Ҡаҙағстандың административ бүленеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстандың хәҙерге административ бүленеше

Ҡаҙағстан Республикаһыунитар дәүләт, административ рәүештә 16 территориаль берәмектән тора: 14 өлкә һәм 3 республика әһәмиәтендәге ҡала.

Хәҙерге административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе кимәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан Республикаһы административ рәүештә 14 өлкәгә һәм 2 республика әһәмиәтендәге ҡалаға бүленгән[1]. Бынан башҡа махсус статуслы ҡала бар — Байҡоңыр (Байконур), ул 2050 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы тарафынан ҡортомға алына һәм был осорҙа уның менән Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәтендәге ҡала статусына тура килгән мөнәсәбәттәргә эйә[2].

Гербы Ҡала/Өлкә Административ
үҙәге
Майҙаны,
км²
Халҡы, кеше,
01.01.2016[3]
Халыҡ тығыҙлығы,
кеше/км²
Тулайым төбәк продукты, 2016
млрд тенге[4]
Тулайым төбәк продукты, 2016
йән
иҫәбенә
мең тенге[4]
ҡаҙаҡса
атамаһы
башҡортса
атамаһы
Республика әһәмиәтендәге ҡалалар
1 Emblem of Astana (latin).svg Астана ҡалаһы Нұр-Сұлтан Астана 710 872 655 1229,09 4 865,3 5 273,3
2 Coat of arms of Almaty.svg Алматы ҡалаһы Алматы Алматы 682 1 703 481 2497,77 10 601,3 6 138,5
Өлкәләр
3 Coat of Arms of Aqmola Province.png Аҡмулла өлкәһе Көкшетау Көкшетау 146 219 744 411 5,09 1 344,3 1 181,2
4 Aktyubinsk-obl-coat-of-arms.png Аҡтүбә өлкәһе Ақтөбе Аҡтүбә 300 629 834 813 2,78 2 071,1 2 464,9
5 Алматы облысы герб.png Алматы өлкәһе Талдықорған Талдыҡурған 223 911 1 947 737 8,53 2 190,0 1 114,2
6 Coat of arms of Atyrau.svg Атырау өлкәһе Атырау Атырау 118 631 594 576 5,01 5 200,7 8 653,1
7 Coats of arms of East Kazakhstan Province.svg Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Өскемен Өскемен 283 226 1 396 086 4,93 2 793,9 2 006,0
8 Zhambyl province seal.png Жамбыл өлкәһе Тараз Тараз[5] 144 264 1 110 965 7,70 1 182,8 1 062,7
9 Coat of Arms Batys Oblysy.png Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Орал Уральск 151 339 636 875 4,21 2 032,7 3 179,8
10 Coat of Arms of Karagandy Province.svg Ҡарағанды өлкәһе Қарағанды Ҡарағанды 427 982 1 385 037 3,24 3 712,1 2 682,6
11 Logo Kostanay Province.png Ҡустанай өлкәһе Қостанай Ҡустанай 196 001 883 658 4,51 1 522,3 1 727,0
12 Kyzylorda province seal.svg Ҡыҙылурҙа өлкәһе Қызылорда Ҡыҙылурҙа 226 019 765 227 3,39 1 308,3 1 701,1
13 Маңғыстау логотибі.jpg Маңғыстау өлкәһе Ақтау Аҡтау 165 642 626 777 3,78 2 463,4 3 880,6
14 Logo Pavlodar region.png Павлодар өлкәһе Павлодар Павлодар 124 755 758 595 6,08 1 975,5 2 606,9
15 North Kazakhstan province seal.png Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавл Петропавловск 97 993 569 507 5,81 918,2 1 621,0
16 South Kazakhstan province seal.png Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Шымкент Шымкент 117 249 2 840 557 24,23 2 789,2 975,3
Всего 2 724 902 17 670 957 6,48 46 971,2 2 639,7

Икенсе кимәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Административ бүленештең икенсе кимәлендә 160 ауыл районы, 11 ҡала районы (республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Алматы һәм Астана) һәм 38 өлкә әһәмиәтендәге ҡала бар.

Өсөнсө кимәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылдың 1 июленә ҡарата административ бүленештең өсөнсө кимәлендә 47 район әһәмиәтендәге ҡала, 6 ҡала районы (өлкә әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Шымкент һәм Ҡарағанды), 26 ҡасаба акиматы, 2283 ауыл округы акиматы һәм 82 ауыл акиматы иҫәпләнә[6].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡ ханлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башына ҡарай хәҙерге Ҡаҙағстандың территорияһы Рәсәй империяһының 7 өлкә составында була:

  1. Каспий аръяғы өлкәһе
  2. Уральск өлкәһе
  3. Турғай өлкәһе
  4. Аҡмулла өлкәһе
  5. Семипалатинск өлкәһе
  6. Ете йылға өлкәһе
  7. Һырдаръя өлкәһе

Бүкәй Урҙаһы Әстерхан губернаһы составында инә.

Совет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1959 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының административ бүленеше
  • 1920. РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
  • 1925. Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә (үҙәге Ҡыҙылурҙа).
  • 1927. Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.
  • 1928. Ҡаҙаҡ АССР-ының бөтә губерналары бөтөрөлә, ә уның территорияһы 13 округҡа бүленә (Адай, Аҡмулла, Аҡтүбә, Алма-Ата, Гурьев, Кәркәрәле, Ҡыҙылурҙа, Ҡустана, Павлодар, Петропавловск, Семипалатинск, Һырдаръя һәм Уральск).
  • 1929. Адай округы бөтөрөлә.
  • 1930. Ҡараҡалпаҡ автономиялы округы Ҡаҙаҡ АССР-ы составынан РСФСР-ға күсерелә. Барлыҡ округтар бөтөрөлә.
  • 1932. Ҡаҙаҡ АССР-ы составында булған Ҡара-Боғаҙ-Гол ҡултығы тирәһендәге территория Төркмән ССР-ы составына бирелә[7].
  • 1933. ВЦИК Президиумы Ҡаҙаҡ АССР-ы составында 6 өлкә (Аҡтүбә, Алма-Ата, Көнсығыш Ҡаҙаҡ, Көнбайыш Ҡаҙаҡ, Ҡарағанды, Көньяҡ Ҡаҙаҡ) ойошторола, улар үҙ сиратында 123 районға һәм бер округҡа (Гурьев) бүленә[8]
  • 1934. Республиканың төньяҡ-көнбайышындағы биләмәләренең бер өлөшө РСФСР составында яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһе составына бирелә. Кәркәрәле округы ойошторола.
  • 1936. СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң Ҡаҙаҡ АССР-ы союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм РСФСР составынан сығарыла. Ике яңы өлкә ойошторола — Ҡустанай һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан. Гурьев һәм Кәркәрәле округтары бөтөрөлә.
  • 1938. Гурьев, Ҡыҙылурҙа һәм Павлодар өлкәләре ойошторола.
  • 1939. Аҡмулла, Джамбул һәс Семипалатинск өлкәләре ойошторола.
  • 1944. Көкшетау һәм Талдыҡурған өлкәләре ойошторола.
  • 1959. Талдыҡурған өлкәһе бөтөрөлә.
  • 1960. Аҡмулла өлкәһе бөтөрөлә.
  • 1961. Аҡмулла өлкәһе Целиноград өлкәһе исеме аҫтында тергеҙелә.
  • 1962. Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе — Уральск өлкәһе тип, Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе — Шымкент өлкәһе тип исемдәре үҙгәртелә. 3 край ойошторола:
    • Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре).
    • Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре).
    • Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре).
  • 1964. Барлыҡ крайҙар бөтөрөлә.
  • 1967. Талдыҡурған өлкәһе тергеҙелә.
  • 1970. Турғай өлкәһе ойошторола.
  • 1973. Еҙҡаҙған һәм Маңғышлаҡ өлкәләре ойошторола.
  • 1988. Маңғышлаҡ һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә.
  • 1990. Маңғыстау (элекке Маңғышлаҡ өлкәһе) һәм Турғай өлкәләре тергеҙелә.

Постсовет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1991. Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
  • 1992. Гурьев өлкәһенең исеме Атырау өлкәһе, Алма-Ата өлкәһе — Алматы өлкәһе, Целиноград өлкәһе — Аҡмулла өлкәһе, Уральск өлкәһе — Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе, Шымкент өлкәһе — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе тип үҙгәртелә.
  • 1993. Джамбул өкәһе — Жамбыл өлкәһе тип үҙгәртелә.
  • 1997. Еҙҡаҙған, Көкшетау, Семипалатинск, Талдыҡурған һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә. Эске өлкә бүленеше (райондар) үҙгәртелә. Ҡаҙағстандаңы баш ҡалаһы Аҡмуллаға күсерелә.
  • 1998. Аҡмулла ҡалаһының исеме Астана тип үҙгәртелә[9].
  • 1999. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе райондарының бер өлөш (Көкшетау ҡалаһы менән бергә) Аҡмулла өлкәһе составына бирелә (өлкә үҙәге Астана ҡалаһынан Көкшетауға күсерелә).
  • 2001. Алматы өлкәһенең үҙәге Талдыҡурған ҡалаһына күсерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Географическое положение, природные условия

    В республике 14 областей, 86 городов, в том числе 2 города республиканского подчинения (г. Астана, г. Алматы), 168 районов (8 районов в городах), 174 поселка

  2. Международное Соглашение между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 1995 года, статья 1, пункт 1. Субъектом Российской Федерации не является. Система городского управления определяется статьей 5 Соглашения между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 2005 г.
  3. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года 2016 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
  4. 4,0 4,1 Валовой региональный продукт Республики Казахстан за 2016 год 2018 йылдың 14 май көнөндә архивланған.
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Роскартография төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Административно-территориальные единицы Республики Казахстан на 1 июля 2017 года 2018 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
  7. Установление границ независимого Казахстана. Архивировано 24 ғинуар 2016 года.
  8. О новом административно-территориальном делении Казакской АССР
  9. Указ президента Республики Казахстан о переименовании города Акмолы — столицы Республики Казахстан в город Астана — столицу Республики Казахстан 2012 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.