Ҡаңлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡаңлы ырыуы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡаңлы
Тамги канлинцев.png
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Рәсәй

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалекттың түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай[1][2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Сырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижады ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнәмә»)), зороастрийҙар яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтары ҡан-ҡәрҙәш булыуҙары тураһында әйтә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана[3].

Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит ат-диндә — канлы, Абу-л-Ғазила — канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән[4]. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһе, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән яҡынлаша. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роле һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. ­Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Сырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора[4].

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта һундарҙың империяһы тарҡалыш кисерә башлай, был ҡаңлыларҙың дәүләте — Ҡаңғарҙың (Ҡаңгөйҙең; б.э.т. II — б.э.т. III бб.) көсәйеүенә килтерә. «Цянь Хань-шу» («Өлкән Хань династияһы тарихы») ҡытай хроникаһы хәбәр итеүенсә, Ҡаңгөй территорияһының әйләнәһе яҡынса 4000 км тәшкил иткән, ә халҡы 120000 ғаиләнән, 600000 кешенән; 120000 һанлы даими ғәскәрҙән торған[5]. Һундарҙың һәм усундәрҙең көсһөҙләнеүе, һәм артабан Ҡытайға буйһоноуы, Ҡанғар дәүләтенең күтәрелеүенә килтерә. Ҡытай яҙмаларына ярашлы, Ҡаңғарға биш күрше кенәзлек буйһонған: Сусйе, Фуму, Юни, Ги, Юегянь (Ургенч). Беҙҙең эраның II—III быуаттарында ҡаңлылар дәүләте тарҡалыш кисерә[6]. Бөйөк Төрки ҡағанаты осоронда ҡаңғарҙар нигеҙендә бәшнәк сәйәси берләшмәһе барлыҡҡа килә[7]. Уғыҙҙарҙан, ҡарлуҡтарҙан һәм ҡимаҡтарҙан еңелгәндән һуң, IX быуат аҙағында бәшнәктәрҙең күп өлөшө көнбайышҡа йүнәлә, бер өлөшө Яйыҡ далаларында ҡала һәм башҡорттар составына инә, ә башҡалары уғыҙ берләшмәһе составына керә[8].

Дешт-и-Ҡыпсаҡта ҡаңлылар һәм ҡыпсаҡтар бер үк ваҡытта союздаш, шул уҡ ваҡытта соперник ҡәбиләләр булалар. Ҡаңлы башҡорттары шәжәрәһе буйынса ырыуҙың ата-бабаһы Әтиктең (Ҡаңлы-бабаның) улы ҡыйыу һәм аҡыллы Балғаҙы була, бер ваҡыт Балғаҙы йәш булғанда, ә ҡаңлылар Тубыл башында Һынташ йылғаһында йәшәгән осорҙа, аҡһаҡалдар йыйылып Ҡыпсаҡты илбашы итеп иғлан итәләр. Әммә Ҡыпсаҡ «халыҡ теләгәнде эшләмәгән», һәм ҡаңлылар бөлгөнлөккә төшкәндәр, шул ваҡытта Балғаҙы үҙенең зирәклеген һәм көсөн күрһәтә, ә аҡһаҡалдар уны хан итеп ҡуяғас, Балғаҙы ырыуҙаштарын Асылыкүл буйҙарына алып китә[9].

Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең бер үк ҡошо — торна[9].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусын тәшкил итә. 1672 йылда ҡаңлылар аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаусы батша грамотаһын алалар. Был документта улар биләгән ерҙәрҙең сиктәре күрһәтелгән — Ҡармасан йылғаһының һул яҡ яры буйлап инешенән тамағына тиклем, ике Пушияшты шишмәләренең тамағынан баштарына ҡәҙәр, Өҫән йылғаһының ике яры буйлап инешенә тиклем, Йылан улусына ҡәҙәр, унан Сарсаз йылғаһы тамағына тиклем, Баҙы йылғаһының инешенә ҡәҙәр, унан Йылан йылғаһына, унан Куваш йылғаһының башына тиклем, Йәлдәк улусына ҡәҙәр, Бөрө йылғаһы инешенән Борай урманына тиклем, Ҡармасан йылғаһының тамағына ҡәҙәр[10][11].

XVII быуат аҙағында ҡаңлы ҡәбиләһе түбәләргә бүленә. Был осорҙа Ҡаңлы улусынан Шәмшәҙе түбәһе[12]барлыҡҡа килә, аҙаҡ ул айырым улус булып китә. XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков Ҡаңлы улусы составында 4 аймаҡты теркәй:

  • актау‑ҡаңлы
  • иҙел‑ҡаңлы
  • йөрәктау‑ҡаңлы
  • ҡыр‑ҡаңлы[13].

Ә. З. Әсфәндиәров буйынса XVIII—XIX быуат сығанаҡтарында түбәләр уларҙың башлыҡтары исемдәрен һәм гидроним (Актау күле) буйынса атала: Туҡбай, Балгаҙы, Актау, Үрмәкәй[11]. Улар барыһыла йәғни уларҙың улдары сығанаҡтар буйынса билдәле: Үрмәкәй Көнгилдин (Ҡыр-Ҡаңлы ауылынан, артабан ауыл һәм түбә атамалары Үрмәкәй тип үҙгәртелгән), Ырыҫҡол Балғаҙин (Ҡаңны-Төркәй ауылынан) һ.б. XIX быуат башында өс түбәнең — 217 мең, ә Туҡбай түбәһенең 10 мең дисәтинә ере булған[11]. XVIII быуат аҙағында — XIX быуатта ҡәбилә йәшәгән биләмә Бөрө, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙҙәренә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 7-се (8-се, 9-сы), 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[14].

Ҡаңлылар башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. 1662—1664 йылдарҙағы ихтилал барышында, башҡа тораҡ пункттар менән бергә баш күтәреүселәр Архангельский ауылын яндыралар. Һуңыраҡ ошо урында, ҡаңлы ҡәбиләһенең аҫаба ерендә Бөрө ҡалаһына нигеҙ һалына. 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдары тоҡаныу алдынан Ҡаңлы улусының Балғаҙы (Ҡаңны-Төркәй) ауылында Ҡазан даруғаһы башҡорттарының йәшерен йыйыны була, бында Аҡай Күсемов, Солтанморат Дүскәев, Ғүмәр Туҡтаров һ.б. ҡатнаша. Ихтилал башланғас, 1735 йылдың 1 июлендә Килмәк Нурышев етәкселегендәге башҡорттарҙың 3-меңлек отряды Вологда драгун полкына һөжүм итә, был алышта Ҡаңлы улусынан Ҡанмырҙа һәм Төркәй Балғаҙиндарҙың ҡатнашыуы билдәле. Ихтилал тамамланғас, ерҙәрҙе тартып алыуҙарҙан һуң ҡаңлы башҡорттарының ерҙәре бик ныҡ кәмей. быға бигерәктә А. И. Тевкелев булышлыҡ итә, ул төрлө янауҙар һәм алдауҙар арҡаһында ҡаңлы ҡәбиләһенең бик ҙур аҫаба еренә хужа була. Һөҙөмтәлә ерһеҙ ҡалған аҫаба-ҡаңлылар массауи рәүештә типтәрҙәр ҡатламына күскәндәр. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, ҡаңлылар старшина Минәй Султуков (Сабай ауылынан) етәкселегендә ҡатнаша. Минәй Султуков «пугачев поковнигы» дәрәжәһен алғас, Ҡаранай Моратовтың баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡушыла. 1774 яҙына тиклем Кама буйында, Сарапул ҡалаһы эргәһендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша[15].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борон ҡаңлы башҡорттары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә бик ҙур территорияны биләгәндәр. Биләмәләренә Иҙәш, Төрөш, Юрма, Киәҙе ҡушылдыҡтары менән бергә Сәрмәсән йылғаһы үҙәне һәм Ҡандракүл буйы, шулай уҡ Ҡармасан, Яубазы, Нөгөш (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы), Ағиҙел (Бөрө ҡалаһы тирәһендә) йылғалары үҙәндәре ингән. Ҡаңлыларҙың аҫаба ерҙәрендә ике өйәҙ үҙәгенә — Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларына нигеҙ һалына[16].

Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә[16].

Тораҡ пункттар[17][18]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Благовар районы Дүсмәт, Иҫке Абзан (Бигово), Иҫке Һынны (Санны-Илсембәт), Иҫке Һынташ, Иҫке Әмир (Күпербаш), Ҡыҙыл Йондоҙ, Ломов, Нейфельд, Оло Әрәмә, Һынташтамаҡ, Шырлыҡ, Яныш, Яңы Абзан
Бөрө районы Аҡҡайын, Түбәнге Ыласынтау, Үгеҙ, Үрге Ыласынтау (Ыласынтау), Яңы Байыш, Яңы Яндыҙ
Бүздәк районы Арыҫлан, Байраш, Баҡса, Бейек (Ҡорбанғәли), Бүздәк, Иҙәшбаш (Иҙәшбаш-Сабай, Яңы Сабай), Иҫке Аҡтау, Иҫке Боғаҙы (йәнәйҙәр менән бергә), Иҫке Таулар (Таулар), Иҫке Шығай (Шағай, йәнәйҙәр менән бергә), Ишмән (Ишмәт), Иштирәк, Йөрәктау, Келәтаяҡ, Киәҙебаш, Көбәк, Күҙәй, Ҡаңны-Төркәй, Ҡараерек, Ҡаран, Ҡаранай, Ҡыҙылйылға, Ҡыҙылъяр, Ҡыҫҡайылға, Оло Өстүбә, Песмәнтамаҡ, Сабай (Иҫке Сабай), Сабанай, Сыртлан, Сәүәҙебаш, Таллыҡул, Түреш, Түбәнге Сатра, Урҙайбаш, Уран (Багрян), Хажиман, Шишмә, Шланлыкүл (йәнәйҙәр менән бергә), Шығайкүлбаш, Әмир (Иҫке һәм Яңы Әмир), Яҡуп, Яңы Аҡтау, Яңы Шығай
Бәләбәй районы Аҡбаҫар, Ирек, Исмәғил, Мәтәүбаш, Туҙлыҡыуыш, Әзекәй (Мәтәү-Әзекәй)
Дүртөйлө районы Бишнарат, Гөлөк, Илдус, Имай-Утар, Иҫке Байыш, Иҫке Уртай, Мәскәү, Һабанай, Тамаҡ, Урманаҫты, Әкәнәй
Кушнаренко районы Ғүмәр, Илек, Иҫке Туҡмаҡлы (Ҡошма, Клино), Ҡарасайылға, Талбаҙы (Уҫы, Ташкисеү), Үгеҙ, Әхмәт, Яҡуп, Яңы Туҡмаҡлы
Мишкә районы Ҡалмаҙан, Ҡыйғаҙытамаҡ, Оло Шаҙы
Туймазы районы Бикмәт, Бишҡурай (Бишкураз), Булат, Иҫке Ҡандра, Йәрмөхәмәт (әйлеләр менән бергә), Ҡандра-Ҡотой, Ҡандра-Төмәкәй, Ҡандракүл, Ҡаранйылға, Ҡаранйылға разъезы, Мостафа (Бикташ), Соҡаҙытамаҡ (башлыса әйле), Төпкилде (әйлеләр менән бергә), Туҡтағол, Үрмәкәй (Ҡыр-Ҡаңлы), Әйтәктамаҡ, Әтек, Яңы Арыҫлан, Яңы Һыуыҡҡул, Ярмунса

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирских родов, 2014, с. 69—79
  2. Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы — Өфө: Китап, 2012. — Б. 100—111, 190—220. — 240 б. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)
  3. История башкирских родов, 2014, с. 12—17
  4. 4,0 4,1 Кузеев Р. Г., 2010, с. 336
  5. История башкирских родов, 2014, с. 22—23
  6. История башкирских родов, 2014, с. 25—26
  7. История башкирских родов, 2014, с. 31
  8. История башкирских родов, 2014, с. 34
  9. 9,0 9,1 Кузеев Р. Г., 2010, с. 337—338
  10. «..по левому берегу р. Кармасан с вершин до ее устья, с устья и до вершин двух речек Пушияты (?), до вершины р. Усень по обоим ее берегам, до Еланской волости, оттуда до устья р. Сарсаз, до вершины р. Базы, оттуда на р. Еланку, оттуда до вершины р. Куваши, до Ельдякской волости, с вершины р. Бирь до Бураев лес, до устья р. Кармасан.»

    Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 257. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.

  11. 11,0 11,1 11,2 Асфандияров А. З., 2009, с. 257
  12. Түбәнең атамаһы хәҙер Шәмсетдин тип йөрөтөлгән Шәмшәҙе күленән барлыҡҡа килгән.
  13. История башкирских родов, 2014, с. 38—39
  14. Йәнғужин Р. З. Ҡаңлы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. История башкирских родов, 2014, с. 39—41
  16. 16,0 16,1 История башкирских родов, 2014, с. 92—93
  17. Асфандияров А. З., 2009
  18. История башкирских родов, 2014, с. 93—131
  19. История башкирских родов, 2014, с. 42—68, 137—144

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (урыҫ.)
  • Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа, 2001. (урыҫ.)
  • История башкирских родов. Канглы. Том 5. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, А. М. Зайнуллин, И. Р. Саитбатталов, В. И. Муратова, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — 560 б. — ISBN 978-5-85051-625-3. (урыҫ.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 б. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — 572 б. (урыҫ.)
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграф-Сервис, 2010. — 560 б. — ISBN 978-5-94423-212-0.  (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]