Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы, Аллағыуат ауыл советы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (19 октябрь 1977 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2017), филология фәндәре докторы (2018)[1], Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VI саҡырылыш депутаты (2018).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1977 йылдың 19 октябрендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1999). 2000 йылдан Урындағы ҡораллы низағтар һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауҙың республика социаль-психология хеҙмәте, Йәштәрҙең хеҙмәт мәшғүллегенә ярҙам итеү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының Ойоштороу-масса, хоҡуҡи һәм социаль эш бүлеге начальнигы. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығының әйҙәүсе консультанты, гражданлыҡ институты менән бәйләнеш буйынса бүлектең баш консультанты, ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары. 2010 йылдан — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

150 фәнни мәҡәлә һәм 4 монография авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Халыҡ контроле» федераль партия проектының төбәк координаторы.
Өфө ҡалаһы Совет районы хакимсиәте ҡарамағаындағы Йәмәғәт советы рәйесе.
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Республика конкурсы авторы һәм етәксеһе.

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РФ Оборона министрлығының «Маргелов армияһы генералы» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • «Серебряный голубь» милли йәмәғәт премияһы лауреаты
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2019)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]