Эстәлеккә күсергә

Ҡаҫмарт буйы (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҫмарт буйы
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Башҡарыусы/артист Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Ҡаҫмарт буйы — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Йыр ошо уҡ исемле Ҡаҫмарт йылғаһы исемен йөрөтә. Оҙонлоғо йөҙ саҡрым самаһы булған йылға Ағурҙа, Элмәле, Ҡалмаҡ, Байыш, Сәғит, Юнай, Үтәғол, Ҡыуат, Аҡбулат, Назар, Тушке, Әрсүн, Тирәкле, Этбай, Һултанбай, Һунарсы, Сәнкем ауылдары халҡына хеҙмәт итә[1].

Данлыҡлы башҡорт йырсыһы Сөләймән Абдуллин был йырҙы үҙенең атаһы Әйүп Абдуллиндан бала саҡтан ишетеп үҫә. Атаһы — Ейәнсура районындағы «Комбайн» колхозының беренсе рәйесе. Бик тәүәккәл, ҡыйыу кеше ине. Кулактар һөжүм иткән саҡта яраланып, ҡулдары зәғиферәк ине, тип иҫләй йырсы. Ҡайҙа йөрөһә лә йырҙан айырылмай йәшәй. Ҡаҫмарт буйҙарында даны таралған йырсы була ул. Етәксе булараҡ, ул таңдан тороп ауылдың бер осонан икенсе осона йырлап үтер ине. Һуғыш башланғас, Әйүп ҡат-ҡат фронтҡа китергә теләген белдерә, ныҡыша торғас, теләгенә ирешә. Китер алдынан Бирҙеғол тауына менеп, «Ҡаҫмарт буйы» йырын йырлай. Шул китеүенән ҡайта алмай[2].

Сөләймән Абдуллиндың хәтирәләренән:

1948 йылда атайымдың теләге тормошҡа ашты. Радио аша уның «Ҡаҫмарт буйы» тигән йырын башҡарҙым. Халҡымдың моңо, үткән аһ-зары йөрәгемә һеңгән. Йырлаған саҡта йырҙа барған ваҡиғаны, ундағы кешеләрҙе күҙ алдыма килтерәм. Беҙҙең йырҙар тотош тарих бит ул. Йырлап торам, йырҙа һөйләнгән ваҡиғалар берәм-берәм күҙ алдымдан үтә[3].

Иртәнсәккәй тороп, һай, ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫ ебәреп.

Ҡаҫмарт ҡына буйы күк тирәк,
Туғайында бешә ер еләк.
Дан кәрәкмәй миңә, мал кәрәкмәй,
Дуҫтар кәрәк миңә, ил кәрәк[2].

  1. Бер сумка аҡса менән Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп
  2. 2,0 2,1 Юлай Ғәйнетдинов, А. Ҡобағошов. Ҡаҫмарт буйы. Совет Башҡортостаны, 21 июнь 1981.144-се һан
  3. Сөләймән Абдуллин