Ҡатын-ҡыҙ институттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡатын-ҡыҙ институттары
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

«Батшабикә Мария Учреждениелары ведомствоһының ябыҡ ҡатын-ҡыҙ институттары»[1](популяр әҙәбиәттә, затлы ҡыҙҙар институттары) — рус. «Закрытые женские институты Ведомства учреждений императрицы Марии» — Рәсәйҙең батшабикә Мария ведомствоһы ябыҡ мәғариф учреждениелары, уларҙа юғары ҡатлам ҡыҙҙары (затлы нәҫел дворяндар, генералдар, штаб һәм обер-офицерҙар йәки граждан чиндары), һәм үҙ иҫәбенә — шулай уҡ сауҙәгәр ҡыҙҙары, төрлө юғары дәрәжәләге кешеләрҙең ҡыҙҙары уҡырға алынған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлыҡ институттары ла тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу йорттарының 1 категорияһында торған. Институттағы барлыҡ студенттар һаны яҡынса 7500 була. Институттарға дөйөм сығым йылына 300 000 һумдан артығыраҡ була.

Пансионеркалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыусыларҙы дәүләт иҫәбенә ҡабул итеү ҡағиҙәләре һәр институт өсөн махсус билдәләнә, һәм улар уҡытылған ҡыҙҙың билдәләнгән категорияға тап килеүенә, шулай уҡ йәрәбәгә нигеҙләнә. Ҡыҙҙарҙы теге йәки был категорияға яҙыу, атаһының исем-дәрәжәһе менән бер рәттән, төрлө шарттарға нигеҙләнә:

  • уның етемлеге (йәғни үкһеҙ етемме йәки ата-әсәһенең береһе иҫәнме);
  • атаһының үлеме шарттары (мәҫәлән, һуғышта үлтерелгәнме), *иҫән булһа, дәүләт хеҙмәтендә булғанмы, *ҡыҙҙың йәки атай-әсәһенең матди хәле.

Ҡайһы бер разрядтар буйынса ғаризалар өҫтөнлөк менән ҡабул итеүгә тулы хоҡуҡ бирә, ҡалған разряд кандидаттарына йәрәбә менән тауыш бирергә рөхсәт ителә.

Ҡаҙна иҫәбенә уҡытыуға 10 йәштән алып 12 1/2 йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙы, һәм үҙҙәре түләп уҡыуға — 9 йәштән 13 1/2 йәшкә тиклем (түләү — йылына 150 һумдан 400 һумға тиклем) ҡабул итәләр. Ярымпансион һәм өйҙән йөрөп уҡыусылар итеп ярымасыҡ институттарға (Дон, Түбәнге Новгород, Керчь һәм Тамбов) һәм башҡа губерна институттарына сығарма рәүешле генә ҡабул ителә (1881 йылдан).)

Программаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатын-ҡыҙҙар институттарында уҡытыла торған предметтар программаһы ҡатын-кыҙҙар гимназиялары программаларына оҡшаш тиерлек булған; институттарҙың төп айырмаһы — яңы телдәрҙе уҡытыуға ҙурыраҡ иғтибар биреү.

Синыфтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта синыфтар — 7; бынан тыш институтҡа әҙерлек һәм махсус синыфтар тип аталғандары эшләй. Уҡытыу 7-се синыфтан башланған һәм 1-се менән тамамланған.

Етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт етәкселеге инспектор, начальница, инспектриса, уҡытыусылар (түбәнге синыфтарҙа) һәм синыф ханымдарынан тора.

Институттар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барлығы 30 институт була.

Санкт-Петербургта 10 ҡатын-ҡыҙ институты булған }Иң юғары бойороҡ менән 1894 йылда1894 йылдың 25 июлендә Санкт-Петербургта тағы бер — Ксения институты асыу ҡарары ҡабул ителә (бөйөк кенәзбикә Ксения Александровна никахлашыу иҫтәлегенә).

XIX быуат аҙағында Мәскәүҙә 4 ҡатын-ҡыҙҙар институты булған. 1900 һәм 1911 йылдарҙа улар иҫәбенә йәнә ике затлы ҡыҙҙар институты өҫтәлә.

Губерналарҙа ҡатын-ҡыҙ институттары 16 булған: улар Варшава, Иркутск, Ҡазан, Керчь, Киев, Түбәнге Новгород, Новочеркасск, Одесса, Ырымбур, Орел, Полтава, Һарытау, Тамбов, Тифлис, Харьков ҡалаларында урынлашҡан.

Бынан тыш, институт хоҡуғы менән файҙалана:

  • Изге Елена училищеһы (Санкт-Петербург),
  • Ҡобан Мария ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (пансионы Екатеринодарҙа),
  • Тубыл Мария мәктәбе;
  • Николо-Угрешск монастырындағы институт (1917 асылған, коммунистар 1922 йылда япҡан, хәҙерге Дзержинск).

Ведомствонан тыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батшабикә Мария ведомствоһына инмәгән ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мәғариф учреждениелары ла институт дәрәжәһенә эйә булған:

  • Ольденбург принцессаһы Терезия институы (Санкт-Петербург),
  • Александр-Мария ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (Мәскәү),
  • Усачев-Чернявск ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (Мәскәү),
  • Мария юғары ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (Вильна).

Һуңғы икеһендә генә төрлө ҡатлам балалары ҡабул ителгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]