Ҡаҙағстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаҙаҡстан битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаҙағстан Республикаһы
Қазақстан Республикасы
Республика Казахстан
Ҡаҙағстан гербы Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстан флагы Ҡаҙағстан гербы
Kazakhstan (orthographic projection).svg
Милли девиз: «Алға, Ҡаҙағстан!»
Гимн: Ҡаҙағстан гимны (тыңларға )
Нигеҙ һалынған 16 декабрь 1991 йыл
Рәсми телдәр Ҡаҙаҡ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Баш ҡала Астана
Иң ҙур ҡалалары Алматы, Караганда
Идара итеү формаһы Республика
Дәүләт башлығы Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
60 урын
16,196,800
кеше/км²


Валюта Ҡаҙаҡ тәңкәһе
Интернет-домен .kz
Телефон коды ++7
Сәғәт бүлкәте UTC +5


Ҡаҙағстан Республикаhы (Ҡаҙағстан, ҡаҙ. Қазақстан Республикасы) — Евразияның үҙәгендә урынлашҡан, төп өлөшө Азияға, ҡалғаны Европаға ҡараған дәүләт. Төньяҡтан һәм көнбайыштан Рәсәй Федерацияһы, көнсығыштан Ҡытай, көньяҡтан Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төрөкмәнстан менән сиктәш.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны (2 724 900 км²) буйынса донъяла 9-сы урында тора. Ҡоро ерҙә сик оҙонлоғо — 12 000 километрҙан ашыу. Көнбайышта Волга йылғаһы дельтаһынан көнсығышта Алтай тауҙарынаса, төньяҡта Көнбайыш Себерҙән көньяҡта Тянь-Шань тауҙарынаса һуҙылған.

Территорияһы Каспий һәм Арал дингеҙҙәре менән йыуыла. Шул уҡ ваҡытта Донъя океанына сығыу юлы булмаған дәүләттәрҙең иң ҙуры булып тора. Донъяның алты бойондороҡһоҙ төрки телле дәүләттәренең бере.

1997 йылда баш ҡала илдең иң ҙур ҡалаһы Алматынан Астанаға күсерелде.

16,4 миллионлы халҡы (2010 йыл) буйынса Ҡаҙағстан донъяла 62-се урында торһа ла, халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 6 кешенән түбән.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Ҡаҙағстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар йәшәгән. 16 быуатта ҡаҙаҡтар үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлелек ала; улар өс жүздән тора. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына урыҫтар күсеп килә башлай; 19 быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙағстан Рәсәй империяһының өлөшөнә әйләнә. 1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙағстан административ йәһәттән бер нисә тапҡыр бүленә; 1936 йылда СССР составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы булдырыла. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәм үҙләштереү кампанияһы. Байконур космодромы һәм Семипалатинск полигоны — СССР-ҙың ядро ҡоралын һынау буйынса төп майҙандар.

Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16 декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып, үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итте. Советтар Союзының һуңғы йылдарында республикаһы етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстандың тәүге президенты булды. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, тәү сиратта нефть сәнәғәтен үҫтерә. Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерә, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы ла йылдан-йыл арта, Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның бар яҡтап та өҫтөнлөклө дәүләте һанала.

Ил бер нисә халыҡ-ара ойошманың, атап әйткәндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Евро-Атлантик Партнёрлыҡ Советы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең береһе.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан Президенты — Ҡаҙағстан башлығы һәм Ҡаҙағстандын иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡаҙағстан Президенты, Ҡаҙағстан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡаҙағстан Конституцияһы менән билдәләнгән.

Суд власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан суд системаһы составында:

  • Ҡаҙағстандын Юғары суды һәм өлкә, ҡала, хәрби һәм түбәнге инстанция судтары.

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡаҙағстан Парламенты
Ҡаҙағстан Парламенты — ике палатаһынан тора: Сенат (юғары) һәм Мәжлес (түбәнге).

Мәжлес — Рәсәйҙәге Дәүләт думаһы аналогы.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан — унитар дәүләт. Административ йәһәттән ул 14 өлкәгә бүленгән; 2 ҡала — республика ҡарамағында.

Республикала 14 өлкә, 86 ҡала, шул иҫәптән республика ҡамағындағы ике ҡала (Астана, Алматы); 168 район (шул иҫәптән 8 ҡала районы, 174 ҡасаба бар[1].

Kazakhstan rayons.png
Ҡаҙастандың административ бүленеше
Ҡаҙағстандың картаһы
Төбәк Административ үҙәк Майҙаны (км²)[2] Халҡы
(2011 й.
1 ғинуарына)[3]
1 Алматы өлкәһе Талдыкорган 223 924 1 857 781
2 Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе Усть-Каменогорск 283 226 1 396 746
3 Ҡарағанды өлкәһе Ҡарағанды 427 982 1 351 905
4 Жамбыл өлкәһе Тараз 144 264 1 043 617
5 Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Шымкент 117 249 2 563 081
6 Ҡыҙылурҙа өлкәһе Ҡыҙылурҙа 226 019 699 132
7 Аҡтүбә өлкәһе Аҡтүбә[4] 300 629 777 256
8 Ҡостанай өлкәһе Ҡостанай 196 001 881 234
9 Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Петропавловск 97 993 588 910
10 Аҡмулла өлкәһе Кокшетау 146 219 732 964
11 Павлодар өлкәһе Павлодар 124 800 746 010
12 Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Уральск 151 339 607 975
13 Атырау өлкәһе Атырау 118 631 531 562
14 Манғыстау өлкәһе Аҡтау 165 642 523 301
15 Алматы (Алма-Ата) — республика ҡарамағындағы ҡала 319 1 434 755
16 Астана — республика ҡарамағындағы ҡала 710,2 697 257
17 Байконыр (Байконур) — Рәсәй ҡарамағындағы ҡала 57 мәғл. юҡ

Ҙур ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урын Ҡала Халыҡ һаны
(2010 й. 1 окт. торошло[5]
Рәсми исеме Рәсәйҙәге исеме
Миллионлы ҡала 1 млн-дан ашыу
1 Алматы Алма-Ата 1 422 354
Йөҙ меңле ҡалалар 100—999 мең
2 Астана 684 479
3 Шымкент Чимкент 625 110
4 Ҡарағанды Караганда 468 957
5 Аҡтүбә Актюбинск 357 193
6 Тараз 327 180
7 Павлодар 321 815
8 Өскемен Усть-Каменогорск 306 588
9 Семей Семипалатинск 303 878
10 Костанай 215 346
11 Орал Уральск 210 128
12 Петропавловск 203 192
13 Кызылорда 195 838
14 Атырау 175 474
15 Актау 172 904
16 Темиртау 171 588
17 Туркестан 146 449
18 Кокшетау 137 214
19 Талдыкорган 126 944
20 Экибастуз 126 538
21 Рудный 111 686
Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән
халыҡ һаны, барлығы:
6 810 855
Ҡаҙағстандың халыҡ һаны: 16 372 383
ҙур ҡалалар халҡының

Ҡаҙағстандың дөйөм халҡында өлөшө (%)

41,60 %

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ҡаҙағстан фонд биржаһы» (Қазақстан қор биржасы)-Ҡаҙағстандың иң эре биржаһы. Ҡаҙағстан фонд биржаһында көн һайын 100-ҙән ашыу ойошмаларҙың акциялар буйынса торгтар бара. Улар араһында: «Разведка Добыча „КазМунайГаз“», EURASIAN NATURAL RESOURCES CORPORATION PLC, «Казахтелеком» һәм башҡалар. Биржала KASE индексы хисаплана.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан ерендә 75 % мосолман, 25 % христиан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]