсәге лә юҡ
Башҡарҙы: Яңауыл ҡалаһы лицейы МБДББУ
9-сы класы уҡыусыһы
Миндейәрова Әлфиә Фирҙәүес ҡыҙы
Етәксеһе: Яңауыл ҡалаһы МБДББУ лицейы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
(Башҡортостан Республикаһының мәғариф
отличнигы)
Яңауыл- 2015
Йөкмәткеһе Инеш 2-4 Төп өлөш 4-8 Йомғаҡлау 8-10 Ҡулланылған әҙәбиәт 12 Ҡушымта
Инеш
«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел»,«генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, рус батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле.Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеалогик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы "Урал батыр" (башҡорттарҙа),"Уғыҙнамә" (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), "Манас"(ҡырғыҙҙарҙа), "Джангар" (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй.
Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге
Борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙенең ете быуынын, шунан ары ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне үтәүҙе талап иткән. Был теманы бөгөнгө көндә Яңы стандарттар буйынса талап ителгән культурологик компетентлыҡ булдырыу мәсьәләләренең береһе - рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, ихтирам итеү тип күҙаллайбыҙ. Беҙҙең район- күп милләтле . Һуңғы йылдарҙа үҙ тамырҙарын барларға теләүселәр күп, ләкин шәжәрәләрҙе йыйып, һаҡлап бармау бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра. Шәжәрә – ҡиммәтле мәҙәни ҡомартҡы, халыҡтың тарихын,тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты 1. Ғалимдарҙың шәжәрәгә арналған мәҡәләләрен тикшереп,аҡһаҡалдар менән әңгәмә үткәреп Туртыҡ ауылының тарихын тикшереү. 2.Райондың тарихи ҡомартҡыһы булған Мөхәммәт Мөҡим Ишан- хәҙрәттең зыяратының тарихын өйрәнеү. 3. Иптәштәремдә шәжәрәне өйрәнеүгә,ер-һыу тарихын, тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы Тыуған ергә бәйле ер- һыу атамаларының тарихын өйрәнеү;
Уран ерҙәренең матурлығын данлау.
Эҙләнеү эшенең методтары
Топонимдарҙың тарихын тикшереү. Ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыу. Шәжәрәгә бәйле әҙәбиәт менән танышыу.
Тикшеренеү объекты Темаға ярашлы әҙәбиәт , аҡһаҡалдар менән әңгәмә. Эҙләнеү предметы Шәжәрәгә бәйле материалдар . Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн шәжәрәгә ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, шәжәрәне төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала. Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
Төп өлөш
Яңауыл районының Туртыҡ ауылы тарихы 200 йылдан бер аҙ ғына кәм ваҡытты үҙ эсенә ала. Бында беренсе төпләнеүселәр яҡынса 1810-1820 йылдарҙа күсеп килгән. Ҡара урман эсендә бейек тау торған,унда өс ҡайын үҫкән. Ә тау итәгенән шишмә аҡҡан. Ошо шишмә беренсе килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән дә инде. Урман киҫеп,йорт һалып,донъя көтә башлағандар. Был кешеләр – Миңлебай менән Ғабдулла була һәм заманына күрә бик бай кешеләр булалар. Улар, аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса, батшаның ҙур һалымынан бында ҡасып киләләр. Бында ҡаршылыҡлы фекер бар. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндийәровтың «История сел и деревень» китабында ошондай юлдар бар: «Уран олоҫоноң Бәҙрәш,Ҡарман,Ҡыҙылъяр, Үрдәк ауылдары башҡорттары Бүә йылғаһы артындағы Вояҙы йылғаһы эргәһендә XIX быуат аҙағында Аҡылбай ауылын(1920 йылда - 50 йортта 272 кеше) һәм 1851 йылда Туртыҡ ауылын (1859 йылда- 33 йортта 174 кеше,1920 йылда 137 йортта 727 кеше) нигеҙләгән». XIX быуат аҙағына Туртыҡ ауылында баҙар, ыҫмала заводы, һыу тирмәне эшләгән.
Йылдар үткән. Ауыл әкренләп ҙурая барған. Бында Киҫәкҡайын,Тартар ауылдарынан кешеләр күсеп килгән.Күпмелер ваҡыт үткәс, Туртыҡ ауылына Сәйфаттал тигән кеше күсеп килә ,тау башына йорт һала. Сәйфаттал да ярлы булмай. Уның аҡсаһына ауылда дегет ҡыуыу заводы төҙөлә.
Туртыҡ Мөхәй, Ташлыҡтау, Мөнсөк тауҙары менән дан тота.Улар төрлө шифалы үләндәргә, ҡайын, ер еләгенә бай. Бындағы шишмәләрҙе һанап та бөтөрөрлөк түгел. Халыҡ араһында иң яратҡандары тип Шакир, Хәлим, Хәким,Таш, Шамил шишмәләре иҫәпләнә. Тау итәгенән сыҡҡан Ташшишмәнән, кешеләр, тураға төшөп ауылға нигеҙ һалған һәм уға «тура» һүҙенә нигеҙләнеп биргән.
Тамырҙарыңды, ырыу тамғаларыңды белеү кешегә үҙен ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ
ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғы бирә. «Тарихы булмаған илдең киләсәге лә юҡ ,» -тигән бер аҡыл эйәһе. Был йәһәттән, беҙ - бәхетле халыҡ. Башҡорт халҡының меңдәрсә йылдар менән иҫәпләнгән тарихы, быуаттар буйына һаҡланып килгән ҡомартҡылары, йолалары бар. Тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ өмөтлө. Һәр көршәк ватығы, һәр иҫән ҡалған кәрәк-яраҡ быуаттар ҡайтауазын һаҡлай. Беҙҙең боронғо бабаларыбыҙ мәсеттәр һалған, һарайҙар төҙөгән. Яңауыл районының Туртыҡ ауылында ла гүзәл архитектура нигеҙендә матур итеп төҙөлгән зыярат бар. Туртыҡ ауылы тарихы 200 йылдан бер аҙ ғына кәм ваҡытты үҙ эсенә ала. Бында беренсе төпләнеүселәр яҡынса 1810-1820 йылдарҙа күсеп килгән. Ауыл кешеләре иң яҡшы вәкилдәренең береһе тураһында иҫтәлекте хөрмәт менән һаҡлай. Ул- Мөхәммәт Мөҡим Ишан- хәҙрәт (Ишан-мосолман йәмғиәте башлығы һәм остазы- ислам дине баҫҡысында ҙур абруйлы һәм ихтирамлы шәхес) - бөгөнгө Пермь крайы, Удмуртия һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы мосолмандарының күренекле дин эшлеклеһе һәм рухи етәксеһе. 1847 йылда уның етәкселегендә һәм башлыса уның аҡсаһына ике ҡатлы мәсет төҙөлә.
Был мәсет хәҙерге көндә лә иҫән,хәҙер уны “Ишан бабай мәсете” тип йөрөтәләр. Бинаһы һәйбәт һаҡланған, ныҡлығы менән хайран ҡалдыра. Ул Пермь крайының Бурня ауылы янындағы урмандан аттарҙа ташылған, һайлап алынған ағастан төҙөлгән, тиҙәр.Иман хәҙрәт йыназа урынын үҙе үлгәнсе үк төҙөп ҡалдырған. Һуңынан унда үҙен һәм ғаиләһен ерләгәндәр.
Рәшәткәһе тимерҙән, терәктәре кирбестән, уртаһында ғәрәпсә яҙыулы һәйкәл тора. Кирбесен теҙеү өсөн,аҡһаҡалдар һөйләүе буйынса , әллә йомортҡаның ағын,әллә һарыһын өҫтәгәндәр.
Йылдар үткәс, Совет власы килгәс, уны емерергә тырышҡандар, ләкин ниәттәре барып сыҡмаған, стена тамыр йәйгән кеүек баҫып торған,бирешмәгән. Бөгөнгө көнгә тиклем, хатта сүкеп эшләнгән ҡапҡаһы ла, һаҡланған. Дүрт яҡтан да ғәрәп яҙмаһы менән сыбарланып бөткән ҙур үлсәмдәге обелиск тулыһынса һаҡланып ҡалған. Яҙыу шул хаҡта һөйләй : бында Мөхәммәт Мөҡим ерләнгән, ул 1831-1897 йылдарҙа йәшәгән.
Тамырҙарыңды, ырыу тамғаларыңды белеү кешегә үҙен ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғы бирә. Шәжәрәне өйрәнгәндә ауыл,ер-һыу тарихына бәйләп өйрәнеү отошло. Сөнки һәр ергә генә хас атамалар беҙҙең ата-бабайҙарыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыһы.
Йомғаҡлау
Кешелектең иң юғары ҡиммәткә эйә булған сифаттарынан береһе, моғайын, Тыуған илеңә, төйәгеңә, йортоңа булған тәрән мөхәббәттер. Тыуған ауыл тарихын белеү кеше өсөн уның ата-бабаларының йәнле тарихын белеүгә тиң була. Ауылдың акһаҡалдары менән әңгәмәләр үткәреп , һаҡланып ҡалған тарихи документтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, беҙ районыбыҙҙың оло тарихлы ауылына ҡағылышлы күп кенә ҡыҙыҡлы материалдар таптыҡ.Әлеге материалдар беҙҙең эҙләнеү эшебеҙҙә сағылыш тапты. Шулай итеп, эҙләнеү эшебеҙҙә районыбыҙҙың иң ҡарт ауылдарының береһе Туртыҡ ауылы тарихы һәм уға нигеҙ һалыусыларҙың исемен һәм тарихи ҡомартҡыларҙың береһе - Мөхәммәт Мөҡим Ишан- хәҙрәт зыяраты тураһында бик күп мәғлүмәт тупланыҡ. Ә иң мөһиме,беҙ был эште башлап ебәргәнбеҙ икән ,тимәк, беҙҙең тарих юғалмаҫ, быуындан –быуынға күсеп барыр, онотолмаҫ тигән теләктә ҡалам мин.Эҙләнеү эшемә йомғаҡ яһап,класташтарым,Туртыҡ ауылы кешеләре менән анкета үткәрҙем. Һеҙгә шуларҙы тәҡдим итәм.
Туртыҡ ауылы кешеләре менән
«Шәжәрә» темаһына үткәрелгән анкета
№ Һорауҙар Ҡатнашыу-сылар һаны эйе % Юҡ % ҡыҙыҡ- һынға- ным булманы %
1 Шәжәрә нимәне аңлатыуын беләһегеҙме? 25 25 100% - - - - 2 Үҙегеҙҙең ете быуынығыҙҙы беләһегеҙме? 25 20 80% 5 20 - - 3 Мөхәммәт Мөҡим Ишан- хәҙрәт тураһында нимәләр беләһегеҙ? 25 22 88% 2 8 1 4 4 Тыуған ауылығыҙ тарихын беләһегеҙме? 25 25 100% - - - -
Ете быуынығыҙҙы беләһегеҙме?
-20 % белмәй
- 80 % белә
Класташтарым менән
«Шәжәрә» темаһына үткәрелгән анкета
№ Һорауҙар ҡатнашыу-сылар һаны эйе % юҡ % ҡыҙыҡ- һынға- ным булманы % 1 Шәжәрә нимәне аңлатыуын беләһегеҙме? 30 25 83% 5 17 - -
2 Үҙегеҙҙең ете быуынығыҙҙы беләһегеҙме? 30 13 43% 15 50 2 7
3 Мөхәммәт Мөҡим Ишан- хәҙрәт тураһында нимәләр беләһегеҙ? 30 18 60% 10 33 2 7 4 Районыбыҙҙа ниндәй тарихи урындар беләһегеҙ? 30 27 90% 3 10 - -
Районыбыҙҙа ниндәй тарихи урындар беләһегеҙ?
- 10 % белмәй
- 90 % белә
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Асфандияров А.З. Истории сел и деревень Башкортостана-Уфа : «Китап» ,1994.-43-98-се бит. 2.Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С.,Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары) VI класс өсөн дәреслек-Өфө: Китап,2005.-4-38 –се бит. 3. «Йыйын» гәзите №6,2010 йыл. 4.Әсфәндийәров Ә.З.Олатайҙарҙың бар тарихы-Өфө: Китап,2005- 71-72 -се бит. 5. Интернет мәғлүмәттәре.