Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәлиән Ғәйнетдин улы
Ҡаһарманов
Тыуған көнө:

1946({{padleft:1946|4|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Үрген ауылы

Гражданлығы:

СССР, Россия

Ғилми өлкәһе:

лексикология, терминология, башҡорт теле тарихы

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме:

доцент

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы — башҡорт теле белгесе, педагог.

1946 йылда Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны, дипломлы һәм фән өлкәһендәге өмөтлө йәш белгесте, 1969 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә ебәрәләр. Ошо көнгә саҡлы ғалим шул уҡ йортонда хеҙмәт итә.

Ғ. Ғ. Ҡаһарманов башҡорт теленең лексикаһы буйынса студенттарға дәрестәр бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡыуын дауам итә. Ижтимағи-сәйәси терминологияны ентекле өйрәнеп, уның структур-семантик үҙенсәлектәрен асыҡлай. Башҡорт тел белгесе, ғалим З. Ғ. Ураҡсин етәкселегендә «Башҡорт әҙәби телендә ижтимағи-сәйәси терминологияның формалашыуы һәм үҫеше» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 170-тән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт авторы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кагарманов Галиян Гайнетдинович