Ҡатындар намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡатындар намаҙы — ҡатындар намаҙының (ирҙәр намаҙынан айырып торған ҡайһы бер билдәләр) үҙенсәлектәре.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Намаҙ ун дүрт-ун биш йәштәргә еткән, йәғни бәлиғ булған һәр бер кешегә йөкләнә.

Был йәһәттән ир һәм ҡатын икеһе лә бер тигеҙҙәр. Тик ирҙәр намаҙы менән ҡатындар намаҙы араһында ҡайһы бер ултырыш, ятыш һәм бөгөлөштәрҙә бер аҙ айырма бар. Ул айырмалар бына шунда:

  • Ҡатын-ҡыҙҙар аҙан да, ҡамәт тә әйтмәҫтәр.
  • Ҡатындар беренсе тәкбир әйткәндә ҡулдарын ҡолаҡ йомшаҡтарына тейҙермәйтәр, ә иңбаштарына ҡәҙәр генә күтәрәләр.
  • Ҡатындар ҡулдарын бағлағанда кендек аҫты тураһына ҡуйып бағламайынса, күкрәк өҫтөнә ҡуйып бағлайҙар.
  • Рүкүғта торғанда ҡатындар теҙҙәрен бөгөбөрәк торалар.
  • Рүкүғта теҙҙәргә таянып торғанда, ҡатындарҙың ҡул бармаҡ аралары асыҡ булмай.
  • Ирҙәр сәждәлә ваҡытта боттарын ҡорһаҡтарына, беләктәрен ергә һәм ҡабырғаларына тейҙермәҫтәр. Ҡатындар бер аҙ тейҙереберәк, ҡыҫылыбыраҡ сәждә ҡылалар.
  • Ултырышта ҡатындар аяҡтарын икеһен дә уң тарафтан сығарып, аяҡ баштарын ҡиблаға ҡаратырҙар ҙа һул яҡ янбаштары менән ергә ултырырҙар. Бына ҡатындар намаҙында ирҙәр намаҙынан айырма ошо урындарҙалыр.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бикбулат С.

Б 46 Дин дәрестәре: Ғәрәп яҙмаһындағы татарса текстан тәрж. — Өфө: Китап, 1996. — 80 бит. JSBN 5-295-01833-4

  • Рәсемле намаҙ китабы. Илһам Дилмөхәмәтов."Хәмзә" исемендәге игелек һәм ярҙам фонды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]