Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Ғәлин Азамат Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәлин Азамат Зәки улы (3 октябрь 1978) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, эшҡыуар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе (20092010)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азамат Ғәлин 1978 йылдың 3 октябрендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Етенсе синыфты тамамлағансы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый, артабан Өфө ҡалаһының 45-се һанлы мәктәбендә 9-сы синыфты тамамлай һәм төҙөлөш училищеһында уҡып, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 1996 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡырға инә, 2002 йылда тарих факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын 2000 йылда 14-се һанлы асыҡ мәктәптең тарих уҡытыусыһы булып башлай. Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй. 2003 йылда Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәтенә күсә, мәҙәниәт һәм йәштәр эше буйынса бүлектә белгес, әйҙәүсе белгес, баш белгес, бүлек етәксеһе, гуманитар идарлығы етәксеһе урынбаҫары вазифаларында эшләй. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратына күсерелә. Аппараттың мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр эше һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлегенең сектор мөдире, бүлек етәксеһе вазифаларында эшләй.

2009 йылдың декабрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. 2010 йылдың июнендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабаттан башҡарма комитет рәйесе итеп һайлана. Шул уҡ йылдың октябрь айында башҡарма комитет ултырышында үҙ аллы «рәйескә ҡарата ышаныс белдереү» мәсьәләһен тауышҡа ҡуя. Был хәлде республикала барған сәйәси ваҡиғалар арҡылы башҡарма комитет ағзаларының ҡараштары бүленеүе менән нигеҙләй. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә башҡарма комитеты рәйесе вазифаһынан бушатыла.

2010 йылдың октябренән 2011 йылдың октябренә тиклем ...

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары белемле. 2002 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетын, 2007 йылда Башҡортостан Президенты янындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһының дәүләт һәм муниципаль идараһы факультетын тамамлаған. Швейцарияның Асыҡ хакимлыҡ идараһы мәктәбендә белемен камиллаштырған. Башҡорт, татар, урыҫ, инглиз, немец телдәрен яҡшы белә[3].

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Избран новый председатель Исполкома Всемирного курултая башкир. ИА «Башинформ» (18 декабрь 2009). Дата обращения: 21 ноябрь 2017.
  2. Исполком Всемирного курултая башкир высказал недоверие Азамату Галину. ИА «Башинформ» (8 октябрь 2010). Дата обращения: 21 ноябрь 2017.
  3. Радмир Яушев. Востребован временем. Вся правда об Азамате Галине. Общественно-политический портал Республики Башкортостан «Майдан РБ» (26 март 2014). Дата обращения: 21 ноябрь 2017.