Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 24 октябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Һөнәр төрө яҙыусы, Уҡытыусы

Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы (24 октябрь 1966) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында — тәрбиәсе, Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге көндә «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә — хаттар бүлеге мөдире. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан алып район һәм республика матбуғатта баҫылып сыға. Беренсе китабы — «Сиселмәгән сер» — 2004 йылда нәшер ителә.

Әҙибә үҙенең әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем проблемаларын аса, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй.

Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева бик йыш осраша үҙенең уҡыусылары менән, уларҙан көс-дарман ала, бөгөнгө заман кешеләренең уй-хистәрен йөрәге аша үткәреп, түкмәй-сәсмәй халҡына кире ҡайтара. Әҙибә менән сираттағы бер осрашыуҙан һуң яҡташы ошондай һүҙҙәр яҙған:

«Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы, ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул — Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы»[2].

Төп әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сиселмәгән сер (Неразгаданная тайна).Өфө, 2004;
  • Хыялға илтер һуҡмаҡ (Тропа счастья).Өфө, 2011;
  • Тормош дауам итә (Жизнь продолжается).//Башҡортостан.- 2011.- 12 июль;
  • Мәрхәмәтле булһын яҙмыш.(Судьба благосклонна).Өфө,2016.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]