Ҡаҙаҡ милли техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаҙаҡ милли техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1934
Хөрмәтенә аталған Сатпаев, Каныш Имантаевич[d]
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Алматы
Уҡыусылар һаны 15 000
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт kazntu.kz
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы [d]
Commons-logo.svg Ҡаҙаҡ милли техник университеты Викимилектә

Ҡ. И. Сәтбаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли тикшеренеү техник университеты (ҡаҙ. Қ.И. Сәтбаев атындағы Қазақ ұлттық техникалық университеті; элекке В. И. Ленин исемендәге Ҡаҙаҡ политехник институты) — Ҡаҙағстандың иң ҙур һәм алдынғы университеттарының береһе.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1934 йылда Алматы Ҡаҙаҡ тау-металлургия институты булараҡ нигеҙләнгән, 1960 йылда Ҡаҙаҡ политехник институты тип үҙгәртелә, 1970 йылда институтҡа В. И. Ленин исеме бирелгән[1].

Институттың аяҡҡа баҫыуы Х. К. Аветисян, О. А. Байконуров, И. И. Бок, А. В. Бричкин, Л. Г. Кушев, В. Д. Пономарёв, А. С. Попов, В. В. Стендер, А. А. Цефт, Е. Д. Шлыгин һәм башҡа ғалимдарҙың исемдәре менән бәйле. Ҡаҙаҡ тау-металлургия институты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тау, металлургия, төҙөлөш һәм республика сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарын кадрҙар менән тәмьин итеү өсөн төп база булып китә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институт ректоры А. И. Коктов һәм партия ойошмаһы сәркәтибе М. Курмангалиев башлығында 22 уҡытыусы һәм 200-ҙән ашыу студент фронтҡа үҙ ирке менән киткән. Улар араһынан М. Баймуханов, В. А. Засядько, Н. Д. Маркелов, А. Г. Торопкин, Н. И. Ященко Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандар[1].

Ҡаҙаҡ политехник институты нигеҙендә 1975 йылда Алматы энергетика институты, 1977 йылда — Рудный индустриаль институты, 1980 йылда — Алматы архитектура-төҙөлөш институты ойошторолған[1].

1994 йылдың ғинуарында В. И. Ленин исемендәге Ҡаҙаҡ политехник институты «Ҡаҙаҡ милли техник университеты» тип үҙгәртелгән, уға донъя ғәмәлендә ҡабул ителгән күп кимәлле структура буйынса ил өсөн кадрҙар әҙерләү функциялары һалынған[2]. Илдең инженер-техник кадрҙарын әҙерләүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1999 йылдың 22 сентябрендәге Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы Ҡаҙаҡ милли техник университетына күренекле ғалим академик Ҡаныш Имантай улы Сәтбаевтың исеме бирелгән[3].

1994 йылдан университеттың баҫма органы — «ҚазҰТУ хабаршысы» — «Вестник КазНТУ» фәнни журналы сыға[4]

2014 йылдың 19 декабрендә, дәүләт университетын артабан приватизациялау маҡсатында, Сәтбаев исеменәдге Ҡаҙаҡ милли техник университеты Ҡаҙағстан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы Респубика дәүләт прелприятиеһынан Акционер йәмғиәтенә үҙгәртелә[5].

Институттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университеттың төп уҡыу корпусы алдында Ҡ. И. Сәтбаев һәйкәле (1999)

Ректорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 19341937 — Буркитбаев Ашир Джаналаевич
  • 19371939 — Базарбаев Серикбай Базарбаевич
  • 19391942 — Коктов Андрей Иванович
  • 19421946 — Брук Израил Яковлевич
  • 19461952 — Гришин Михаил Карпович
  • 19521962 — Байконуров Омирхан Аймагамбетович
  • 19621968 — Есиркегенов Гавдслям Мухамадиевич
  • 19681976 — Омаров Ашим Курамбаевич
  • 19761985 — Ашимов Абдыгаппар Ашимович
  • 19851992 — Ракишев Баян Ракишевич
  • 19921999 — Шайхутдинов Еренгайып Маликович
  • 20002001 — Нусипов Ергали Нусипович
  • 20012008 — Сулеев Досым Касымович
  • 20082015 — Адилов Жексенбек Макеевич
  • 2015 йылдан — Бейсембетов Искандер Калыбекович

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 М. К. Козыбаев и др. Алма-Ата. Энциклопедия — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — 608 б. — 60000 экз.
  2. О преобразовании Казахского политехнического института им. В.И. Ленина в Казахский Национальный технический университет (1994-01-07). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 декабрь 2018. 7 ғинуар 1994 тикшерелгән.
  3. КазНТУ ИЗ ИСТОРИИ УНИВЕРСИТЕТА  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 ноябрь 2013. 30 ноября 2013 тикшерелгән.
  4. КазНТУ "Вестник КазНТУ"  (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 март 2012. 9 июля 2008 тикшерелгән.
  5. О вопросах создания некоммерческого акционерного общества Казахский национальный исследовательский технический университет имени К.И. Сатпаева (2014-12-19). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 декабрь 2018. 19 декабрь 2014 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]