Ҡойҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Юйырға Юйырға

Ҡойҡа
Керән менән ҡойҡа
Керән менән ҡойҡа

итле аш

Оҡшаш аҙыҡтар

дерелдәк, дерелдәүек, тертелдәк, һерелдәк, һерелдәүек

Commons-logo.svg
Викимилектә медиафайлдар Ҡойҡа

Ҡойҡа (диал. дерелдәк, дерелдәүек, тертелдәк, һерелдәк, һерелдәүек) — малдың баш-тояғынан әҙерләнгән ризыҡ.

Әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ялҡында яҡшылап өтөлгән, йыуып таҙартылған баш һәм тояҡтар 4-5 сәғәт талғын утта ҡайнатыла. Аҙаҡ һурпаны һөҙәләр, итте һөйәгенән айырып, ваҡлап турайҙар йәки ит турағыстан үткәрәләр. Шунан тағы, һурпаға һалып, ҡайнатырға ҡуялар. Борсаҡлы борос, тоҙ, башҡа тәмләткестәр, һуған өҫтәп, бер аҙ утта тоталар. Ҡайнар ҡуйы һурпаға ваҡлап туралған һарымһаҡ,әҙ генә бүрттерелгән дөгө, тары ярмаһы ҡушырға була. Әҙер ризыҡты, эҫеләй генә йәйенке һауытҡа ике-өс илеләй (3-4 см) ҡойоп, 4-5 сәғәткә һалҡын урынға ҡуялар. Ҡойҡа һыуыҡ килеш ҡулланыла. Был ризыҡ быуындар һыҙлағанда файҙалы.