Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстан музыкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаҙағстан музыкаһы (ҡаҙ. Қазақстан музыкасы) — Ҡаҙағстандың музыка мәҙәниәте XX быуат башына тиклем фәҡәт халыҡ ижадынан ғына тора, музыка мәҙәниәте бары тик Октябрь революцияһынан һәм республиканың СССР составына ингәненән һуң ғына үҫеш ала. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, донъя музыка мәҙәниәтенең бер өлөшө булған ҡаҙаҡ музыкаһының үҫеше дауам итә.

Ҡаҙағстан территорияһында үҙенсәлекле музыка мәҙәниәте таралыш таба. Уның нигеҙен сәсәндәрҙең халыҡ музыка ҡоралдары: ике ҡыллы домбыра, ҡумыҙ, һыбыҙғы, дауылпаза аккомпанементына башҡарылған төрки халыҡтарының импровизацион-эпик әҫәрҙәре тәшкил итә. Музыканттар араһында ойошторолған ярыш Ҡаҙағстан музыка мәҙәниәтенең иғтибарға лайыҡ үҙенсәлеге һанала. XVXVIII быуаттарҙа ҡаҙаҡ йыр һәм инструменталь жанры көй барлыҡҡа килә, характерлы ритм һәм тон үҙенсәлектәре формалаша. XIX быуатта, профессиональ музыка традициялары барлыҡҡа килә, уны, бер яҡтан, көйсөләр — көй башҡарыусылар, икенсе, яҡтан, ҡаҙаҡ йәмғиәттең айырым күренеше булған сал-сериҙар таныштыра[1]. Ҡаҙаҡ музыкаһының тәүге тасуирламаһын көнсығыш тикшеренеүселәре бирә, Әл-Фарабиҙың «Бөйөк музыка китабы» хәҙер ҙә актуль әҫәр булып ҡала. Ҡаҙаҡ музыка мәҙәниәте XIX быуатта Европа мәҙәниәте вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған объектына әйләнә: Рәсәй шәреҡселәре планлы рәүештә ҡаҙаҡ фольклорын өйрәнеү һәм уны һаҡлау эшен башлай, Рәсәй йоғонтоһо, үҙ сиратында, ҡаҙаҡ музыкаһын байыта, композиторҙар һәм башҡарыусыларҙың яңы плеядаһын барлыҡҡа килтерә. Улар араһында — Абай Ҡонанбаев, Муса Байжанов Жаяу, Ҡорманғазы Сағырбайулы, Ыкылас Дукенов.

1930 йылдарҙа профессиональ музыка сәнғәте формалаша башлай. Бында Рәсәйҙән саҡырылған музыка эшмәкәрҙәре: Евгений Брусиловский, Василий Великанов, Борис Ерзакович ярҙам итә — ҡаҙаҡтарҙың күренекле музыка ойоштороусыларының береһе булған Әхмәт Жубанов менән берлектә ҡаҙаҡ халыҡ инструменттары оркестры, филармонияһы, театры музыка студияһы (һуңыраҡ — Ҡаҙаҡ опера һәм балет театры) барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашалар, беренсе ҡаҙаҡ операларын ижад итәләр һәм сәхнәгә ҡуялар. Бынан һуңғы йылдарҙа Ҡаҙағстанға яңы музыка жанрҙары: эстрада йырҙары һәм романстар, камера-инструменталь музыкаһы, симфоник музыка, халыҡ хоры һәм совет йырҙары үтеп инә. 1939 йылда Ҡаҙағстан композиторҙар союзы булдырыла. 1944 йылда Алма-Атала консерватория асыла.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡаҙаҡ академик музыкаһының эре формалары үҫеш ала: яңы опералар, балеттар, симфониялар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ йырсы-композиторҙар уңышлы эшләй. Камера-инструменталь музыкаһы үтә һүлпән үҫешә, әммә был өлкәлә лә яңы әҫәрҙәр күренә башлай. Ҡаҙаҡ музыкаһынан тәүге тапҡыр уйғыр музыкаһы айырылып сыға: уйғыр операһы — «Назугум» (Куддус Кужамьяр, 1956) яҙыла, симфоник һәм камера әҫәрҙәре ижад ителә.

1936 йылда һәм 1958 йылда Мәскәүҙә ҡаҙаҡ сәнғәте декадаһы үткәрелә, унда ҡаҙаҡ музыка мәҙәниәте ҡаҙаныштары күрһәтелә. Ҡаҙаҡ музыка аҙналыҡтары. Татарстанда (1962), Әрмәнстан (1968), Үзбәк ССР-ында (1960, 1971) үткәрелә. Халыҡ-ара аренала 1920 йылдарҙан ҡаҙаҡ йырсылары менән Франция һәм Германияла сығыш яһаған Амре Кашаубаев таныштыра. Һуңыраҡ уның өлгөһөнә Бибигуль Тулегенова, Роза Багланова, Роза Джаманова, Роза Рымбаева, Морат Мусабаев, Алибек Днишев эйәрә. Традицион музыка әҫәрҙәре менән сит ил тыңлаусыларын «Сазген» этнографик ансамбле таныштыра. Ҡаҙаҡ сәнғәтен башҡарыусы оҫталар: скрипкасы Айман Мусаходжаева, пианист Жания Аубакирова — халыҡ-ара конкурс приздары менән билдәләнде.