Ҡатнаш көрәш сәнғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатнаш көрәш сәнғәте
ингл. Mixed martial arts
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы MMA, AMM, AMM, AMM һәм AMM
Спорт төрө ҡатнаш көрәш сәнғәте
Пиктограмма
 Ҡатнаш көрәш сәнғәте Викимилектә

Ҡатнаш көрәш сәнғәте (шулай уҡ MMA — ингл. mixed martial arts) — яугирлыҡ сәнғәте (йыш ҡына «ҡағиҙәһеҙ һуғыш» тигән дөрөҫ булмаған исем менән дә атайҙар), бергә-бер алышҡа сығыуҙың күп һандағы техник алымдары, мәктәптәре һәм йүнәлештәренән ғибәрәт. ММА — һуғыу техникаһын ҡулланып, тулыһынса контактлы алыш һәм баҫҡан (клинч) килеш тә, шулай уҡ, иҙәндә лә (партерҙа) көрәшеү. «Mixed Martial Arts» терминын 1995 йылда MMA[1] -ның тәүге ойошмаларының береһе Вattlecade-ның президенты Рик Блюм тәҡдим итә, артабан был термин яңы инглиз илдәрендә дә тотороҡло ҡулланылыш таба.

ММА тамырҙары беҙҙең эраға тиклемге осорға барып тоташа: боронғо гректар беренсе  Олимпия уйындарында панкратионда ярыша, әммә 1990-сы йылдарға тиклем ММА донъяла киң популярлығы менән маҡтана алмай. «Ultimate Fighting Championship» (ингл. — «Абсолют алышсылар чемпионаты»), «Pride Fighting Championships» (ингл. «Прайд» алышсылар чемпионаты ) кеүек һ. б. ойошмалар барлыҡҡа килеп үҫешкәс кенә ММА-ның популярлығы ҡырҡа күтәрелә, быға профессиональ бокстағы тамашаға кешенең аҙ йөрөүе лә булышлыҡ итә. Тәүге ярыштарҙа ҡағиҙәләрҙең бик аҙ булыуына, был спортты «ҡанлы үлтереш» тип тәнҡитләүҙәренә ҡарамаҫтан, промоутерҙар спортсыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу һәм яңы тамашасыларҙы йәлеп итеү өсөн өҫтәмә сикләүҙәр индерә[2]. Ошо тырышлыҡ арҡаһында, хәҙерге ММА — иң тиҙ үҫешкән заманса спорт төрҙәренең береһе[3], алыштарҙың түләүле трансляцияларын һатыу күрһәткестәре, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, шөғөлләнеүсәләрҙең артыуы һәм ММА менән бәйле тауарҙарҙы һатыуҙың артыуы  ла быны раҫлай.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамырҙары һәм үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Панкратион ҡағиҙәләре буйынса алышта Уффицинан көрәшселәр
Панкратиастар Рим рельефына төшөргәндәр.  2-се йәки 3-сө быуат А. Д.

Панкратион - хәҙерге ММА-ны хәтерләткән иң өлкән ҡоралһыҙ көрәш стиле. Боронғо гректар беҙҙең эраға тиклем 648 йылда Олимпия уйындарына ошо дисциплинаны индерә[4]. Гректарҙың панкратион көрәше аҙаҡ тағы ла ҡатыраҡ булған этруск һәм боронғо Рим «панкратиум»ына әйләнә. Бындай стилдә һуғышыу стиле Колизейҙа күрһәтелә, ә атаҡлы алышсылар статуялары аҙағыраҡ Римдә һәм Италияның башҡа ҡалаларында ҡуйыла.

XIX быуат аҙағында ҡайһы бер алыштар йәмәғәт урындарында үткәрелә. Улар төрлө көрәш стилдәрендә, шул иҫәптән джиу-джитсу, көрәш һәм башҡа стилдәрҙә башҡарыла. XIX һәм XX быуаттар араһында[5] ҡатнаш стилдәрҙән торған ярыштар (мәҫәлән, боксер көрәшсегә ҡаршы сыға) Европала һәм күп кенә Алыҫ Көнсығыш илдәрендә ярайһы уҡ популяр була. Хатта Англияла   Европа һәм Азия тәғлимәттәрен[6] берләштергән һәм «бартитсу» тип аталған көрәш сәнғәте барлыҡҡа килә. Атап әйткәндә, бартитсу («баритсу» исеме аҫтында) инглиз яҙыусыһы Артур Конан Дойлдең әҫәрендә лә иҫкә алына, ул үҙенең антигеройы — профессор Мориартиның «үлем килтереүсе баритсу көрәше» алымдарына эйә булыуы тураһында яҙа. Рейхенбах шарлауығы ситендә Мориарти ошо өлкәләге белемен инглиз боксы мәктәбе вәкиле Шерлок Холмсҡа ҡаршы ҡул көрәшендә файҙалана, әммә Шерлок Холмс та «баритсу» алымдарына белгән булып сыға.[7]

Беренсе донъя һуғышынан һуң был көрәш ике төп йүнәлештә ҡайтанан тергеҙелә. Беренсеһе — «шутрестлинг» (ингл. shootwrestlingshootwrestling) исемен алған ысын ярыш; икенсеһе  алдан планлаштырылған хореографик шоуға әүерелә, һөҙөмтәлә һуңғыһы хәҙер күп кенә илдәрҙә, атап әйткәндә, АҠШ, Япония һәм Мексикала популяр булған профессиональ көрәшкә килтерә лә инде.

60-сы йылдар аҙағында Брюс Ли төрлө көрәш сәнғәте элементтарын берләштереү концепцияһын популярлаштыра. Брюс Ли булдырған философия «Джиткундо» тип атала, көрәшсенең, теләһә ниндәй стилде ҡабул итеп, уға тиҙ арала яраҡлаша алыуы — Ли философияһының төп принциптарының береһе. Брюс Линың тәғлимәте һәм бигерәк тә уның ҡатнашлығындағы фильмдар ММА-ға ғәләмәт ныҡ йоғонто яһай, хатта 2004 йылда UFC президенты Дэйн Уайт Брюс Лины «MMA атаһы» тип атай[8]. Шуны ла әйтергә кәрәк, джиткундонан байтаҡ боронғораҡ заманда уҡ Японияла кадзюкембо һәм карате Годзью-рю кеүек ҡатнаш типтағы алыш сәнғәте була.

ММА-ның ата-бабаһы СССР-ҙа ла була: ул самбо —  «Көрәштең ирекле стилен үҫтереү тураһында»ғы[9] 633-сө һанлы бойороҡҡа ярашлы 1938 йылда бергә-бер алышының күп төрҙәрен ҡушыу нигеҙендә булдырылған система. Бөгөнгө көндә йәшәп килгән спорт көрәше сәнғәтендә самбо ҡулланылыусы ысулдар арсеналы буйынса ММА-ға иң яҡын торғаны. Шундай асыҡлыҡ индерергә кәрәк, самбо төп ике — спорт һәм хәрби йүнәлештәренә бүленә. Беренсе осраҡта ташлау техникаһын йәғни ауырттырыу ысулдары техникаһын күрһәтеү төп бурыс булһа,  хәрби самбо иһә үҙенең асылы буйынса ММА-ға бик яҡын, сөнки көрәшсенең ҡаршы яҡтың ҡаршы тороу һәләтен нәтижәле рәүештә һәм тиҙ арала юҡҡа сығарыу — тәү сираттағы бурыс. Шуға бәйле 1991 йылға тиклем самбоның хәрби өлөшө көс структуралары өсөн генә асыҡ була[10].

Бынан тыш СССР ҡораллы көстәрендә  1979 йылдан башлап АРБ буйынса ярыштар үткәрелә, ә уның ҡағиҙәләре ҡатнаш бергә-бер алышының[11] ҡағиҙәләренә ныҡ оҡшаған. 

Хәҙерге заман ММА-һы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәтенең тамырҙары ике ваҡиғаға барып тоташа: Бразилияла үткәрелгән вале-тудоға (португал теленән һүҙмә-һүҙ: "Бөтәһе лә рөхсәт ителә") һәм Япониялағы  шутрестлинг-ҡа. Вале-тудо XX быуаттың өсөнсө ун йыллығында Бразилияның джиу-джитсуһы вәкилдәре Карлос Грейси менән Хелио Грейсиның улар менән көрәштә көс һынашырға теләгән кешене ярышҡа саҡырыуынан башланғыс ала. Был «Грейси алышҡа саҡыра» кеүек ҡабул ителә, аҙаҡ Грейсиның вариҫтары ла уларҙың юлын дауам итә.

Японияла 1970-се йылдарҙа профессиональ көрәшсе Кандзи «Антонио» Иноки (япон. 猪木寛至猪木寛至) ҡатнаш ҡағиҙәләр буйынса бер нисә уйын үткәрә[12]. Мәҫәлән, 1976 йылдың 26 июнендә Иноки атаҡлы боксер Мөхәммәт Али[13] менән осраша. Тәүҙә тулыһынса ҡатнаш көрәш ҡағиҙәләре буйынса алыш үткәреү планлаштырыла, ләкин ярыштан ике көн алда  осрашыуҙың һөҙөмтәһенә һиҙелерлек йоғонто яһаусы сикләү индерелә: Инокиға ул бер аяғы менән иҙәнгә тубыҡланып торғанында ғына аяғы менән тибеү рәхсәт ителә. Һөҙөмтәлә Али алты тапҡыр һуға, ә Иноки алыш барышын иҙәндә үткәрә һәм лоу-кикалар[14] менән Алины үҙенә яҡын ебәрмәй. Алыш бер яҡтың да еңмәүе менән тамамланһа ла, Алиҙың аяҡтарына яһалған зыян уның боксер карьераһын саҡ хәүеф аҫтына ҡуймай[15]. Был алыштың ҡыҙыҡлы тамаша булмауы һөҙөмтәһендә, ҡағиҙәләре яраҡлаштырылмағанлыҡтан ҡатнаш ҡағиҙәләр буйынса алышты үткәреү мөмкин түгел, тигән фекер тарала, һәм оҙаҡ ваҡыт улар үткәрелмәй[16]. Шуға ҡарамаҫтан, Иноки төрлө ваҡытта ҡатнаш ҡағиҙәләр буйынса алыштарҙы ойоштороуҙы дауам итә, хатта улар киң танылыу алмаһа ла. Әммә тап шул ярыштар  1986 йылда ҡатнаш көрәш сәнғәтенең тәүге ойошмаһын булдырыуға килтерә, ул «Шуто» (ингл. ShootoShooto) исеме аҫтында таныла. Инокиҙың  «Шуто»ға ҡағылышы булмай: ойошмаға уның «рестлер рингы буйынса коллегаһы» Сатору Саяма[17] нигеҙ һала.

2010 йылда UFC эгидаһы аҫтында ММА ҡағиҙәләре буйынса алыш.

Артабан ММА төрлө илдәрҙә төрлөсә үҫешә. АҠШ-та MMA-ның популярлығы 1993 йылдан күтәрелә башлай. Калифорния бизнесмены Арт Дэйви һәм Бразилияның джиу-джитсу мәктәбе етәксеһе Рорион Грейси Денверҙа һәм Колорадола Ultimate Fighting Championship (UFC) тәүге турнирын ойоштора. Еңеүсе өсөн приз фонды 50 мең доллар булған һәм бокс, сават, сумо, карате һәм көрәш вәкилдәре ингән турнирҙа һигеҙ спортсы ҡатнашырға теләк белдерә. Нисек кенә ғәжәп булмаһын: залға 2800 тамашасы йыйыла, бынан тыш 86 мең[18] кеше ярыштың кабель телевидениеһы буйынса түләүле трансляцияһын һатып ала, үҙенә ҡаршы уйнаусыларҙан ауырлыҡта ла, буйҙа ла ҡайтышыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, ул ваҡытта бик аҙ билдәле булған ауырттырыу алымдарын оҫта файҙаланған Бразилия спортсыһы Ройс Грейси турнир еңеүсеһе була. Аҙаҡ, Грейси тағы UFC-ның ике турнирында еңә, бының менән ул хәҙерге ваҡытта ММА-ның күп кенә көрәшселәрен әҙерләүҙә төп компонеттарҙың береһе булған джиу-джитсу көрәшен популярлаштыра.

Ҡатнаш көрәш сәнғәтенә булған ҡыҙыҡһыныу 1997 йылда Японияла ММА-ның ҙур ойошмаһын — Pride Fighting Championships-ты булдырыуға килтерә. Спорттың үҫешә барыуы һөҙөмтәһендә Strikeforce, EliteXC, Fighting Bellator Championships, Bodog, Affliction, WEC, Dream, M-1 Global кеүек башҡа ойошмалар барлыҡҡа килә, әммә ҡаты конкуренция шарттарында уларҙың ҡайһы берҙәре юҡҡа сыға, шул уҡ ваҡытта ҙур булмаған популярлыҡҡа риза булып, көрәшселәр кимәленең әллә ни юғары булмауына күнгәндәре лә була. 

СССР тарҡалыуға бәйле Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә MMA ойошмаһының үҫеше буталсығыраҡ характерҙа бара һәм, нигеҙҙә, 1990-сы йылдар урталарынан айырым турнирҙар йәки, турнир селтәрен булдырмайынса ғына, алыштар үткәрелә башлай[19]. Ҡағиҙәләргә буйһондороусы структуралар, медицина күҙәтеүе һәм көрәште үткәреү шарттары булмағанлыҡтан, ярыштар кимәле бағыусыларҙың аҡса һалыу теләгенә генә бәйле була, шуға ла көрәш нормаль булмаған шарттарҙа ла үткәрелә. Рәсәйҙә RINGS япон ойошмаһы эшләй башлағас ҡына хәлдәр байтаҡҡа яҡшыра,  унда Бүре-хан, Андрей Копылов, Михаил Илюхин һәм Николай Зуев[20][21] кеүек көрәшселәр үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә. Төрлө ойошмалар[22][23] версиялары буйынса RINGS аҙағыраҡ ММА буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы булған Федор Емельяненкоға ла юл аса.

Бөгөнгө көндә ММА Рәсәйҙә, мәҫәлән, АҠШ менән сағыштырғанда, әллә ни йәһәт үҫешмәй. АҠШ-та «Station Casinos» казинолар селтәре хужалары ағалы-ҡустылы Фертитталар, 2001 йылда промоушенды һатып алғас һәм компанияның президенты итеп бокстың элекке промоутеры Дэйн Уайт тәғәйенләгәс, UFC алыштарына ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта. Хатта ул мәлдә ММА рәсми рәүештә тыйылған штаттарҙа ла (мәҫәлән, Нью-Йоркта) кешеләр спорт менән күпләп мауыға башлай. Был, иң беренсе сиратта, ҡағиҙәләрҙең алыштарҙы тамашасы өсөн ҡыҙыҡлыраҡ булыуы йүнәлешендә үҙгәртелеүенә, Уайттың спортты (дөрөҫөрәге, UFC ойошмаһының үҙен) популярлаштырыуға йүнәлтелгән агрессив сәйәсәтенә һәм яугирлек техникаһының камиллаша барыуына бәйле була. 2006 йылдың декабрендә UFC-ның популярлығы иң юғары нөктәгә күтәрелә, түләүле телевидениела Чак Лидделлдың Тито Ортисҡа ҡаршы алышы күләме буйынса бокс тарихындағы[24] иң кассалы алыштарҙан ҡалышмаған кимәлдә аҡса йыя. 2007 йылда ағалы-ҡустылы Фертитталар үҙҙәренең төп конкуренты булған япон «Pride»н һатып ала, һөҙөмтәлә UFC ММА[25][26] донъяһында иң ҙур ойошмаға әйләнә. Pride-ның иң яҡшы уйынсылары АҠШ-та спорттың популярлығын тағы ла юғарыраҡ күтәреүгә өлгәшә, түләүле трансляциялар[27][28].һанының артыуы ла быға дәлил.

Киң мәғлүмәт сараларында тейешенсә яҡтыртылмау һәм халыҡтың күбеһендә ММА тураһында «ҡанлы спорт»[29] тигән фекер йәшәү сәбәпле, Рәсәйҙә хәлдәр бөтөнләй икенсе төрлө. Дәүләт был спортҡа финанстар бүлмәй һәм уны үҫтереү программаһы ла юҡ[30], шуға ла күп булмаған энтузиастар ғына спортты үҫтереүгә тырышлыҡ һала[31].

2012 йылдың 26 сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы комиссияһы ММА-ны үҙаллы спорт төрө тип рәсми рәүештә таный[[32][33][34]. Башҡа илдәрҙә (мәҫәлән, Англия, Австралия һәм Германияла ) ММА үҫешеүсе спорт булып тора, ә бына Францияла ММА көрәше тыйылған[35].

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вале-тудо, шутрестлинг һәм 1 UFC көрәштәренең тәүге алыштарынан, бигерәк тә панкратиондан һуң хәҙерге заманға тиклем ММА ғәйәт ҙур үҙгәрештәр кисерә. Көрәш алымдары техникаһының камиллашыуы, физик әҙерлек процестарының яҡшыра барыуы менән бәйле уғата ирекле ҡағиҙәләрҙе үҙгәртергә кәрәклеге асыҡланды. Көрәшселәрҙең һаулығын һаҡлау зарурилығы һәм айырыуса 1990-сы йылдар башына хас булған «кешеләр араһында әтәстәр һуғышы» стереотибынан арыныу теләге бының өсөн төп сәбәп була. Спортҡа бындай ҡараштың йәшәүе уның үҫешенә ҡамасаулай, промоутерҙар ҡағиҙәләрҙе йомшартырға мәжбүр була. Яңы ҡағиҙәләргә ауырлыҡ категорияларына бүлеү, махсус бирсәткәләр ҡулланыу, рөхсәт ителгән алымдарға өҫтәмә сикләүҙәр ҡуйыу һәм алыштар өсөн ваҡыт сикләүҙәре инә.

Ауырлыҡ категориялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көрәш алымдары техникаһы буйынса мәғлүмәт киң таралыу сәбәпле, ауырлыҡтағы айырма мөһим фактор булып ҡала. Бөгөнгө ММА-ла туғыҙ ауырлыҡ категорияһы бар (иленә һәм аныҡ ойошмаға бәйле рәүештә көрәшеүселәрҙең ауырлығында бер аҙ айырма булыуы ихтимал):

Ауырлыҡ (кг) Категория исеме Категория: инглиз исемдәре Иҫкәрмә
баш 120,2 Үтә ауыр ауырлыҡ Super heavyweight Был ойошмаларҙа ҡайһы бер ауырлыҡ категориялары юҡ.
93 — 120,2 Ауыр ауырлыҡ Heavyweight
83,9 — 93 Ярымауыр ауырлыҡ Light heavyweight
77,1 — 83,9 Уртаса ауырлыҡ Middleweight
70,3 — 77,1 Ярымурта ауырлыҡ Welterweight
65,8 — 70,3 Еңел ауырлыҡ Lightweight
61,2 — 65,8 Ярымеңел ауырлыҡ Featherweight Был ойошмаларҙа ҡайһы бер ауырлыҡ категориялары юҡ.
56,7 — 61,2 Еңел ауырлыҡ Bantamweight Был ойошмаларҙа ҡайһы бер ауырлыҡ категориялары юҡ.
56,7 тиклем Үтә еңел ауырлыҡ Flyweight Был ойошмаларҙа ҡайһы бер ауырлыҡ категориялары юҡ.

Һаҡланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ММА-ла ҡулдарҙы һаҡлау өсөн боксер бирсәткәләре урынына бармаҡтары асыҡ махсус бирсәткәләр (накладкалар) ҡулланыла. ММА өсөн тәғәйенләнгән ярымбирсәткәләр боксер бирсәткәләре менән сағыштырғанда ярайһы уҡ йоҡа: профессионалдар 4-унциялы, ә һәүәҫкәрҙәр — 6-унциялы йоҡалыҡтағы ярымбирсәткәләрҙе ҡуллана. Йоҙроҡтарҙы яраланыуҙан һаҡлау, алыштар ваҡытында тире яраһы алыу сәбәпле көрәште туҡтатыуҙар һанын кәметеү өсөн ошондай һаҡ сараһы булдырыла. Ярымбирсәткәләр көрәшсегә һуғыу техникаһын йышыраҡ ҡулланыу мөмкинлеген дә бирә, ә был үҙ сиратында алыштарҙың ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнеүенә булышлыҡ итә.

Сикләүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер көрәшселәр энергияһын сарыф итеүҙе кәметеү өсөн алыш ваҡытын һуҙырға тырыша, шуға күрә ваҡыт сикләүен индереү бик урынлы. Алышты ваҡытты сикләмәй үткәреү телевидение буйынса тура эфирҙа трансляциялауҙа ла ҡатмарлылыҡтар тыуҙыра. Профессиональ ойошмаларҙың күбеһендә алыштар бишәр минуттан торған өс раундта үтә, ә бына титуль алыштарында раундтар һаны бишкә тиклем етә. Төрлө илдәрҙә ҡағиҙәләргә ҡарата ҡараш төрлөсә булыуын да билдәләп үтергә кәрәк: мәҫәлән, АҠШ-та штаттарҙың атлетика комиссиялары алыштарҙы ентекле көйләй, һөҙөмтәлә көрәшселәр алымдарҙың ҡайһы берҙәрен ҡуллана алмай, ә бына Европа менән Азияла, нигеҙҙә, ҡағиҙәләр иреклерәк. Мәҫәлән, АҠШ-тың күп кенә штаттарында һәүәҫкәр ММА-ла терһәк менән һуғыу тыйыла. Күп кенә профессиональ ойошмаларҙа, шул иҫәптән UFC-ла, терһәк менән өҫтән аҫҡа һуғыу (инглиз телендә был «12-6» («ун икегә-алты») тип атала) ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ күп кенә ойошмаларҙа партерҙа тубыҡ менән һуғыуға ла сикләү һалынған. Ә бына баш менән һәм умыртҡа һөйәгенә ауырттырып һуғыуҙы ҡулланған урындар ҙа, ҡулланмаған урындар ҙа бар. Түбәндәге көрәш алымдары бар ерҙә лә тыйыла:

  • тешләүҙәр
  • сатҡа, тамаҡҡа, елкәгә һәм умыртҡа һөйәгенә һуғыуҙар
  • күҙгә баҫыу
  • бәләкәй быуындарҙы тотоп алып борғослау (мәҫәлән, ҡул бармаҡтарын)
  • «балыҡ ҡармаҡтары» ((ингл. fish-hooking) (тирене яралау өсөн бармаҡтар менән һаҡланмаған урындарға: ҡолаҡҡа, ауыҙға һәм танауға һөжүм)

Матчтың тамамланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уйынды ирекле тапшырыу(ингл. Submission): көрәшсе асыҡ усы йәки бармаҡтары менән матаға йәки ҡаршы уйнаусы тәненә ишетелерлек итеп һуҡҡылай.
  • Нокаут (ингл. KO): көрәшсе рөхсәт ителгән һуғыу һөҙөмтәһендә аңын юғалта.
  • Техник нокаут (ингл. TKO): көрәшселәрҙең береһе алышты дауам итергә һәләтле булмаһа, өсөнсө яҡ алышты туҡтата. Техник нокауттар өс категорияға бүленә: рефериҙың туҡтатыуы, табиптың туҡтатыуы һәм мөйөштәге секундданттың туҡтатыуы.
  • Судтьялар ҡарары (ингл. Decision). Баллдар иҫәбенә бәйле алыштың туҡтатылыуы ихтимал: берҙәм ҡарар менән, ике судьяның ҡарары менән һәм берҙәм рәүештә алыштың бер кемдең дә еңмәүе сәбәпле туҡтатыу. Ике судьяның ҡарары буйынса ярыш бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлана.

Алыш шулай уҡ техник ҡарар, дисквалификация, техник бер кемдең дә еңмәүе йәки алыш булманы, тип таныу менән тамамланыуы ихтимал( ингл. no contest). Һуңғы ике вариантта еңеүсе булмай.

Кейем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ММА ойошмаһы, ҡағиҙә булараҡ, ярышта ҡатнашыусыларҙа кейемдән тик шорталар ғына булыуын талап итә, шулай итеп ги йәки кимоно кейеү тыйыла. Ҡатын-ҡыҙҙар шорталарҙа һәм спорт бюстгальтерҙарында сығыш яһай.

Стратегия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Партерҙа алышыу — ММА көрәшенең айырылғыһыҙ өлөшө. ММА алышының төп ике стратегияһы бар: беренсеһе — һуғыу техникаһы - көрәшсе ҡулдары, терһәктәре, тубыҡтары һәм аяҡтары менән һуғып алышта еңергә тырыша; икенсеһе — көрәш алымдары: көрәшсе ташлауҙары, ҡармап алыуҙар һәм ауырттырыу/быуыу алымдары.

Гибрид стилдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алышты баҫып йәки партерҙа алып бармайынса, көрәшсе ярыш мәлендә үҙенең иң көслө алымдарын ғына ҡулланып көрәшеүе гибрид стилдәр, тип атала. Ундай стилдәргә түбәндәгеләр ҡарай: клинч алышыуы, ул бысраҡ бокс булараҡ та билдәле (ингл. Dirty Boxing) Граунд-энд-паунд (ингл. Ground-and-Pound), туранан-тура әйткәндә, йыҡ та дөмбәҫлә, тигәнде аңлата. Грэпплинг(ингл. Submission grappling). Кирел дә һуғыш (туранан-тура ингл. Sprawl-and-brawl).

ММА-ла ҡатын-ҡыҙҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн асыҡ ойошмалар аҙ булыуына ҡарамаҫтан, ММА-ла ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем сығыш яһай. Японияла ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярыштары ярайһы уҡ популяр, 2000 йылдан унда «Валькирия» һәм «Ынйылар» турнирҙары үткәрелеп тора. АҠШ-та тотош алғанда ММА популяр булыуға ҡарамаҫтан, спорттың был төрө буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ярыштарына бағымсыларҙың иғтибары аҙ. Әммә Джина Карано һәм Кристиан Сантос исемле ҡатын-ҡыҙ көрәшселәр пәйҙә булыу менән ҡатын-ҡыҙҙар ярыштары халыҡты күберәк йәлеп итә башланы. 2017 йылдың 5 ноябрендә Йоанну Ейджейчик менән Рози Номаюнас араһындағы алыш та иғтибарға лайыҡ. Был алыш Розиға чемпион титулын килтерҙе. Әлегә тиклем ул ошо титулды йөрөтөүсе. Рәсәй ҡатын-ҡыҙ көрәшселәре араһында Александра Албу, Юлия Березикова һәм Милана Дудиева бар.

Хәүефһеҙлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡанлы спорт» тип танылыуына ҡарамаҫтан, хәҙерге заман ММА тарыхында 1993 йылдан алып ошо көнгәсә турнир барышында алынған йәрәхәттәрҙән дүрт көрәшсенең үлеме теркәлгән. Джонса Хопкинс университеты ғалимдарының үткәргән тикшеренеүҙәре ММА ярыштарында йәрәхәт алыу кимәле башҡа спорт төрҙәрендәге кимәлгә оҡшаш.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡатнаш көрәш буйынса ғәмәлдәге донъя чемпиондары
  • Армияла ҡул һуғышы
  • Һуғышсан самбо
  • Бразилия джиу-джитсуһы
  • Немец дзю-дзюцуһы
  • Ultimate Fighting Championship
  • УКАДО
  • Кудо
  • Вале-тудо
  • Кэмпо

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. {{cite news
  2. UFC History - Complete Martial Arts.com. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 29 ғинуар 2011 года.
  3. Дана Уайт о женском ММА. AllBoxing.ru (30 июнь 2010). Дата обращения: 2 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  4. Walter, Donald Mixed Martial Arts: Ultimate Sport, or Ultimately Illegal? Grapple Arts (8 декабрь 2003). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  5. Journal of Combative Sport: Jujitsu versus Boxing. Journal of Combative Sport. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  6. Noble, Graham An Introduction to E. W. Barton-Wright (1860-1951) and the Eclectic Art of Bartitsu. Journal of Manly Arts (March 2001). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  7. Конан-Дойль, Артур. Собрание сочинений в 8 томах. Том II. — М.: «Правда», 1966 г. — С. 250
  8. Wickert, Marc. 2004. Dana White and the future of UFC. kucklepit.com. See Wikiquotes(недоступная ссылка) for the text.
  9. Борьба САМБО - ИСТОРИЯ - Приказ №633 «О развитии борьбы вольного стиля» (16 ноября 1938 года). — Текст приказа. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  10. Боевое самбо. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2005 йыл 5 май архивланған.
  11. Информация с официального сайта ФАРБ России
  12. Martin, Todd The overlooked origins of mixed martial arts. Kocosports.com (11 июнь 2007). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2009 йыл 7 апрель архивланған.
  13. Antonio Inoki vs Muhammad Ali. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  14. Inoki vs. Ali Footage. Дата обращения: 5 сентябрь 2010.
  15. Tallent, Aaron The Joke That Almost Ended Ali's Career. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 15 февраль архивланған.
  16. Семенов, Эдуард Бои Без Правил: Мордобой Или Новый Вид Спорта? Журнал «Самиздат» (Июль 2005). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  17. A Blood Called Shooto (8 май 2010). Дата обращения: 5 сентябрь 2010.
  18. {{cite web
  19. Бои без правил часть 1 «История и развитие» (20 апрель 2010). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2016 йыл 10 март архивланған.
  20. Rings - Russia vs Georgia (16 июнь 2000). Дата обращения: 5 сентябрь 2010.
  21. Rings Russia - Russia vs. Bulgaria (4 июнь 2001). Дата обращения: 5 сентябрь 2010.
  22. Full Contact Fighter August 2001 News Archives. Fcfighter.com. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 20 август 2011 года.
  23. 10th Anniversary World Title Series III. Prowrestlinghistory.com. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
  24. Sievert, Steve UFC 66 to make MMA history. Houston Chronicle (29 декабрь 2006). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 6 октябрь архивланған.
  25. MMA Organizations - MMA Promotions. MMAwild (2007). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  26. MMA Business: Co-Promotion Makes No Sense for UFC (21 июнь 2010). Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  27. UFC Dominates Pay-Per View (17 февраль 2010). Архивировано 26 ғинуар 2012 года.
  28. UFC Pay-Per View: Feeding the Monster (22 август 2009). Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2010 йыл 16 февраль архивланған.
  29. Происхождение боев без правил. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2007 йыл 27 август архивланған.
  30. Вадим Финкельштейн - основатель боев без правил в России. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2013 йыл 6 ғинуар архивланған.
  31. Кровавый спорт. НТВ. Дата обращения: 5 сентябрь 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2010 йыл 7 сентябрь архивланған.
  32. Смешанные единоборства признали видом спорта — Новости — Спорт — Интерфакс
  33. Lenta.ru: Спорт: Смешанные единоборства в России признали видом спорта
  34. Смешанные единоборства официально признали видом спорта :: Другие виды :: Sport.rbc.ru 2012 йыл 27 сентябрь архивланған.
  35. Introduction to European MMA: France. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2009 йыл 15 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

П: * Портал «Яугирлек сәнғәте» commons: * Викикеләттә Ҡатнаш көрәш сәнғәте n: * Викияңылыҡтарҙа Ҡатнаш кәрәш сәнғәте

  • Mixfight.ru — российский портал о ММА и К-1
  • Sherdog.com — ММА -ға арналған иң эре халыҡ-ара форумдарҙың береһе