Ҡашҡаҙан (парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡашҡаҙан (парк) (парк) битенән йүнәлтелде)
Ҡашҡаҙан
Нигеҙләү датаһы 2002
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 Ҡашҡаҙан Викимилектә

«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфө ҡалаһындағы мәҙәниәт һәм ял паркы. 2002 йылда нигеҙ һалынған һәм 31,5 гектарҙан ашыу майҙанды биләй, шуның 13 гектар самаһы майҙанын Ҡашҡаҙан күле биләй.

Ҡашҡаҙанда Луна-парк

Паркка килеүселәр ҡарамағында йәйәүлеләр юлдары, шул иҫәптән Ҡашҡаҙан күле тирәләй «Һаулыҡ һуҡмағы», уңайлы шарттары булған пляж һәм душлы кабиналары менән кейемде (өҫтө) алмаштырыу кабиналары булған балалар ҡаласығы, 2 тир, ятып ҡыҙыныу өсөн ятаҡтар һәм ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулсатырҙар прокат пункты, ял итеп йөрөп килеү өсөн катамаран һәм кәмәләр, виндсерфинг, роликтар, веломобилдәр, самокаттар һәм скейтбордтар өсөн кәрәк-яраҡтар, «Паровоз», «Өйөрмә», «Колокольчик», «Осоу», «Юнга» аттракциондары һәм башҡалар. Паркта пони һәм аттарҙа йөрөү ойошторолған.

Парк биләмәһендә даими рәүештә халыҡтың төрлө категорияһы өсөн төрлө саралар үткәрелә: пляж волейболы буйынса ярыштар, музыкаль-күңел асыу саралары, үҫемлектәр һәм хайуандар күргәҙмә-һатыу, йәштәр дискотекаһы, «социаль хәүеф төркөмө» үҫмерҙәре араһында хәрби-спорт күпбәйгеһе буйынса спартакиада, күмәк күңел асыу байрамдары һәм башҡа саралар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]