Ҡолошов Урал Фәләх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент юҡ

Ҡолошов Урал Фәләх улы (1 май 1965 йыл) — башҡорт яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡолошов Урал фәләх улы Силәбе өлкәһе Сосновский районының (хәҙерге көндә Һаҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған) Оло Таскино ауылында 1965 йылдың 1 майында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһына уҡырға инә һәм уны 1991 йылда тамамлай.1991-92 йылдарҙа Долгодеревенский ауылы клубында халыҡ ижады методисы булып эшләй. 1992 йылдан алып Долгодеревенский ауылында Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1998 йылдан алып «Аҡмулла» әҙәби түңәрәгенең ағзаһы булып тора. 1999 йылдан алып Долгодеревенский ауылындағы «У камина» әҙәбиәт түңәрәгенең етәксеһе. Ҡолошов Урал Фәләх улының тәүге шиғырҙары студеттарҙың «Кадры культуры» гәзитендә баҫылып сыға. Артабан уның шиғырҙары һәм проза әҫәрҙәре «У камина» (2001), «От Урала до Невы» (2001), «Знакомство» (2002), «Силәбе шишмәләре» («Челябинские родники»; 2002), «Соенче» («Радость»; 2003), «Берез уральских шум» (2004) әҙәби альманахтарында һәм йыйынтыҡ китаптарҙа баҫылып сыға. 2006 йылда «Мыслью доброю о вечном» (рус һәм башҡорт телдәрендә), «Рәхмәтлелек көсө» (башҡорт телендә) нәшер ителә. Ҡолошов прозаһы көнсығыш йолаларын дауам итә. Уның әҫәрҙәрендә мәңге булған изгелек һәм яуызлыҡ, тормош, йәшәү мәғәнәһе, ысын һәм ялған ҡиммәттәр тураһындағы темалар ярылып ята. Автор шулай уҡ фәйләсүф нотоҡтар ҙа яҙа, мәҫәлән, («Ике ҡошсоҡ», "Бәхет тураһында ", «Дурачина» һәм башҡалар). Яҙыусының байтаҡ әҫәрҙәрендә урындағы колорит бик матур һүрәтләнеш тапҡан, мәҫәлән, («Ҡалды күле тураһындағы риүәйәт» һәм башҡалар).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]