Ҡаҙағстанда ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡаҙағстанда ислам — Ҡаҙағстан Республикаһының диндарҙары араһында иң таралған дин. 2009 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы мосолмандар ил халҡының 70%-ын тәшкил итә[1].

  • Йүнәлеше — сөнниҙәр.
  • Мәҙһәб (мосолман шәриғәт мәктәбе) — Хәнәфи мәҙһәб.
  • Вәкәләтле органы — Ҡаҙағстан мосолмандарының диниә назараты.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләренә ислам диненең таралыуы көньяҡ төбәктәрҙән башланып бер нисә быуат дауамында барған.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, ислам динен таралыуға 751 йылғы Талас алышы йоғонто яһай. Был алышта Түргеш ҡағанаты төркиҙәре Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге ғәскәрҙәре менән берләшеп Тан империяһы ғәскәрҙәрен еңә. Был алышта еңеү Тан дәүләтенең көнбайышҡа экспанцияһын туҡтата һәм Х быуат аҙағына ҡарай Етейылға һәм Һырдаръя буйындағы ултыраҡ халыҡтары араһында исламдың нығыныуына килтерә.

X быуат аҙағында Ҡараханлылар дәүләтендә ислам дәүләт дине булараҡ ҡабул ителә. Сыңғыҙхан империяһының киңәйеүе һөҙөмтәһендә ислам диненең таралышы һүлпәнәйгән, сөнки төрки халыҡтарҙың традицион дине булып тәңрелек ҡала килгән. Әммә ислам артабанғы йөҙ йыллыҡтарҙа таралыуын дауам итә. Алтын Урҙа хандары Берке (1255—1266) һәм Үзбәк хан (1312—1340) ислам динен ҡабул итә. Был осорҙа төркиҙәр араһында суфыйҙарҙың йоғонтоһо көслө була. Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтен нигеҙләүсе Хужа Әхмәт Ясауийа[2] региондың барлыҡ төрки халыҡтары араһында исламды пропогандалауҙа бик ҙур өлөш индерә.

Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһы халҡын исламлаштырыу бер нисә быуат дауамында барған. Иң башта ислам динен хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләренең көньяғындағы ҡала һәм ултыраҡ халҡы ҡабул итә, шул уҡ ваҡытта күсмә ҡаҙаҡ халҡының төп өлөшө традицион ышаныуҙарҙы һәм практикаларҙы (шаманизм) XIX быуатҡа ҡәҙәр һаҡлап ҡалған. Хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһы яйлап Рәсәй империяһы контроленә күсә барған, императрица Екатерина II күсмә халыҡтарҙы тынысландырыу маҡсатында ҡаҙаҡтар араһында исламдың таралыуына булышлыҡ итә[3]; в XIX веке ислам стал восприниматься казахским населением как составная часть этнической идентичности и казахи сами обратились в ислам[4].

Хәҙерге ваҡытта ҡаҙаҡ халҡының төп өлөшө үҙҙәрен мосолман тип иҫәпләй һәм теге йәки был кимәлдә ислам ғөрөф-ғәҙҙәттәрен үтәй. Мәҫәлән, сөннәт йолаһын ҡаҙаҡтарҙың күп өлөшө башҡара, ә мосолман йолаһы буйынса ерләүҙе барлыҡ тиерлек ҡаҙаҡтар үтәй. Ислам менән бер рәттән диндар ҡаҙаҡтар араһында ислам диненә тиклемге ҡайһы бер йолалар һаҡланып ҡалған.

Хәҙерге ваҡытта Ҡаҙағстан Республикаһында яҡынса 2500 мәсет бар, ә совет осоронда тик 63 мәсет була

Павлодар ҡалаһындағы Мәшһүр Йосоп исемендәге мәсет

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстанда мосолман белем биреү учреждениелары селтәре башҡа дәүләттәр ярҙамы менән төҙөлә. 1991 йылдан Ҡаҙағстан мосолмандары диниә назараты ҡарамағында Имам-хатиптарҙы әҙерләү буйынса юғары ислам институты, ә 2001 йылдан — «Нур-Мөбәрәк» ислам мәҙәниәте мысыр университеты (2012 йылда исеме «Нур» ҡаҙаҡ-мысыр ислам университеты тип үҙгәртелә) эшләй[5]. Һуңғы вуз тик 2004—2011 йылдарҙа 262 исламды өйрәнеү белгестәрен әҙерләй, уларҙың күбеһе Ҡаҙағстан мәсеттәрендә эшләй башлайҙар[5]. 2002 йылда шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһының имамдар квалификацияһын күтәреү буйынса ислам институты асыла[5]. 2012 йылда «Асыл Арна» тигән тәүге ислам телеканалы эшләй башлай[5]. 2011 йылдан илдә стране появился государственный стандарт специальности «Исламды өйрәнеү» предметының дәүләт стандарты булдырыла һәм шул уҡ йылда был специальность буйынса уҡығандарға 150 грант бирелә[6].

Ҡаҙағстанда ислам динен башлыса ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, уйғырҙар, дунгандар, тажиктар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, татарҙар, башҡорттар, Төньяҡ Кавказ халыҡтары, әзербайжандар (һуңғылары күбеһенсә шиғыйҙар булып тора) тота.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Аналитический отчёт «Итоги Национальной переписи населения Республики Казахстан 2009 года»
  2. 1166 йылда Төркөстан ҡалаһында вафат була.
  3. John L. Esposito Oxford Dictionary of Islam
  4. Didar Kassymova, ‎Zh. B. Kundakbaeva, ‎Ustina Markus Historical Dictionary of Kazakhstan — 2012
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Рудов Г. А. Ислам в Центральной Азии: масштабы и перспективы влияния // Научно-аналитический журнал Обозреватель — Observer. — 2014. — № 6 (293). — С. 60
  6. Рудов Г. А. Ислам в Центральной Азии: масштабы и перспективы влияния // Научно-аналитический журнал Обозреватель — Observer. — 2014. — № 6 (293). — С. 61

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Султангалиева А. К. Ислам в Казахстане: история, этничность и общество — Алматы: КИСИ при Президенте РК, 1998. — 188 б.
  • Султангалиева А. К. Эволюция ислама в Казахстане // Центральная Азия и Кавказ. — 1999. — № 5.
  • Султангалиева А. К. „Возвращение ислама“ в Казахстан — Алматы: Фонд «Алтынбек Сарсенбаулы», 2012. — 170 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]