Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙ өмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаҙ өмәһе- башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. Ҡаҙ өмәһе – ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү ҙә булып тора. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһайҙар, итенән аш-һыу өсөн бик һәйбәтләп файҙаланалар.

Башҡорт йәштәре ҡаҙ өмәһен айырыуса көтөп ала торған булғандар. Ҡаҙ өмәһен бигерәк тә ҡыҙҙар көтөп алған. Шунан ситтә ҡалмаҫ өсөн, улар бәпкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк һүҙ һалып ҡуйғандар. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышкандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә аҫып ҡыҙҙар шишмәгә, һыу буйына мәкегә алып төшкәндәр. Шул һыуҙа ҡаҙҙарҙы йыуғандар. Ғәҙәттә, ҡурайҙар тағып, ҡыҙҙар менән бергә егеттәр ҙә шишмәгә төшкән. Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ, тәбикмәк бешереп, сәй әҙерләп көтөп торған.

Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.