Ҡашаев Әнүәр Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡашаев Әнүәр Шакир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Фёдоровка районы
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (22 март 1949 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнүәр Шакир улы Ҡашаев[1] 1949 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Аҡбулат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Аҡбулат ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.

Бала сағы ауылда үтә, үҫмер йылдарында Чимкент, Ташкент, Дүшәмбе ҡалаларында йәшәй. Ташсы, бетонсы булып эшләй.

1967 йылда ер тетрәүҙән һуң Ташкент ҡалаһын яңынан тергеҙеүҙә ҡатнаша. Дүшәмбе сәнғәт училищеһында уҡый.

1974 йылда Өфө сәнғәт училищеһының (педагогы Баскаков В. Н.) художество бүлеген тамамлай.

1987 йылдан алып Өфөлә 2-се балалар художество мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Рәссамдың картиналары Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә В. С. Высоцкий музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Ижади эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ауыл пейзажы», «Банька», «Ҡара көҙ», «Бойҙай баҫыуы менән пейзаж», «Әсәйгә ҡайтыу», «Әсәйҙе ерләү». «Яҙмыш» (рәссам әсәһенә арнала), «Тымыҡ урам» (1979), «Бала саҡ ағастары» (1989), «Яҙмыш» (1991), «Туҫтаҡ» (1988); «Дуҫтар өсөн кисә (Тарковский, Высоцкий, Шукшин)», (1994). Тюлькинға һуҡмаҡ (1987), «Тәҙрә артында көҙ» (1988), «Яңғыҙ ағас» (2007), «Йәйге көн» (2008), Ат менән пейзаж (2008).

Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡашаев Әнүәр Шакир улы 1978 йылдан алып сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Өфөләге шәхси күргәҙмәләре: (1985, 1988, 1993, 1994, 1999, 2004).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
  • Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы Секретариатының «Духовность, традиции, мастерство» көмөш награда билдәһе (2009).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]