Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит/Яҡшы мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Wikibar2.png
 
Яҡшы мәҡәлә
Coat of Arms of Bashkir ASSR.png

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.

1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.

1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла. ↪ д а у а м ы…

Исемлек | Үҙгәртеү